Студопедия — Башҡорт ҡырылған урын
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Башҡорт ҡырылған урын






 

1735 йылда Рәсәй батша самодержавиеһы тарафынан үҫәргәндәр ерендәге Ур йылғаһы тамағына ҡала-ҡәлғә төҙөү өсөн Өфөнән юлландырылған Ырымбур хәрби экспедицияһының юлын өҙөү -- башҡорт ерендә урыҫ ҡәлғәһе суҡайтыуға ирек ҡуймаҫ өсөн, тамъян батыры Аҡай Күсемов башлап ебәргән һәм беҙҙең төбәктә Килмәк-абыз менән Үҫәргән батырҙары дауамлаған ғәрәсәтле ихтилалдың нисек итеп фажиғәле бөтөүенә туранан-тура бәйле урын был -- әүәлге Ҡасанҡый-Сала, ә хәҙерге Ырымбур өлкәһендәге тыуған ауылым Сәнкем-Биктимер (Һунарсы).

Билдәле булыуынса, 1735 йылдың июнендә Өфө ҡалаһы янында йыйылған бөтөн башҡорт ҡоролтайы (Аҡай батыр унда Ҡазан юлы башҡорттарының вәкилдәрен етәкләй) батша баҫымына ҡаршы ҡораллы баш күтәрергә ҡарар сығара һәм ихтилал Ҡазан даруғаһында Аҡай батыр етәкселегендә дөрләп ҡабына, ә ауылыбыҙ Ҡасанҡый-Сала янындағы ҡанлы һуйылыш ихтилалдың фажиғәле һуңғы аһәңе була. Тарихсы И.Ғ. Аҡманов иҫбатлауынса, Аҡай батыр, ихтилалды баҫтырырға ебәрелмеш генерал-лейтенант А.И. Румянцев менән йәнәһе тыныс һөйләшеп килешеү өсөн, 1735 йылдың сентябрендә Минзәләгә саҡыртыла һәм, мәкерле рәүештә ҡулға алынып, 1738 йылда С.-Петербург төрмәһенә оҙатыла (артабанғы яҙмышы билдәһеҙ). Ләкин эҙәрмән-тарихсы Рәүеф Насиров 1997 йылда Өфөлә нәшер ителгән «Уҙамандарҙы эҙләйем» тигән китабында Аҡай батырҙың, үҙе етәкләгән ихтилалдан һуң да, «тыуған яғы Әй йылғаһы буйҙарында ғүмер итеүе» тураһында байтаҡ ҡына дәлилдәр килтереп яҙһа ла, ысынбарлыҡҡа тап килмәй был фаразы; ни өсөн, тигәндә, Аҡай Күсемов һәм Аҡа (Аҡҡа, Аҡай) мулла Ҡамҡаев (Ҡыуаҡан ылыҫы Ҡамаҡай ауылы кешеһе, Бәпәнә Төрөпбирҙиндең ауылдашы) — икеһе ике кеше. Сөнки 1737 йылдың 11 сентябрендә ул, Аҡай мулла, төрмәлә ултырмыш ихтилал етәкселәре Йосоп, Килмәк, Аҡай Күсемов уҙамандарҙы азат итеүҙәрен һорап В. Татищевҡа хат яҙып ебәреүҙә ҡатнашҡан...

Әммә ихтилал башлығы Аҡай батыр ғәскәренең һәм, Ә.В. Туған әйтмешләй, уның идара үҙәгенең минең тыуған ауылымдың боронғо төп-нигеҙе Ҡасанҡый-Сала эргәһендә урынлашып, рәхимһеҙ ҡырылыуы тураһында башҡорт тарихсыларының да, яҙыусыларының да хәбәрдарлығын белдерткән мәғлүмәт юҡ, әгәр ҙә ки Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың әллә ҡасан уҡ яҙылып, үҙенән һуң ҡулъяҙма хәлендә ҡалған һәм 1994 йылда ғына Өфө «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Башҡорттарҙың тарихы» тигән хеҙмәтен телгә алмағанда. Ләкин бөйөк ғалимыбыҙ ҙа, ваҡиғаларҙы ифрати дөрөҫ биреп тә, уларҙың тәғәйен ҡайһы урында барғанлығы мәсьәләһендә бутала (сит илдә ҡалып эшләүе, Башҡортостан менән бәйләнеше өҙөлөү арҡаһындалыр). Ғалимыбыҙ таянған тарихи документты мин уның әле әйтелгән китабы донъяға сыҡмаҫы элек үк ныҡлы өйрәнеп, ваҡиғаларҙың географияһын дөрөҫ билдәләгәйнем, быға минең, әлбиттә, тап шул төбәктә тыуып-үҫеүем һәм ундағы ер-һыу атамаларын, риүәйәттәрен белеүем ярҙам итте.

