Студопедия — Башҡорттарҙың Күсем улы Аҡай етәкселегендәге ихтилалы
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Башҡорттарҙың Күсем улы Аҡай етәкселегендәге ихтилалы






 

Ҡолһары-бәктең кәңәше буйынса, урыҫтар Өфө йылғаһы тамағында ҡала төҙөнөләр һәм уны Өфө тип атанылар. Йыйылған яһаҡты шул ҡалаға тапшыра инек. Дим йылғаһы тамағындағы Бөрсуан йылғаһы буйында башҡорт халҡы йыйылып кәңәшләшер, унда бөтә дүрт даруға башҡорттары ағылыр ине. Шул кәңәшмәлә эшлекле ҡарттар, һыналған ирҙәр үҙ-ара кәңәшләшеп, ҡайһылай итеп быйыл урыҫтар араһында темеҫкенеү ойошторорға һәм үткәрергә, тигән берҙәм фекергә килде.

Әлхасил, юлбашсылыҡ Улаҡай улы Күсемгә күсте. Уның заманында башҡорттар мохтажлыҡ һәм ҡыҫыуҙарҙан ҡурсаланғайны. Уның заманында урыҫтар ҙа әлегеләй ҡыйыулыҡ ҡылманылар: сиктән бер аҙым сығырға ла баҙнат итмәйҙәр ине. Ул (Күсем. — Й.С.) бөтә дүрт даруғала ла хөрмәт ҡаҙанды, уҙаман булып танылды. Ҡазанлылар, сыуаштар, сирмештәр, муҡшы һәм уржумлы халыҡтар, урыҫтарҙың иҙеменә сыҙай алмай, уға килеп һыйына ла ҡотолоу таба ине...

Күсембәттең, Иләүкәй улының, йорто Минзәлә ҡалаһынан 50 — 60 саҡрымда ине. Уның заманында бөтә дүрт даруға бер фекерҙә булды, башҡаса булманы. Бөтәһе үҙ старшинаһын тыңланы, сөнки уның заманында башҡорттар, һис шикһеҙ, иркен йәшәне. Урыҫтарҙы тыңламаны, хаҡлыҡ өҫтөнлөк итте, ә нахаҡлыҡ еңелде. Бәлә-ҡазаларҙан бит Хоҙай үҙе һаҡланы. Күсембәттең, Иләүкәй улының, өс улы бар ине: береһе Атха — яуыз иҙеүсе булды, икенсеһе Аҡай — урыҫтар ҡулына эләкте, өсөнсөһө — Сыуаш. Һуңғыһы айырым әһәмиәтле түгел. Ул, сыуаш ҡатындан тыуғанлыҡтан, Сыуаш тип йөрөтөлдө.

Әлхасил, Күсембәттең вафатынан һуң, ифрат ғәййәр ҡараҡтар Аҡайҙың аттарын урланылар. Ҡазанлы сыуаштар ине был ҡараҡтар. Аҡай уларҙы Ирнә йылғаһы буйындағы Ураҙ ауылында ҡыуып етте, ләкин ҡараҡтар, Аҡай ҡулына эләкмәҫ өсөн, мөс[14] һәм уҡтар менән ҡарыулаштылар. Аҡай әмере буйынса, улар бөтәһе дөмөктөрөлдө. Араларынан нисектер ҡотолоп ҡалған береһе Минзәләгә барып, унда Аҡай өҫтөнән шикәйәт ҡылды, унда ул Аҡай, күп һанлы әтрәте менән улар ауылында пәйҙә булып, ауылдың тыныс халҡын ҡырҙы, ә уны бер нимәһен дә ҡалдырмай таланы, тип яҙҙы. Был шикәйәт тураһында урыҫтарҙың кенәзенә еткерҙеләр. Шул сәбәпле кенәз, ғәскәр йыйып, Аҡай өҫтөнә йүнәлтте. Ғәскәр башына Румянцев ҡуйылды. Был эште аҙағына еткереү өсөн, Аҡайҙың ауылын ҡаманылар һәм уны ҡулға алдылар. Ошонан һуң Аҡайҙы бер кемгә лә күрһәтмәнеләр, берәүҙәр — уны аҫҡандар, тип, икенселәре — ул һуҡтырылыуҙан һуң үлгән, тип һөйләнеләр.

