Аҡһаҡ Тимер уҙған юл
Аҡһаҡтимер алғасҡыһы, баяғы тәүге мәйет ҡал-ған ерҙе үтеп, Ҡыҙылташ тауын төшкәс, Һыулау тип аталған гүзәл Һаҡмар яры буй-ындағы уйһыулыҡ-та башҡорттарҙың тағы ла дүрт яугире менән бәр-елешеп, береһе-нең ҡылыс менән башын өҙә сабалар, ә өсөһөн Аҡһаҡ Тимер ыҫтанына тотоп килтерәләр. (Һүрәт: Аҡһаҡтимер яуында һәләк булған батырыбыҙ -- Әүлиә зираты эргәһендә. Сәнкем-Биктимерҙең мал Һыулау тәңгәле). Башы сабып өҙөлгән яугиребеҙҙең кәүҙәһе ат өҫтөндә бер талай елеп барып, башы тәгәрәп төшкән ерҙән байтаҡ ҡына алыҫта ауып ҡала. Был кеше, имеш, әүлиә булған һәм, үҙенең ҡайһылай үлерен алдан уҡ белеп, кәүҙәһен дә, башын да ҡолап төшкән ерҙәрендә күмергә әйтеп ҡалдырған һәм шулай эшләгәндәр ҙә. Шунан биреле ул ике уба Әүлиә зираты тип атала. Минең яҡын олатайым Хисамитдин Шиһабитдин улы Солтанов (1890 йылда тыуған) беренсе донъя һуғышының үлемесле ғәрәсәтендә йөрөгәнендә: «Әгәр тыуған илкәйемә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһам, тауҙан таш сығарып, Әүлиә зиратын бурап ҡуйыр инем», — тип нәҙер әйтеп, ҡайтыуы менән үк шул изге бурысын үтәгән (60 — 70-енсе йылдарҙа Һарыҡташ ҡасабаһында йорт һалыусы “шабашник әрмән” тигән выжданһыҙ йәндәр таштарын урлап алып киткән). Шул Әүлиә ярлыҡауылыр инде: Хисамитдин олатайым 1918 йылда ҡыҙыл гвардиясы булып, Орск янындағы һуғышта аҡ казак ҡылысынан муйынын саптыртҡас та, иҫән ҡалып, оҙаҡ йәшәне, ғүмере буйына Ҡыйышмуйын тигән ләҡәп йөрөттө («Урман бабай» исемле хикәйә-китабымдың геройы)... Аҡһаҡ Тимерҙең урҙаһы Ҡасанҡый-Салаға табан хәрәкәтен дауамлап, Туҡтамыш-хандың унда юҡлығын күреп, ауылыбыҙҙың көлөн күккә осора — байҙың янып көл-күмер булған утын тауы тураһындағы риүәйәттең төбөндә лә, моғайын, шул яталыр... Бындағы яндырыу һәм үлтереү эштәрен теүәлләгәс, ҡан дошманы Туҡтамыш-хандың ҡайҙалығын билдәләргә темеҫкендәр ебәреп баш-күҙ алыр өсөн, шул Ҡасанҡый-Сала һәм Билән тау араһындағы хәҙерге Һунарсы ауылы ултырған яҫылыҡта лағыр ҡороп урынлаша. Тарихсы яҙыуынса, шаҡтай шөбһәләнгән «Тимер яңы темеҫкенлеккә үҙ улы Мөбәширҙе тәғәйенләне, ҡаршы яу тураһында ниндәй ҙә булһа яңылыҡ белмәй тороп, әйләнеп ҡайтмаҫҡа бойорҙо». Был Мөбәшир етәкселегендәге темеҫкен әтрәт Билән тау итәгендә хәҙерге Һунарсыға яҡын Ҡаҙаҡтар сабынлығында Ҡаҫмарт йылғаһын һәм йылға аръяғындағы һыубаҫар Олобай батҡаҡлығын, хәҙерге Шыртуғай моронондараҡ, уның иң тар өлөшөнән уҙғандан һуң, шундағы Аҡма (Ҡаҫмарт тармағы) йылғаһын да кисеп, Көрмөйә тауы итәгендәге ҡаты юлға сыға. Был юл хәҙерге Яңы Ғафар (Яңауыл) эргәһендәге Һаҡмар буйынса үргә табан Ҡараһыу тамағындағы (хәҙер унда Черноречка ауылы) Һаҡмар кисеүенәсә илтеп, Һаҡмар аръяғынан Яйыҡтың Алабайтал (Гирьял) кисеүенәсә һуҙыла (Муйтән бабабыҙ ҡасҡан юл). Мөбәшир әтрәте, хәҙерге Яңы Ғафар һәм Ҡараһыу (Черноречка) ауылдары араһындағы урманда туҡталған, Туҡтамыш-хан ғәскәрҙәренә ҡушылырға китеп барған бер төркөм башҡорт яугирҙәрен ҡапыл барып баҫҡанлыҡтан, ҡыҫҡа һуғышта уларҙы еңеп, 40 кешеһен әсир итеп алып ҡайта. Аҡһаҡ Тимер башҡорттарҙы, үҙенә