Әлхасил, Ә. Вәлиди Туғандың шул «Башҡорттарҙың тарихы» китабынан беҙгә ҡағылышлы өҙөк (96 — 99-ынсы биттәр:

«1736 йылдың яҙында башҡорт ғәскәрҙәре Кинель, Һаҙлыйылға, «Кешеҡырылған» йылғалары буйында идара үҙәге ҡорҙо. Күп мосолман һәләк булды. Бигерәк тә Кинелбашы, Һаҙлыйылға һуғышында урыҫ ғәскәре, шымсылар булышлығында башҡорт ғәскәренең идара үҙәгенә төндә һөжүм итеп, ғәскәр генә түгел, ауыл халҡын да аяуһыҙ ҡырҙы. Шәфәҡтә йылға аръяғында ауыр һуғыш алып барған ирҙәргә ярҙам итергә теләгән ҡатындарҙы тупҡа тоттолар. Ҡатындар балалаларын һыуға батырып, һуғыш майҙанына ашыҡты. Ләкин һәммәһе лә ҡылыс аҫтында һәләк булды. Был һуғыштар тураһында һижри буйынса 1150 йылға ҡараған хәтирәләр Асылыкүл исемле ауылда Әхмәт исемле берәүҙең ҡулында һаҡланған дәфтәргә яҙылғайны. Һуғыш ҡыҙыулығында ирҙәрҙең — ҡатындарын, ҡатындарҙың үҙ балаларын үлтереү осраҡтары боронғо уғыҙҙарҙа һәм шулай уҡ ҡара-ҡытайҙар килгәндә Сәмәрҡәнд янындағы Катвен исемле ерҙә булған һуғыштарҙа күҙәтелеүе беҙгә мәғлүм... Тамъян ҡатындары, Һаҙлыйылғаның аръяҡ ярында ҡалған ирҙәре сафына ҡушылыу өсөн, балаларын йылғаға батырып, ҡаршы яҡҡа йөҙөп сығып һуғышҡан. Ҡыҫҡаһы, Һаҙлыйылға һәм «Кешеҡырылған» — башҡорттарҙың ватан һөйөү һәм уның өсөн шәһит булырға әҙер тороуҙарының үлмәҫ хәтирәһе ул. Урыҫтар был һуғыштарҙан һуң Аҡай-бейҙе Минзәлә ҡалаһында язалай. Икенсе бер риүәйәттән күренеүенсә, уны Петербурға алып килеп, шунда язалағандар...

Ошо ҙур яуҙа башҡорттарҙы ныҡ өҙгөләндергән тағы бер хәл — Минзәлә Һәм «Кешеҡырылған» һуғыштарында Ҡазан татарҙарынан бер төркөмдөң, бигерәк тә Ҡорманай исемле әҙәмдең, һәм Уржум сирмештәренең урыҫҡа ярҙам итеүе, төнөн юл күрһәтеп, башҡорттарҙың идара үҙәгенә көтмәгәндә дошман килтереп, аңғармаҫтан баҫып алыуы булды. Ихтимал, улар Тевкелевтың (Тәфтиләүҙең) агенттары булғандыр...

«Кешеҡырылған» һуғыштарынан ҡалған ҡәбер таштарының... һаҡланыуы хаҡында ишеттем».

Шулай тип яҙа ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туған.