Аҡайҙы ҡулға алыу хәбәре тирә-яҡҡа тиҙ таралды. Ярлылар ҙа, хәллеләр ҙә бер-береһенә был хаҡта хәбәр ҡылды. Кәңәшмәгә йыйылдыҡ. Һәр ырыуҙан вәкилдәр килде. Фәҡәт дала ҡанлылары ла ҡобауҙар ғына килмәне. Күтәрелешкә риза түгел ине улар. Шул саҡ уларҙың алдында байраҡтар күтәреп: «Әҙерме һеҙ һуғышҡа?» — тип оранланыҡ. Һәм улар, теләһә-теләмәһә лә, төрлө сафтарыбыҙға ҡушылдылар. Бында Бәкәтиндән, Ҡыпасаҡтан, Тамъяндан, Бөрйәндән, Пчҡаҡтан (шулай яҙылған. — Й.С.), Урандан, Ҡаршынан, Күриҙән, Ҡобауҙан, Ҡарайҙан, Шурандан, Ҡырғыҙҙарҙан өс төркөм, Йыландан дүрт төркөм һәм башҡалар бар ине. Бөтәһе лә, һүҙ ҡуйышып, һуғышҡа әҙерләнделәр. Әлбиттә, улар араһында батырҙар, тәжрибәле аҡһаҡалдар, белемле ғалимдар бар ине. Улар бөтәһе лә килделәр был кәңәшмәгә; атаҡлы батырҙар: Пчҡаҡтан (шулай яҙылған. — Й.С.) — Ураҙман батыр, Тамъяндан — Сәлим батыр, Йыландан — Абдулла батыр, Байларҙан — Килмәк абыз. Улар бөтәһе бер фекергә килделәр. Кәңәшмәнән һуң, урыҫҡа хат менән илсе ебәрергә ҡарар ҡылынды, түбәндәгеләр яҙылғайны унда: «Бисмилла, башлайбыҙ. Беренсеһе — Күсем улы Аҡайҙы ҡайтар беҙгә; икенсеһе — Минзәләгә ҡайтып кит һәм шул сиктән сыҡма. Әгәр ҙә ошо талаптарҙы үтәмәһәң, ул саҡта, Хоҙай ярҙамына өмөтләнеп, һинең менән һуғышҡа керешәбеҙ». Урыҫтар ошолай тип яуапланылар: «Миңә Яйыҡ йылғаһынаса юл бирегеҙ. Унда мин бөйөк батшабыҙҙың әмере буйынса ҡәлғә ҡорорға урын эҙләйем. Шунан һуң Аҡайҙы ҡайтарырбыҙ, әммә хәҙергә уны урыҫтар араһында тотабыҙ». Ошонан һуң кесеһе лә, олоһо ла, ярлыһы ла, хәллеһе лә, ғалимы ла, ябайы ла — бөтәһе лә кәңәшләште яңынан.

Хәлле инсандар әйтте: әгәр урыҫ-кафыр өҫтөнлөк алып, йорттарыбыҙҙы яулап алһа, ҡарауыл ҡуйыр ул унда. Балаларыбыҙ бөтәһе кафырҙар ҡулына ҡалыр һәм уларға хеҙмәт итер...

Кәңәшләшеп, урыҫтар өҫтөнә һуғыш менән барырға ҡарар ҡылдыҡ. Был хаҡта бөтә ырыуҙарға: «Таң атыуға һуғышҡа әҙер булығыҙ!» — тип хәбәр иттек.

Һуғыш башланыҡ. Урыҫтар йырып сығырға ынтылдылар, ләкин башҡорттар бер кемде лә үткәрмәй ныҡ торҙолар, үҙ-ара вәғәҙәләренә тоғро булдылар. Урыҫтарҙың күптәрен әсир иттеләр, күптәрен яраланылар. Йыл буйына уңышлы барҙы эштәр. Бер саҡ бөтәбеҙ берҙәм фронт менән һөжүмгә күстек: ҡулсаға (кольчуга. — Й.С.) кейгән, уҡ-һаҙаҡ һәм мөстәр менән ҡоралланған егеттәр урыҫтарға ташланды һәм, уларҙың фронтын емереп, тар-мар ҡылды уларҙы.

Бәғзе бер тәжрибәһеҙ, наҙанлыҡта тәрбиәләнгән яугирҙәр талауға керешеп китте. Шул форсаттан файҙаланып, урыҫтар мылтыҡ һәм туп уттары астылар һәм мосолмандар мәжбүр булды сигенергә. Артабан уңыш ҡаҙанманы мосолмандар. Әлбиттә, урыҫтар Минзәләгә ҡайтып китте һәм Аҡайҙы сығарманы.