кәрәклеһен һорашып белгәс, шунда уҡ үлтертеп ташлай. Һунарсынан Билән тауға күтәрелгән юлдың һул яғындағы оҙон ҡырла һырты буйлап рәт-рәт теҙелмеш тәпәшәк (40 — 50 см бейеклектәге) түп-түңәрәк ҡорғандар бар — шул 40 әсир кәүҙәләре, бәлки, шунда яталыр?.. Был яҡтарҙа «Үҫәргәндең (нуғайҙың) ҡырҡ батыры» тигән риүәйәт тә таралған. (Башкирские предания и легенды. Уфа, 1985; 112-нсе бит)... Туҡтамыш-хан әмирҙәренең береһе булған Мәмәкте лә тотоп килтерәләр, ул да, баяғы һәләк булмыш башҡорт яугирҙәр төркөмө кеүек үк, Туҡтамыштың бойороғо буйынса баш ҡала Сарайҙан килеп етеп тә, хандың үҙен таба алмай ҡаңғырып йөрөмөш икән. Шул рәүешле, Туҡтамыш-хандың Иҙел буйынан килеп етергә тейешле ғәскәрҙәре лә килмәй ҡала, һөҙөмтәлә башҡорт ғәскәре бер үҙе генә, тип әйтерлек, Аҡһаҡ Тимер яуына ҡаршы торорға мәжбүр була. Өҫтәүенә, Ҡараһыу тамағынан байтаҡҡа үрҙәрәк Ҡаҙанболаҡ тамағындағы Бәкәтәр (хәҙерге рәсми исеме Йәнсура) аулында ыҫтаны менән килеп урынлашҡан һәм Аҡһаҡ Тимергә ҡаршы торорҙай барлыҡ көстәрен туплай башлаған Туҡтамыш-хан урҙаһында Аҡһаҡ Тимер файҙаһына аҫтыртын эшләүсе һатлыҡ йәндәр була, хәрби серҙәр дошманға еткерелә. Баяғы юлдан ебәрелгән Аҡһаҡ Тимер бағауылдары, «Неделе-тархан, Мули, Сайын-Тимер һәм бер нисә ҡыйыуйән менән әмир Хәмит улы Йәлил» Ҡараһыу тамағы тирәһендә Туҡтамыш-хан яғынан килеүсе төркөм менән осрашып һөйләшеп, Аҡһаҡ Тимергә Алтын Урҙа ханы ыҫтанының ҡиммәтле хәрби серҙәрен алып ҡайта. Һаҡ эш ҡылыусы Аҡһаҡ Тимер алынған ул мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн асыҡларға Иҫке-Тимер етәкселегендәге батырҙарын темеҫкенлеккә юлландыра; улар Туҡтамыш-хан төп көстәренең Һаҡмар уң яры буйлап бында ҡарай етеп килеүен белдереүсе алғасҡыға тап булып, йәһәт боролоп ҡаслар, тегеләре уларҙы баҫтыралар. Аҡма кисеүе эргәһендә ҡыуып етеп, киҫкен бәрелештә Иҫке-Тимер әмир үҙе һәм яҡын ярандары «Йәғәфәр-барлас улы Хөрмәлек, Рамазан-хужа һәм Мөхәммәт-арлат» башҡорт уҡтары ҡаҙалып һәләк була; мәйеттәрен лағырға алып ҡайтып, баяғы Һунарсынан Билән тауға илткән юлдың уң яғында дөйөм ҡәбергә һалалар. Буйы — 5, арҡылыһы — 3. бейеклеге 1 — 1,5 метр тирһе дүрткел итеп өйөлгән был тарихи уба юлдан уҙғынсы һәр кемдең күҙенә салынып ятты, әммә хәҙер һуңғы йылдарҙа һалынмыш бейек таш юл өйөмө аҫтында ҡалған... Ташкенттан сәфәр сыҡҡандарынан һуң алты ай уҙғас, Аҡһаҡ Тимерҙең төп көстәре Һаҡмарҙың уң яғындағы яланда — Ҡараһыу тамағы һәм Һаҡмарҙың һул ярындағы Ҡондорса (хәҙерге Кондуровка тимер юл туҡталышынан үрҙәрәк) йылға тамағы ҡаршыһындағы аралыҡта Туҡтамыш-хандың башҡорт ғәскәре менән ҡаты бәрелешә (“Заманалар” тигән китабымда ул хаҡта тулыраҡ яҙылды). Аяуһыҙ алышта башҡорт ғәскәре тулһынса тар-мар ҡылынып, Туҡтамыш-хан үҙенең ярандары менән Кондуровка тәңгәлендәге Һаҡмар кисеүенән сығып ҡаса; артынан Иҙелгәсә эҙәрлекләп ҡыуһалар ҙа, тота алмайҙар уны... Шул кисеүҙе сыҡҡас, тимер юл буйында ике бейек ҡорған бар — ике яҡтың шул һуғышта һәләк булған яугирҙәре айырым-айырым ерләнгәндер, тигән тоҫмаллау ҙа бар...
|