Китап авторы ҡулланған, иҫке төркисә яҙылып, урыҫсаға ла тәржемә ҡылынған ҡомартҡылағы өс йылғаның исемен, хәҙерге көндәге әйтелеш исемдәре менән сағыштырып, ысынлап та беҙҙең төбәктәге бер үк йылғалар икәнлеген асыҡлап биреү бик мөһим. Иғтибарлап ҡараһаҡ (түбәндәге географик карта буйынса барлағыҙ), китаптағыса «Кинель» — Ғәрәп хәрефтәре менән яҙылышында «Кнали», был иһә өҫтәрәк телгә алынған, һыу башы Ҡаҫмарттың уң ярынан йыраҡаланып (каналланып) ағып сыҡҡан һәм Ҡасанҡый-Сала янынан Һаҡмарға табан ағылған боронғо исемендәге «Аҡмасыҡ», ә Аҡай яуы осорондағы «Аҡмалы» булып, иҫке төркисә ҡулъяҙмала «Аҡынали» яҙылып, шул уҡ ваҡытта баштағы «А» таяғы «ҡ»-ға ҡушылып һыҙылыуы арҡаһында ошо ике хәреф бергә «К» тип уҡылып, күсермәлә «Кнали» хасил булғанлығы күренә. Тимәк, бик боронғо Аҡмасыҡ//Аҡмалы был. Ул Һунарсы ауылы көнсығышындағы «Ҡаҙаҡлар сабыны» тәңгәлендә Ҡаҫмарттан ҡаналланып-йырылып сыҡҡан һәм ауылдың Ҡаҫмарт яҡ ситен уратып аҡҡан (хәҙер уның был башланғыс өлөшө ҡороған, ә дауамы Урта тирмән тәңгәленән яңы йыраҡаланып ағылып ята).

Икенсеһе «Һаҙлыйылға» (Аҡмалыға ҡоя) әлегәсә шул көйөнсә исемләп әйтелә. Һаҙлыйылғаға ҡойған һәм ҡулъяҙмала «Кешеҡырылған» тип исемләнгән өсөнсө бәләкәй йылғабыҙ иһә хәҙерге көндә Әселе үҙәк атала, ул иһә, моғайын, «әжәл» һүҙенең үҫәргәндәр һөйләшендәге «әзәл» әйтелешенән яһалған: «Кешеҡырылған»ға алмаш «Кеше Әзәле» тигән вариант исемдән, «кеше»һе ҡыҫҡартылып, Әзәле//Әселе үҙән барлыҡҡа килгән, ә хәҙер иһә ул, һыуы ҡороп, Әселе үҙәк тип йөрөтөлә. Быларҙың өсөһөнөң дә бергә ҡушылған урыны бопронғо Ҡасанҡый-Саланан көнсығыштараҡ — хәҙерге Һунарсы ауылының көнбайыш осонда — атаҡлы илбаҫар Аҡһаҡ Тимер яуы үткән юл өҫтөндә...

Батшаға ҡаршы баш күтәргән Нуғай юлы башҡорттарының (ҡатын-ҡыҙҙары, бала-сағалары, мал-тыуарҙары менән бергә) 1736 йылдың яҙында ни өсөн тап беҙҙең Ҡаҫмарт тамағында пәйҙә булыуҙарын аңлатыусы ҡайһы бер тарихи документтарға күҙ һалайыҡ.

Иң тәүҙә бер мөһим хәл: был ихтилал Аҡай ихтилалы тип аталһа ла (сөнки ул башлап ебәргән һәм башында етәкләгән), Аҡай Күсемов, әйтеп үтеүебеҙсә, 1735 йылдың 7 ноябрендә үк иң яҡын ярандары менән бергә Өфөләге генерал-лейтенант А.И. Румянцевҡа барып баш һалып, төрмәлә тотолғанлыҡтан, Нуғай юлындағы артабанғы хәрәкәттәрҙең башында Юрматы ылыҫының ил ағаһы Килмәк абыҙ Нурышев тора, ихтилалсылар иләүен дә был төбәккә боронғо Муйтән бабабыҙ эҙҙәренән тап шул алып килә лә инде.