Ағиҙел йылғаһы Нуҡрат (Ҡама. — Й.С.) йылғаһына ҡойған тәңгәлдә урыҫ ғәскәрҙәре пәйҙә булды. Мосолмандар, Ағиҙелде буйлар өсөн, улар менән һуғыш алып барҙылар. Танылған башҡорт батырҙарының күптәре һәләк булды: Тамъян батыры Сәлим Наҡаҫ урманында һәләк булды. Башҡорттар бер нисек тә кәртәләй алманы урыҫ юлын, һөжүмдәрен тотҡарлай алманылар. Шул сәбәпле башҡорт йорттарында тыныслыҡ булманы һәм күп бәлә-ҡазаға тарыны улар. Әгәр инде иҫке ҡанундар нигеҙендә иҫке ерҙәребеҙҙә урыҫтарҙан тыныслыҡ һәм бәхет күрмәгәс, был күп бәхетһеҙлектәргә килтерәсәк, тип һөйләнеләр; ҡарт-ҡороларыбыҙҙы, бала-сағаларыбыҙҙы, туған-тыумасаларыбыҙҙы урыҫтар иҙеүенән ҡотҡарыу өсөн, беҙгә яңы ерҙәр эҙләп табырға кәрәк, тип тә һөйләнеләр. Ошондай уйҙар менән күпмелер ваҡытҡаса иҫке урындарҙа ҡалдылар. Ҡышҡыһын бик ныҡ йонсонолар. Урыҫтар даими һөжүм итте уларға. Урыҫ ҡулына ҡалмаҫ өсөн, алты ай буйы һуғыш алып барҙы башҡорттар. Ҡышҡыһын бик күп урыҫтарҙы ҡырҙылар, шуға күрә был ҡышта урыҫ ҡулына ҡалманылар. Яҙғыһын көндәр йылынғас, мосолмандар хат яҙышып, берҙәм күтәрелеүҙең көнөн, урынын билдәләнеләр. Бөтәһе лә Аҡыналы (Аҡмалы. — Й.С.) йылғаһына йыйылдылар (беҙҙең төбәккә. — Й.С.); һуғышырға теләмәүселәр урманға ҡасты, ҡайһыларын көслөкләп килтерҙеләр. Улар араһында ҡазан татарҙары һәм уржум сирмештәре бар ине, үҙҙәренә файҙалы саҡта башҡорттар араһына йәшеренә ине улар. Араларында шымсылыҡ ҡылыусы һәм ғәскәребеҙҙең йыйылыу урынын урыҫтарға еткереүсе һатлыҡ йәндәр табылды, шуға күрә урыҫтар таң тишегенән беҙҙең өҫкә ябырылды. Аҡыналы (Аҡмалы. — Й.С.) тамағында бер бәләкәй йылға бар, Һаҙлыйылға тип атала, һәм тағы бер бәләкәй йылғаны «Кешеҡырылған» (хәҙерге Әселе үҙәк. — Й.С.) тип ләҡәпләйҙәр, сөнки һуғыш ваҡытында был йылғала бик күп мосолман ҡырылды. Мосолмандар, урыҫтарҙың бында пәйҙә булмаҫына инанып (бер кем дә быны хатта башына ла килтерә алманы), тирә-яҡҡа ҡарауылдар йүнәлтмәнеләр. Бында теләгән берәү килде лә үҙе теләгәнсә йәшәне, ә теләгән берәү китте. Ирекһеҙләп йыйналған бәғзе берәүҙәр хыянатсылыҡ ҡылды һәм урыҫтарға хәбәр бирҙе, улар иһә яйлап ҡына һуғышҡа әҙерләнде. Мосолмандар иһә бер ни ҙә белмәне. Һатлыҡ йәндәрҙең береһе Ишривандан ине, Ҡорбанай тип исемләнеләр уны, кемдең улы икәнлеген мин белмәйем. Ул мосолмандар йәшәгән урынды күрһәткән һәм урыҫтарҙы һуғыш хәйләһенә өйрәткән. Урыҫтар төндә үҙҙәренең туптарын килтерҙе лә иртәнсәк шуларҙан ата башланы. Бахыр башҡорттар, был атыуҙың ҡайҙан ҡупҡанлығын аңлай алмай, төрлө яҡҡа һибелеп ҡаса башланы; күп ҡатындар балаларын ҡосоп йылғаға ташланды. Яралылар ҙа йылғала һәләк булды. Был һуйышта Һаҙлыйылғала мәйеттәрҙән күпер хасил булды. Ҡарттарҙы эт урынына таштар һәм күҫәктәр менән һуғып үлтерҙеләр, күкрәк сабыйҙарын ҡылыстар менән тураҡланылар, гөманлы бисара ҡатындарҙың ҡорһаҡтарын ярҙылар, йәш-елкенсәкте мауығып үлтерҙеләр. Шәһиттәрҙең мәйеттәрен ҡарғалар суҡыны һәм төлкөләр кимерҙе. Ошо көндә лә унда ул кешеләрҙең һөйәктәрен табырға мөмкин...

Көнө буйы барҙы шулай. Шунан һуң урыҫтар ҡалғандарға тын алырға форсат бирҙе күпмелер. Урыҫ башлығы указ уҡып ишеттерҙе, ошолай тиелгәйне унда: «Батша һеҙҙең гөнаһтарҙы кисерҙе, үҙегеҙҙең әүәлге йорттарығыҙға ҡайтығыҙ, бер кем дә теймәҫ һеҙгә». Урыҫтарҙың һүҙенә ышанып ҡайтып киткән күптәребеҙ аслыҡтан һәләк булды. Был көндәрҙә тамъяндар өйҙәренә ҡайтырға ҡурҡты, әммә тыуған ерҙәренән бөтөнләйгә өҙөлөргә теләмәгәнлектән, йәйләүҙә үткәрҙеләр йәйҙе. Ҡышҡыһын Ағиҙел буйҙарында ла тыныслыҡ тапманы тамъяндар, һуғыштан күп ҡайғыларға тарынылар. Уларға һис кем ярҙам ҡулы һуҙманы, һис кем яҡты йөҙ менән ҡаршыламаны. Кемдәрҙе дуҫ күрһәләр, күберәк шуларҙан дошманлыҡ осраттылар...

Минзәләгә яҡыныраҡ йәшәгән тамъяндар башлағайны бит һуғышты (күтәрелештең тәүге осоро тураһында бара һүҙ. — Й.С.). Өс йөҙ алтмыш дүрт атлының башында торған атаҡлы батырҙар, уҡ-һаҙаҡтар, мөстәр менән уңдан һәм һулдан да, алдан һәм арттан да ҡурсаланып, бер кемдән дә ҡурҡмайынса, елдәй елдерҙеләр. Күп осраҡтарҙа дүрт даруғаның да ғәскәр башлыҡтары шуларҙан тәғәйенләнде. Шуға ла әйтерҙәр ине: «Һуғышырға теләһәң, тамъяндарҙан кәңәш һора, бәхәсләшкең килһә, сарайлыларға өндәш».

Ҡыпсаҡтар, үҙҙәренең урыҫтар яҡлы булыуынан маһайып, Хоҙай уларға тыныслыҡ һәм бәхет килтерҙе, тип һананы һәм тамъяндарға ҡаршы көрәште. Тамъяндарҙан үс алырға теләп, Һаҡмарға барып еткән (йәғни Ҡасанҡый-Салаға йүнәлгән. — Й.С.) урыҫтар менән берләшеп, тамъяндарға ябырылды. Һуңғылары үҙҙәренә ҡотолор урын таба алманы...

Улар (тамъяндар. — Й.С.), күсенергә теләп, ҡыпсаҡтарҙың тарафына (баяғы беҙҙең Һаҙлыйылға буйына. — Й.С.) килгәйне, ләкин көтмәгәндә ҡыпсаҡтарҙан булған һатлыҡ йәндәр (тимәк, майор Останковтың ҡырғын әтрәтенә юл күрһәткән Ҡорманай — Ҡыпсаҡ ырыуынан. — Й.С.) Һаҡмарға килеүсе урыҫтарға хәбәр иткән улар хаҡында. Улар уларҙың мал-тыуарын ҡыуалап алып китте, ҡатын-ҡыҙҙарын ҡол итте, эшкә яраҡһыҙ ҡарттарҙың бөтәһен ҡырҙы. Тамъян аҡһаҡалдарынан Аҡманай, Йәнғол ҡасҡын, Кинжәғол, Солтанғол — бөтәһе шунда һәләк булды. Ҡатындар, урыҫтарҙан ҡоттары осоп, үҙ балаларын һыуға аттылар; бәғзеләренең сабый балалары тирәк ботаҡтарына эленгән сәңгелдәктәрҙә ҡалды — бөтәһе лә шунда һәләк булды, сөнки әсәләре уларҙы үҙҙәре менән алырға өлгөрмәнеләр. Күксә-тархандың ҡатынын — Сураҡайҙың әсәһен — әлһерәп бөткән ҡарсыҡты, урталай яра сабып, юлдың ике яғына быраҡтырҙылар. Тамъяндан Ҡорманғолдо, Аҡмайҙың улын, был фетнәле көндә урыҫтар ҡамап алған; үҙенең һөйләүенсә, ул, ике янды бер юлы ҡармап алып, керешен бөтөрә тартып, шуларҙан уң яҡлап — урыҫтарға, һул яҡлап мишәрҙәргә атып, үҙенә юл ярған. Бер мишәр уның артынан: «Ах, ни эшләнең һин, яуыз башҡорт?! Һеҙҙе аҫып бөтөрөргә тирәктәр ҙә етмәй бит!» — тип ҡысҡырып ҡалған. Тап шулай уҡ был көндә Күксә-тархандың туғаны Китһентүрә Тамъяндан күп иптәштәре менән бергә дошмандарға ҡаршы һуғышта ҡатнашты. Һәм улар дошман ҡулына эләкмәне — икенсе яҡҡа китте. Урыҫтар уларҙы эҙәрлекләне. Улар үҙҙәренең ауылдарына әйләнеп ҡайтҡас, улар урыҫтарҙан хат алды: Аҡыналы (Аҡмалы. — Й.С.) йылғаһы буйындағы һуғышта булыусылар кисекмәҫтән Минзәләгә килеп күренһен, үҙ ихтыярҙары менән килмәһәләр, этап менән килтереләсәктәр, тиелгәйне унда.

Бахыр мосолмандар! Урыҫтарҙың был хәбәре уларҙы үҙ баштарынан ваз кисергә мәжбүр ҡылды. Һатлыҡ йәндәр көлдөләр һәм уларҙың ҡайғыһынан ҡыуандылар. Был эштең башында торған урыҫ яҡлылар: Киршмәнән — Мөхәммәт Шәрифи, Түбәләстән — Мәсғүт, Аҡсар ауылына Ҡазандан килде улар. Шулай уҡ Нарыз Уразмәтов тигән берәү һәм уның кеүектәр хеҙмәт итте урыҫтарға. Хатта шуға тиклем барып еттеләр: үҙ әтрәттәрен төҙөп, бахыр мосолмандарҙы ҙур тырышлыҡ менән ауланылар һәм уларҙы урыҫ ҡулдарына һаттылар. Шулай уҡ Саратов яғынан пәйҙә булмыш казактар һәм мишәрҙәр, урыҫтарға тотоп биреү өсөн, дала мосолмандарын ауланылар (һуғыш суҡмарҙары тип йөрөттөләр уларҙы; улар көслөк менән башҡорт ерҙәрендә ҡалды һәм бөгөн дә күп әле улар); башҡорт ауылдарында берәүҙе лә тере ҡалдырманылар, бигерәк тә Ҡазан даруғаһында халыҡ аҙ ҡалды. Ҡалһа ла, ауыл һайын ике-өс кешенән артыҡ түгел. Ул заманда ун кешегә бер тун да, ун йортҡа бер балта ла булманы. Сәсеү өсөн орлоҡто ла Ҡазан еренән килтерҙек. Ауыр булды йәшәүе, тамаҡ туйҙырырлыҡ һис ни булманы, һәм шундай ҡара аслыҡ — әҙәм балаһы әҙәм итен ашай, тип һөйләнеләр. Ошо ауыр көндәрҙә мохтажлыҡтан дворяндарға ҡоллоҡҡа яҙылдылар. Дворяндарҙың ҡулында ҡолдар күп булды...

Сылбырлап бығауланған мосолмандар Минзәләгә күп килтерелде, бөтәһен дә төрмәләргә быраҡтырҙылар, ә яугир егеттәребеҙҙе ер аҫты зиндандарына яптылар. Ҡала тышына алты мөйөшлө бина ҡорҙолар, һәр мөйөшөнә тимер ҡаҙыҡ һерәйттеләр. Урталыҡта торған бер ҡаҙыҡ әйләнәһенә бейек дар ағастары ҡуйҙылар. Шунан һуң музыка шаулатып, батыр мосолмандарҙы килтерҙеләр, артынса указдар уҡып, урыҫтар үҙ ҡатиллыҡ эштәрен башҡара башланылар.Иң элек беренсе һуғыш башлағанды ултырттылар урталыҡтағы осло ҡаҙыҡҡа, уның ярҙамсыларын әйләнәһендәге осло ҡаҙыҡтарға ултырттылар. Ҡаҙыҡ уларҙың яурынынан килеп сыҡты; ә үҙҙәрен ҡаһармандарса тотҡандарҙы киҫәктәргә тураҡланылар, аҙаҡ баштарын сабып өҙҙөләр. Ҡайһыларын ҡабырғаларынан тимер ырғаҡтарға аҫып, баштарын өҙә саптылар, бәғзеләрен таштар бәреп үлтерҙеләр. Бер кемде лә аяманылар. Хоҙайым, урыҫ ҡулдарында ҡалғандарҙы ярлыҡа!

Мосолмандар Хоҙайға ялбарып ҡына йыуандылар. Язалауҙан азат булған ҡазан кешеләре, уржум сирмештәре үҙҙәренә башҡорттарҙың ҡатындарын һәм ҡыҙҙарын күпләп һатып алып, өйҙәренә алып ҡайтып киттеләр. Быларҙан тыш, Минзәлә ҡалаһы тышында күптәрҙе фронтҡа теҙеп ҡуйып, береһен-бер ҡалдырмай, мылтыҡтарҙан һәм туптарҙан атҡандар, тип һөйләнеләр.

Шул тиклем дә күп халыҡ ҡырылды ки, мәйеттәрен хайуан урынына сүплеккә ауҙарҙылар. Минзәлә йылғаһында боҙға мәке уйып, һәр ҡырҡ кешенән береһен генә ҡалдырып, утыҙ туғыҙын мәкегә батырҙылар. Мәйеттәр менән быуҙылар йылғаны. Шундайын да ҡот осорғос эштәр ҡылынды ки, әҙәм теле менән генә тасуирлап булмай уларҙы. Булғандарҙың йөҙҙән бер өлөшө генә мәғлүм ҡылынды бында... Ҡалған мосолмандарҙы, муйындарынан бер-береһенә бығаулап тағып, Ҡазанға ҡыуаланылар. Ҡазанға барып етә алмағандары юлда аслыҡтан һәм һыуһауҙан һәләк булды. Йығылғандарҙы ҡарауыл командаһы осло мөстәре менән сәнсеп үлтерҙе. Саҡрым һайын ун һәм унан да артыҡ кеше йығылды. Йылғаларға яҡын ебәрмәй һыуһатып, Ҡазанға килтереп үлтерҙеләр. Бер урыҫ ауылында ҡарауыл үҙе айырым йортҡа урынлашып, икенсеһенә башҡорттарҙы тултырып, тәҙрә ҡапҡастарын һәм ишектәрен нығытып бикләп, өйгә ут төрттөләр һәм өйҙәгеләрҙең бөтәһе лә утта янып һәләк булды.