Билдәле булыуынса, үҫәргәндәр ерендәге Ур йылғаһы тамағында башҡорт менән ҡаҙаҡ араһына урыҫ ҡәлғәһе (беренсе Ырымбур) суҡайтыу өсөн, 1735 йылдың йәйендә Өфөнән тура көньяҡҡа ҡарай статский советник И.К. Кирилов етәкселегендәге Ырымбур экспедицияһы юллана. Ул Эйек йылғаһының һул яры буйынса йылға тамағына етеп, хәҙерге Воздвиженка ҡаршыһында Һаҡмарҙы кисеп сығып һулға боролорға ла Яйыҡтың уң яры буйлап үргә — Ур тамағына барырға тейеш була. Нуғай юлындағы башҡорт болаһы экспедицияның башына етмәһен өсөн, уның артынса уҡ Өфөнән ебәрелгән 500 драгунға Мәләүез йылғаһы тамағында август айында Юрматының ил ағаһы Килмәк абыҙ ихтилалсылары ябырылып, ҡаты һуғышта 200 драгунды ҡырып ташлай ҙа 3000 яугире менән Кириловтың артынан төшә. Ә Кирилов экспедицияһы был ваҡытта Эйек йылғаһының һул яғында баяғы 500 драгундың килеп етеүен көтөп, Эйеккә ҡойған Әселе йылғаһы буйындағы хәҙерге Петровский ҡасабаһы тәңгәлендә ыҫтан ҡороп туҡталып тора икән — нәҡ минең аҫаба бабаларҙың йәй уртаһы йәйләүендә (ә Кирилов тоҫҡалған Һаҡмар кисеүе — көҙгө йәйләү еребеҙ)... Аръяҡтағы Һаҡмар ҡәлғәһенән урыҫ казактары, батша яҡлы башҡорт ҡыпсаҡтары, ҡалмыҡ, мишәр кешеләренән торған әтрәттең һәм атаман Араповтың яҡшы ҡоралланған 200 кешелек командаһының бергәләшеп йәһәт килеп етеүе һәм башлыса уҡ-һаҙаҡ, һөңгө менән генә ҡоралланған ихтилалсыларға утлы ҡоралдары менән ныҡышмалы көрәшеүе арҡаһында ғына Ырымбур экспедицияһы тар-мар ҡылыныуҙан ҡотола. Килмәк абыҙ төркөмдәренең батша ғәскәрҙәренә ҡаршы тап ошо минең бабалар ерендә һуғышыуҙарын дөрөҫләүсе документ һаҡланып ҡалған — батша ғәскәрҙәре яҡлы старшиналар Муса Ҡошҡолтаев менән Ҡыҙрас Муллаҡаевтың (икеһе лә Нуғай юлы Мең ылыҫынан) 1735 йылдың 10 июлендә Өфө провинция кәнсәләренә биргән шаһитлыҡтары. Улар икеһе лә И.К. Кирилов ыҫтанының Тирәкле йылғаһынан 15 саҡрым алыҫлыҡта тороуын, һәм үҙҙәренең ихтилалсылар тарафынан тап шул Тирәкле йылғаһы буйында әсир алыныуҙарын, ә ул саҡта Килмәк абыҙ ыҫтанының иһә Тирәкле йылғаһы башында булыуын күрһәтә, ә был иһә беҙҙең ғәзиз йылғабыҙ, хәҙер ҙә ул беҙҙең колхоз баҫыуҙары буйынан ағылып ята...

Бабаларыбыҙҙың ошо беҙҙең йәйләү ерҙәрендә Ырымбур экспедицияһын Һаҡмар кисеүенә үткәрмәй тотҡарлауҙары арҡаһында бер аҙ һуңлабыраҡ булһа ла, И.К. Кирилов Ур тамағына барып етә һәм унда яңы ҡәлғә Ырымбурҙың (һуңынан Орск) нигеҙләнеүе тураһында 1735 йылдың 23 сентябрендә Һаҡмар ҡәлғәһенән әбей батшаға хәбәр ебәрә. Уның Һаҡмар ҡәлғәһенә ашығыс әйләнеп ҡайтыуының сәбәбе — Нуғай юлы башҡорттарының Килмәк абыҙ етәкселегендәге ихтилалының көсәйеүе, шул арҡала Өфө менән бәйләнештең өҙөлөү ҡурҡынысы. Әбей батшаға ул баш күтәреүселәрҙе баҫтырырға йүнәлеүен хәбәрләй:

«...А я, нижайший раб, сентября 7 числа пошел назад внутрь помянутых воров иштяков, на самые их жилища Юрматынской и Тамъянской волостей; а имею при себе драгун Вологоцкого армейского, Казанского гарнизонного, да новых всего 8 рот под командой секунд-майора Останкова, да нерегулярных Уфимских татар, мещеряков, кои по подданнической своей должности управлением первого их старшины Муслюма Кудайбердина в верной службе обращаются — 400, казаков уфимских, яицких, сакмарских 150 человек...» (Шуныһы ҡыҙыҡ: Һаҡмар ҡәлғәһенән 1735 йылдың 23 сентябрендә яҙып ебәрелгән был ҡағыҙ Петербурҙағы әбей батшаға бер ай эсендә үк — 26 октябрҙә барып еткән!).