Ошонан һуң әмер бирҙе урыҫтар: тере ҡалған башҡорттар ҡаҙнаға берәр ат тапшырырға тейеш. Даланың һәр башҡорто, бер ат тапшырып, яҙыулы ҡағыҙ алды, унда ни өсөндөр уны «хыянатсы-боласы» тип яҙҙылар. Урыҫтар яҡлы булған башҡорттарҙың һәр береһен ул ҡағыҙҙа «инабатлы башҡорт» тип нарыҡланылар. Ҡаҙнаға ат тапшырғанлығы тураһында ҡағыҙы булмаған башҡорттарҙы ҡулға алдылар ҙа һис бер аяуһыҙ рәүештә урыҫтарға тотоп килтерҙеләр. Һәм улар шунда һәләк булды. Шундайын да заманалар килде ки, әгәр мосолман ҡайҙа ла булһа урыҫ урамынан үтеп барһа, кесеһе лә, олоһо ла туҡманы уны, башына таш яуҙырҙы. Быларҙан тыш, ихтилал ваҡытында Тамъяндан һәм Ҡыпсаҡтан күптәр бәрелештәрҙән һуң ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ. — Й.С.) еренә ҡасты. Һуңғылары уларҙы, ике йөҙлөләнеп, ҡайғыларын уртаҡлашҡан булып: «Бахырҙар, урыҫ ҡулында интегәһегеҙ, һыуһынығыҙҙы ҡандырырбыҙ, тамағығыҙҙы туйҙырырбыҙ», — тигән булып ҡаршыланылар. Бахыр башҡорттар уларҙың ялған һүҙҙәренә ышандылар, ә ҡырғыҙҙар (ҡаҙаҡтар. — Й.С.), йәнәһе башҡорттар менән туғанлашҡан булып, уларҙың ҡоралдарын тартып алдылар, артабан үҙҙәренә эшләргә мәжбүр ҡылдылар, ә ҡатындарын тартып алдылар һәм мөлкәттәрен таланылар. Йәштәребеҙҙе эттәренән талаттылар, таштар бәреп һәм күҫәктәр менән һуғып үлтерҙеләр. Китсентүрә менән Сура ошонда һәләк булды. Уларҙың ҡатындары фарсыларға (тажиктарға. — Й.С.), ҡараҡалпаҡтарға, төркмәндәргә һәм башҡа ҡырғыҙҙарға ҡалды. Уларҙы шуларға һаттылар, балаларын әсәләре, ҡайғыларына сыҙай алмай, үлтерҙеләр. Унда уларҙы ҡарғалар, һайыҫҡандар суҡыны, төлкөләр ашаны. Башҡорттар, шул тиклем дә ҡайғыға дусар булғас, урыҫтар яғына киттеләр, ҡайһылары далаларҙа күскенселектә ҡалдылар, ҡайһылары, ҡырғыҙҙар (ҡаҙаҡтар. — Й.С.) менән көрәште ташлап, улар араһында тыныс тормош ҡорҙолар. Хәҙер ҙә уларҙың бер килкеһе осрай ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ. — Й.С.) араһында. Күренеп тора: ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ. — Й.С.) батырҙары — тамъян башҡорттарының нәҫеле улар».

 

Тимәк, был тәүәрихте, йөрәге ҡанһырап-һыҙлап, ихтилалда үҙе әүҙем ҡатнашҡан тамъян башҡорто яҙған, әммә исеме билдәһеҙ.

Секунд-майор Б.Л. Останков командалығындағы Яйыҡ казактары менән мишәрҙәр әтрәте бергәләшеп 1200 башҡортто бер юлы ҡырған урын (хәҙерге Һунарсы ауылы ултырған ер) төбәгебеҙҙең һыҙмаһында (һүр.6.1.) – тәре тамғаһы менән, ә Һаҡмарҙың һул ярынан ҡырғынсылар килгән юл пунктирлап күрһәтелде. Ҡорбанай тигән хыянатсы ҡырғынсыларҙы аҫтыртын килтергән йәшерен юлды төртөклө пунктирҙар менән билдәләнек; шул кисеү һәм уның аръяғындағы төбәк хәҙер ҙә Ҡормантай тип атала («Ҡорбанай»ҙан үҙгәргән булһа кәрәк). Хәҙерге Һунарсы ауылынан Сәнкем-Биктимергә табан Әселе үҙәкте сыҡҡас та, юлдың һул яғында һөргән ер эсендә (хәҙер инде һөрөлмәй — ауыл өйҙәре аҫтында ҡалып бара) эре-эре таштар менән уратылған, арҡырыһы — биш, буйы ун метр самаһындағы оҙонса-түңәрәк (овальный) уба, ә уның ян-яҡтарында шулай уҡ таш бураулы бәләкәйерәк ике уба бар ине — «Сәғир-Сағаид» зираты. Ҡайһы берәүҙәр уны, «Сағаид»ә һүҙен боҙоп әйтеп, «Сәғиҙә зираты» тип йөрөттө, шуға күрә унда, имеш, «атаһы менән ҡунаҡтан ҡайтып барышлайы юлда үлеп ҡалмыш Сәғиҙә тигән ҡыҙ күмелгән», тип һөйләне (бер юлы өс зиратҡамы?!.). Әммә зираттың бабаларыбыҙ ҡушып ҡалдырған ғәрәпсә исемендәге «Сәғир» — «ғазап уты», ә «Сағаид» — «бейек урын, уба» тигән һүҙ икән. Фани донъяла уҡ ғазап утында янып-язаланып үлеүселәрҙең — изге шәһиттәребеҙҙең уба-зираты, тимәк...

Мең дә ике йөҙ шәһит күмелгән был убаның эре-эре бура таштарын үткән быуаттың алтмышынсы йылдар уртаһында Хәмитов Миңнебай тигән кеше ташып алып, саҡ ҡына үрҙәрәк Әселе үҙәктең һул ярында өйөнөң нигеҙенә һалған (башҡорт маңҡортҡа әүерелә -- ата-бабалар тарихын тойомламай). Шул йылдарҙа Һунарсы ауылы Әселе үҙәктең уң ярынаса ҙурайып китеп, шәһиттәрҙең изге зираттарына еткерә яҙып кемдәрҙеңдер йорттары төҙөлгән һәм улар, изге зираттар, бура таштарының урланып бөтөүе сәбәпле, ер менән тигеҙләнгән -- зират булыуынан туҡтаған. Ошо көндә ул урынды ауылдың бер нисә ҡарты ғына (мәҫәлән, минең замандаштарым Сөйәрембәтев Фәсхитдин, Ҡыуатов Атауылла, Мостряков Алексей-Лүңке — ғүмерҙәре буйына шул зиратты уратып үтеп ер һөргән тракторсылар) күрһәтеп бирә алыр ине (ул изге урынды 2003 йылдың июлендә ғаиләм менән ауылға ҡайтҡаныбыҙҙа баяғы уҙамандар менән берлектә урта тәңгәленә бүрәнә киҫкәһе һалып билдәләп киткәйнек. Аҙаҡ 2008 йылда Фәсхитдин һәм Атауылла вафат булған тип ишеттем). Халҡыбыҙҙың ҡаны аҡҡан изге зират мотлаҡ тергеҙелергә һәм унда мәңгелек матәм һәйкәле ҡуйылырға тейешле, тип һанайым.

Һаҙлыйылға буйындағы ҡанлы еңеүенән рухланған секунд-майор Б.Л. Останков үҙенең ҡырғын әтрәте менән май айының аҙаҡҡы аҙнаһында Һаҡмар менән Яйыҡ аралығынан үрләп китә лә 113 башҡорт ауылын яндырып, 200 башҡорттоң башына етеп ҡайта. Үҫәргән ерендәге ҡырғын киләһе йылында ла

Һүр.6.1. Карталағы түңәрәк төртөклө пунктир -- Аҡһаҡтимер яуының юлы. Тәреле пунктир -- Кириловтың Ырымбур экспедицияһы юлы. Уҡлы һыҙыҡ -- батша ҡырғынсыларының Ҡасанҡый-Салаға (башҡорт яуының төбәгенә) уҙған юлы. 1. Сәнкем-Биктимер. 2. Ҡасанҡый-Сала -- батша ҡырғынсылары 1200 башҡортто ҡырған урын. 3. Ҡаҫмарт йылғаһының иҫке үҙәне. 4. Тәре-билдә -- Тирәкле йылғаһы янында Кирилов драгундары Килмәк-Абыз яуы менән һуғышҡан урын. 5. Тәреле түңәрәк-билдә -- Аҡһаҡтимер һәм Туҡтамыш-хан ғәскәрҙәре бәрелешкән урын.

 

шул рәүешле ҡоторона.

Баяғы секунд-майор Останковтың хисапнамәләре буйынса, Һаҡмар ҡәлғәһенән ул монаятлап юлландырған казактар һәм батша яҡлы (“доброжелательные башкирцы”) башҡорт ҡыпсаҡтарынан хасил 700 ҡырғынсы 1737 йылдың август аҙаҡтарында Ағиҙел аръяғынаса дөрөп, Нөгөш, Мәләүез йылғалары буйындағы ихтилалсы башҡорттарҙың ҡанын ҡойоп ҡайта.

2 сентябрҙә шул уҡ Останков ойошторған батша яҡлы (“доброжелательные башкирцы”) 700 башҡорт ҡыпсағы (шуға тиклем Ырымбур арты далаларында йәшәгәндәр; үҙҙәре ҡырған ихтилалсы-үҫәргән башҡорттарының ерҙәрен батшанан бүләк рәүешендә алып, хәҙерге Йәнсура, Күгәрсен, Бөрйән райондарында ереккән ҡыпсаҡтар), 300 казак, бергәләшеп, баяғы Эйек тамағындағы Һаҡмар кисеүенән уң яҡ ярға сығып, Ҡаҫмарт һәм Эйек йылғалары буйында йәйләгән Алғушай батыр Наҙаровтың иләүенә ябырыла; ошо хаҡтағы урыҫса документтан өҙөктө тәржемәһеҙ бирәбеҙ: “Майор Останков 2 сентября из Сакмары писал:...собравший он, майор, доброжелательных башкирцев з 700 же человек да яицких казаков с 300 человек, отправил на вора Алгишея по другую сторону реки Сакмары, о котором де есть известие, что кочует на реке Космарке и Оняку (дөрөҫө Эйек. – Й.С. [Материалы по истории Башкортостана, том VI, автор-составитель Н.Ф. Демидова. Уфа – 2002, №312, 475-енсе бит])”. Һөҙөмтәлә минең тыуып үҫкән төбәктең үҫәргәндәре йә ҡырылып, йә төрлө яҡҡа һибелеп бөтөп, бик һирәкләнеп ҡала, урындарына ерҙәребеҙгә баяғы батша яҡлы ҡыпсаҡтар килеп төйәкләнә (хәҙер һәр ауылда, тип әйтерлек, ҡатнаш йәшәйбеҙ). Соран йылғаһы буйы ҡыпсаҡтарының тап шул осорҙарҙа Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен, Көйөргәҙе һ.б. райондарына, мәҫәлән, Көйөргәҙе йылғаһы буйына күсенеп килеп урынлашыуы тураһында уларҙың шәжәрәһендә мәғлүмәт бар (“Ватандаш” журналы №2/2001 йыл, 164-енсе бит). Батша ҡырғынсыларының ҡанлы язаларынан ҡасып киткән Үҫәргән ырыуы Бишәй араһы башҡорттарының бер өлөшө көнсығышҡа -- Урал тауҙарына барып һыйына, хәҙерге Салауат районында шулар нигеҙләгән Бишәйләр ауылы (ул исемде, боҙоп, Бишәүләр тип тә яҙып йөрөтәләр) әле лә бар. Был ауыл кешеләренең тап Үҫәргән бишәйҙәре икәнлеген абруйлы ғалимдар раҫлай: “V ревизией 1795 г. была зафиксирована деревня под названием Бешевлярово. Член-корреспондент РАН, профессор Р. Г. Кузеев на основании информации самих жителей этого селения считает, что часть рода бишей (Усерганского племени), продвинувшись на северо-восток Башкортостана с бассейна р. Сакмары, обосновалась на берегу р. Юрюзань и основала д. Бешевлярово. Два родовых подразделения в деревне называются бишей и бурес (буре - волк)”. Ҡарағыҙ: А.З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана. Уфа “Китап” -- 2001, 112-нсе бит. Ошоноң һымаҡ уҡ, тарихи Башҡортостандың көнбайышындағы Минзәлә өйәҙендә йәшәгән, Аҡай Күсемов күтәрелешендә әүҙем ҡатнашҡан Тамъян ырыуы ла тулыһынса көнсығышҡа -- Урал артына китеп төйәкләнергә мәжбүр була.