Әммә ихтилал Башҡортостандың йәмғе дүрт юлында ла дөрләгәнлектән һәм ҡыш башланыу сәбәпле, И.К. Кириловҡа Өфө ҡәлғәһенә ҡайтырға һәм, барлыҡ көстәрҙе туплап, киң фронтлы һөжүм ойоштороу тураһында уйларға кәрәк була. Сөнки әбей батша Анна Иоанновна баш күтәреүсе башҡорттарҙың тоҡомон тамам ҡороторға әмер биргән, һәм бындағы сатраптарын һүлпән ҡуҙғалыуҙа шелтәләй... Шул йәһәттән 1736 йылдың 5 мартында генерал-лейтенант һәм Ҡазан гөбөрнәтере А.И. Румянцев, статский советник, Ырымбур экспедицияһы башлығы И.К. Кирилов Алабуға ҡалаһында осрашып, ихтилалсы башҡорттарҙы шул уҡ йәйҙә ҡырып бөтөрөү тураһында һөйләшеп килешә лә кем ҡайҙа нимә эшләргә тейешлеген аныҡ билдәләй:

А.И. Румянцев ғәскәре менән Ҡазан юлы башҡорттарын баҫтыра-баҫтыра Нуғай юлына барып етәсәк.

И.К. Кирилов кисекмәҫтән Өфөгә йүнәлеп, ундағы ғәскәрҙең иң ҙур өлөшөн алып, Нуғай юлындағы Табын ҡәлғәһе аша юрматы һәм башҡа ылыҫтарҙың аҫтын өҫкә килтерә.

Полковниктар П. Мартаков (Әстерхан драгун полкы), Тевкелев Алексей Иванович (Ҡотломөхәммәт мырҙа Тәфтиләү. И.К. Кириловтың ярҙамсыһы) үҙҙәренең ҡул аҫтындағы ике меңләп драгун менән Уса һәм Себер юлы башҡорттарының көлөн күккә осора.

Ике меңлек Яйыҡ казактары һәм улар менән бергә урыҫтарға хеҙмәт иткән ҡалмыҡтар март аҙағы — апрель баштарында Һаҡмар ҡәлғәһенә килеп етергә лә, унан Ағиҙел тарафына юлланып, өҫтә әйтелгән А.И. Румянцев һәм И.К. Кирилов командаларына ҡушылырға тейеш. Әстерхан яғындағы өс мең ҡалмыҡ та, Һаҡмар ҡәлғәһенә ашығыс килеп, Нуғай юлына сығасаҡ...

Ниәттәренең үтәлеше тураһында А.И. Румянцевтың батшаға хисапнамәһенән: «...чрез всю Казанскую дорогу шел благополучно со удовольством — на станциях приготовлено фуражу и подвод (сөнки Аҡай Күсемов етәкселегендәге Ҡазан юлы ихтилалы баҫтырылған, етәкселәре килеп баш һалған. — Й.С.)... Пошел 3 апреля сего года к Деме реке (Нуғай юлына. — Й.С.) в самые воровские жилища... И где их собрания были, нимало не стояли, а бежали вперед, уповая тамо живот свой спасти. И не токмо по одной Деме, но и по протчим рекам, которые в Дему впали, посыланы партии были и помощию всевышняго и е.и.в. высочайшим счастием около тысячи человек обоего пола воров побито, и несколько десятков в плен взято, и около ста деревень выжег, не оставляя ни единого двора. Тако сии злодеи за бунтовское свое воровство пред в.и.в. от меча и огня конец восприяли, разве только те спаслись, которые не в проходимые ущелья забежали... От статского советника господина Кирилова получил письмо, что он с командою ходил по Уршаку реке, и тако же по оной реке воровских деревень выжег 42 и воров несколько побито... И тамо воры також бегут, и домы свои и фураж жгут, и тем ему припятствие в пути чинят. А главный вор Кильмяк-абыз за Белую реку ушел, и за ним от него (от Кирилова. — Й.С.) послана немалая партия, и что воспоследует, еще ведомости не имею...»

Күренеүенсә, Килмәк абыз Ағиҙел аръяғына — беҙҙең Ҡаҫмарт йылғаһы тамағындағы Ҡасанҡый-Салаға табан сигенеп бара боласыл иләүе менән...

Ә бына И.К. Кириловтың 1736 йылдың 20 майында яҙған шундай уҡ хисапнамәһенән:

«Е.и.в., самодержице всероссийского всеподданнейшее в Кабинет доношение.

...Дождався драгунского Вологодского полку... на Нагайскую дорогу для искоренения воров башкирцов вышел того же марта 24-го, где счастием в.и.в. воров башкирцов разными партиями так, как скот гнали, не имея никаких от них отпору (гөнаһһыҙ бала-саға, ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро һәм ихтилалда ҡатнашмаған тыныс тормошло башҡа кешеләрҙе ҡырып йөрөйҙәр. — Й.С.), но одно было у них, что спасали себя, жон и детей своих, бегая в леса и в другие места. И так по рекам Белой до урочища Бубульжан (Бөгәлжән. — Й.С.), по Уршаку, по Негушу, Тору, Селеуку, где самое воровское гнездо было, около двух сот деревень, в них близ 4000 дворов раззорено и сожжено, в том числе главных воров Кильмяка, Бепеня, Рысая жилища и первая по всей орде мечеть, называемая Азиева, в которой в прежней и нынешние бунты воры о бунтах советовали и Куран целовали. При чем воров кажнено 158, побито обоего полу близ 700 человек, живых ясырю взято и ныне в Табынску 160 человек, да роздано в Уфе 85, в ссылку из Уфы в Остзею послано в службу годных 81, да женок с малолетними детьми 34. Ныне посылается в Остзею ж осмнадцать лошадей. От многих тысяч по нужде под безлошадных драгун и под артиллерию отобрано 237, а протчия оставлены в степях, а иныя служащим татарам в пищу роздованы, ибо по здешнему обычаю к весне лошади в степях едва бывают живы. Сие, и что от главной команды генерал-лейтенанта и казанского губернатора Румянцова по Деме и впадающим в нее рекам и речкам учиненное такое же ворам раззорение, также особое командою полковников Мартакова и Тевкелева на Осинской и Сибирской дорогах и от Сибири разными тамошними командами под управлением действительного статского советника Татищева, действительное ворам искоренение (во всех местах ужа около 4000 человек пропало) привело к тому, что не знали куды воры скрытца, ибо от самого начала подданства ни за которыя бунты (коих в разные времена многажды было, и окончание имели отпущением вин) никогда таковой казни и раззорения не видали. По сему началу несумнненная надежда есть, что сии плуты в совершенное подданство приведены будут...»

Ә Уса һәм Себер юлдарын айҡап йөрөүсе бәдбәхет Тәфтиләүҙең 500 башҡорт ауылының көлөн күккә осороуы, мең кешелек Сейәнтусы ауылы халҡының береһен-бер ҡалдырмай ҡылыстан тураҡлатып, 105 кешене, мәсеткә бикләп, тереләй яндырыуы һәр кемгә лә мәғлүмдер...

Килмәк абыҙ менән бергә Ағиҙелде ашып киткән Дим, Юшатыр, Нөгөш, Ҡана, Тора, Эйек буйҙары башҡорттарының да береһен-бер ҡалдырмай ҡырып бөтөрөү бурысы ҡуйыла. Килмәк абыҙ баш күтәргән халыҡтың иҫән ҡалғандарын бына шул тулайым геноцидтан ҡасырып, былтырҙан уҡ үҙенә яҡшы билдәле Ҡасанҡый-Сала төбәгенә килтергән булырға тейеш — алдағы дәһшәтле көрәш алдынан тын алыу, көстәрҙе туплау йәһәтенән. Ә бәлки, батша ҡырғынсыларының хәттин ашҡан яуызлығы тынмаһа, Муйтән бабаның юлы буйынса Урта Азияға сығып китергә лә булғандыр ниәттәре. Ләкин...

1736 йылдың 2 июнендә И.К. Кирилов әбей батшаға кинәнесле хәбәрләй:

«Ее императорскому величеству, самодержице всероссийской всеподданнейшее в Кабинет доношение.