 

Ырымбур ҡалаһын төҙөүгә ҡаршы күтәрелеш 1735 йылда беҙҙең Үҫәргән ерендә башланыуын, уның башында тәүгеләрҙән булып Үҫәргән ылыҫы старшинаһы Алғушай батыр Наҙаров, Кәлсер ылыҫынан — Килдеш, Дыуандан — Солтан батыр Арыҫланбәков тороуын әйтеп үтәйек. Эйек тамағындағы Һаҡмар кисеүенә китеп барған Кирилов экспедицияһының юлына арҡылы төшөп, Вологда роталарын тар-мар ҡылыусы 2 — 3 меңлек ғәскәрҙе лә Килмәк абыз, Бәпәнәйҙәр менән бергә Үҫәргәндән — Алғушай батыр, Тамъяндан — Сәйет бай, Ҡатайҙан — Көләүкәй, Йәнбәк, Күсәкәйҙәр юл башлап килтергән. Ихтилалсылар яуында батша ғәскәрҙәренә ҡаршы беҙҙең төбәктән йәнә Алғушайҙың улы Солтанаҡбирҙе, бер туғаны Морат Наҙаров, шулай уҡ Ишмәк батыр Теләшев, Зыянғол, Ишәй (бөтәһе лә Үҫәргән ылыҫынан), Сәнкем ылыҫынан Аҡбаш Солтан батыр (1738 йылдың 20 апрелендә яҙылған мәғлүмәт буйынса, шул йылдарҙа Ҡыҙыл йылғаһы буйында вафат була), Үтәғол бай тархан Шөкөров, Теләүембәт, Бужан бай, Усман батырҙар йәндәрен аямай һуғышҡан. 1737 йыл аҙаҡтарында бер нисә мең ихтилалсы-башҡорт ғаиләһен, ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйерҙең вәғәҙәләренә ышанып, ҡаҙаҡ урҙаһына алып сығып китеүсе һәм, баяғы тәүәрихтә яҙылған ҡаҙаҡ хыянатына дусар булып, ҙур яфа һәм юғалтыуҙарҙан һуң, ҡалғандарын Башҡортостанға ҡабат алып ҡайтыусы ла — Алғушай батыр Наҙаров.

Һунарсы ауылы осондағы Һаҙлыйылға яры башында Ҡасанҡый-Сала фажиғәһенең тере шаһиты — түбәһе күккә терәлгән, тамыры ергә көрмәлгән, дүрт кешенең ҡоласы етмәҫлек йыуан олонло баһадир Тирәк бар ине. Мин Өфөгә күсеп киткәс, бер дауылда төнө буйына шаулап, гөрһөлдәп ауҙы, тинеләр...

 

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 553. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Машины и механизмы для нарезки овощей В зависимости от назначения овощерезательные машины подразделяются на две группы: машины для нарезки сырых и вареных овощей...

Классификация и основные элементы конструкций теплового оборудования Многообразие способов тепловой обработки продуктов предопределяет широкую номенклатуру тепловых аппаратов...

Именные части речи, их общие и отличительные признаки Именные части речи в русском языке — это имя существительное, имя прилагательное, имя числительное, местоимение...

Словарная работа в детском саду Словарная работа в детском саду — это планомерное расширение активного словаря детей за счет незнакомых или трудных слов, которое идет одновременно с ознакомлением с окружающей действительностью, воспитанием правильного отношения к окружающему...

Правила наложения мягкой бинтовой повязки 1. Во время наложения повязки больному (раненому) следует придать удобное положение: он должен удобно сидеть или лежать...

ТЕХНИКА ПОСЕВА, МЕТОДЫ ВЫДЕЛЕНИЯ ЧИСТЫХ КУЛЬТУР И КУЛЬТУРАЛЬНЫЕ СВОЙСТВА МИКРООРГАНИЗМОВ. ОПРЕДЕЛЕНИЕ КОЛИЧЕСТВА БАКТЕРИЙ Цель занятия. Освоить технику посева микроорганизмов на плотные и жидкие питательные среды и методы выделения чис­тых бактериальных культур. Ознакомить студентов с основными культуральными характеристиками микроорганизмов и методами определения...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.01 сек.) русская версия | украинская версия