После всеподданнейших нижайшего раба репортов и отъезду отсюду генерала-лейтенанта и казанского губернатора Румянцева получил известие от майора Останкова, что яицкими казаками вступя от Сакмарска Нагайской дороги в Башкиры 19 мая, ушедших с Демы реки воров, на которых пришли внезапно, в горах между Ика и Сакмары рек, добита мужеска полу с 600, женска немалое число, причем получено лошадей, скота и пожитку довольно...»

Иғтибар итегеҙ: 600 ир-ат һәм унан да кәм булмаған һанда (тимәк, тағы 600) ҡатын-ҡыҙ — бөтәһе 1200 кеше, көтмәгәндә баҫып алып, бер юлы үлтерелгән, һәм был ҡанлы фажиғә ошо беҙҙең төбәктә — Эйек менән Һаҡмар аралығындағы минең бабалар ауылы Ҡасанҡый-Сала ерендә булған... Ә Ырымбур экспедицияһының 1736 йыл 30 июндә яҙылған икенсе бер документында: «Майор Останков с яицкими казаками после первой над ворами победы от 22 по 30 числа мая ходил по реку Яику, где воровских разорил и выжег 113 деревень, и с башкирцами, коих было 1000 человек, бились и побито больше двух сот...» — тип әйтелә. Тимәк, ауылыбыҙ Ҡасанҡый-Салала ҡырғынсылар тарафынан 1200 ир-аттың, ҡатын-ҡыҙҙың, бала-сағаның үлтерелеүе, Ҡасанҡый-Сала ауылыбыҙҙың сираттағы яндырылып юҡ ителеүе 1736 йылдың иҫке стиль менән 22 майында булған, был иһә Себер юлы Балыҡсы ылыҫы Сейәнтусы ауылы фажиғәһенән кәм түгел. Айырма шунда ғына: Тәфтиләү менән бергә йөрөгән П.И. Рычковтың яҙма-шаһәҙәтнамәһе арҡаһында ғына Сейәнтусы тарихҡа керһә, Ҡасанҡый-Сала фажиғәһе тарихтан ситтә ҡалған. Әммә ихтилал етәксеһенең (Килмәк абыз үҙе булһа кәрәк) йөрәккәйе ҡанһырап ядкәрләгән, Әхмәтзәки Вәлиди Туған файҙаланған баяғы ҡулъяҙма ҡомартҡыһы тарихыбыҙҙың был аҡ тошона асыҡ яҙыулы сәхифә булып өҫтәлһен (башҡортсанан ауҙарылмыш урыҫсаһынан ҡабат башҡортсалап тәүге тапҡыр бирелә):

 

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 541. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Гальванического элемента При контакте двух любых фаз на границе их раздела возникает двойной электрический слой (ДЭС), состоящий из равных по величине, но противоположных по знаку электрических зарядов...

Сущность, виды и функции маркетинга персонала Перснал-маркетинг является новым понятием. В мировой практике маркетинга и управления персоналом он выделился в отдельное направление лишь в начале 90-х гг.XX века...

Разработка товарной и ценовой стратегии фирмы на российском рынке хлебопродуктов В начале 1994 г. английская фирма МОНО совместно с бельгийской ПЮРАТОС приняла решение о начале совместного проекта на российском рынке. Эти фирмы ведут деятельность в сопредельных сферах производства хлебопродуктов. МОНО – крупнейший в Великобритании...

ЛЕЧЕБНО-ПРОФИЛАКТИЧЕСКОЙ ПОМОЩИ НАСЕЛЕНИЮ В УСЛОВИЯХ ОМС 001. Основными путями развития поликлинической помощи взрослому населению в новых экономических условиях являются все...

МЕТОДИКА ИЗУЧЕНИЯ МОРФЕМНОГО СОСТАВА СЛОВА В НАЧАЛЬНЫХ КЛАССАХ В практике речевого общения широко известен следующий факт: как взрослые...

СИНТАКСИЧЕСКАЯ РАБОТА В СИСТЕМЕ РАЗВИТИЯ РЕЧИ УЧАЩИХСЯ В языке различаются уровни — уровень слова (лексический), уровень словосочетания и предложения (синтаксический) и уровень Словосочетание в этом смысле может рассматриваться как переходное звено от лексического уровня к синтаксическому...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия