Саҡ ҡына төпкөл тарих
Ижад юлы – бәхет, шатлыҡ юлы. Әммә ауыр, хәтәр ҡайсаҡта. Ҡурҡыу белмәҫ ысын батыр ғына Йығылмайса атлай ул сафта.
Йыһат ҡустым, һиндә саф, халыҡсан Тыйнаҡ түҙем, ҡөҙрәт етерлек. Талант көсөң бер юл ярып алһа, Даръя булып ағып китерлек.
Илле йәш ул – ил ағаһы йәше. Килешеп тора һиңә бигерәк тә. Илле йәш ул – ирҙең бөркөт сағы, Ғәйрәт йыйған сағы беләккә.
Йәшә ҡустым, ҡүҡрәк киреп, йырлап, Бәхет йондоҙоңа юл ярып. Яңрап торһон саф йөрәктән сыҡҡан, Ил йөрәген тойған моңдарың.
Ҡотло булһын, ҡустым, илле йәш! Тағы илле йәшә шулай йәш. Ижад шишмәң кибеү белмәһен, Ҡартлыҡ еле һиңә теймәһен.
Зәйнәб Биишева. 04.XII.1982
Редакторы
Солтанов Йыһат. Әҫәрҙәр ун биш томда, VII том. Эскерһеҙҙең тормошо (Заманым. Ауылым. Ырыуым. Шәжәрәм) – хәтирәләр. Өфө: «Китап», 2003. — 544 бит, яҡынса 44 баҫма табаҡ.
Ауыр, ҡатмарлы һәм фәһемле тормош юлы үткән, ябай һабансы-колхозсынан алып күренекле әҙип, тарихсы-ғалим дәрәжәһенәсә үҫешкән, алтмыш ете быуын ата-бабалар шәжәрәһен ентекләп асыҡлаған авторҙың ғүмер тәүәрихе илдекенә, халыҡтыҡына тығыҙ бәйләнештә бирелеүе менән мемуар әҙәбиәтебеҙҙә үҙенсәлекле айырым бер урын алып тора һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыла. Илебеҙҙең үткән быуат елле-дауыллы һәм ҡатмарлы ваҡиғалары ә кешеләрҙең шуға, бер-береһенә мөнәсәбәте авторға хас тоғролоҡ менән йәшермәйенсә, биҙәмәйенсә бирелә. Был китап башҡорт мемуар әҙәбиәтенә тос өҫтәлмә булмаҡсы.
Саҡ ҡына төпкөл тарих
Ә инде район үҙәгебеҙҙең Йәнсура тигән рәсми аталышына килһәк, атаҡлы «Үҫәргән тәүәрихе»ндәге ырыу шәжәрәбеҙгә теркәлгән, ҡасандыр шул бик боронғо Бәкәтәр тигән ауылда түрә булып торған бабабыҙҙың исеменән килә ул[2] (шунан һуң ауыл ошо көндәргәсә ике исемле булды: халыҡ телендә -- Бәкәтәр, рәсми аталышы Йәнсура). Был бабаның нәҫелдәре ошо көнгәсә фамилияларын боҙмайынса, Йәнсурин (Янсурин) тип яҙып йөрөтәләр, «Башҡортостан» гәзитенең ҡарт журналисы Ф. Абдуллин уҙамандың ташҡа баҫылған бер ҙур мәҡәләһендә лә күренде был. Ауылдың ошо күркәм исемен, иҫке төрки яҙмаһында ҡабул ҡылынғанса, бер аҙ татарлаштырып, тәүҙә — Жәнчура, бара-тора Зианчура (урыҫса Зиянчурино) тип рәсмиләштергәндәр... Башҡортостандағы район үҙәген шул Бәкәтәрҙән Иҫәнғолға күсергәндә, күрәһегеҙ, уның боҙоҡ исеме лә бергә киткән, «хатта стеналарҙағы ҡаҙау-сөйҙәргә тиклем һурып алып киттеләр» тип һөйләй торғайны өлкән быуын... Башҡортостаныбыҙҙан ситләтелгән райондар араһынан нәҡ беҙҙеке — иң бәхетһеҙе булып сыҡты. СССР-ҙың баш түрәһе алабарман Н.С. Хрущев заманында уны бөтөрөп, биләмәләренең яртыһын — Ҡыуандыҡ, яртыһын Биләй райондарына ҡуштылар. Йомоштарыбыҙ менән Ҡаҫмарт, Һаҡмар һәм телдәре татарлашыуға ауышмыш Үҫәргән (апанды араһы) башҡорттарының Алабайтал ауылы аша Яйыҡты (Уралды) кисеп сығып, Ҡаҙағстандың ҡомло сәмүм елдәре, ә ҡышҡыһын һепертмә ҡар бурандары иҫеп торған алыҫ Биләйгә йөрөнөк. Ләкин быныһы ла оҙаҡҡа барманы — беҙҙең яҡ яртыны Биләйҙән кире ҡырҡып алып, Һарыҡташ районына йәбештерҙеләр. Ошо көндә мин үҙемде иле-ере таланған, кеше илендә йәшәгән килмешәктәй хис итәм, сөнки Башҡортостанымда минең үҙ районым юҡ, ә етәкселегендә башҡорттарҙан бер кем дә булмаған һәм башҡорт мәҙәниәтен, минең мәҙәнилегемде бар тип тә белмәгән һәм кәрәкле һанамаған Ырымбур өлкәһе һәм райондарында мин улар өсөн — шырау, ҡунаҡларлыҡ йорто-ере булмаған бер мосафир. Ҡасандыр ғәзиз бабабыҙ Муйтәндең Иртыштан алып Иҙелгәсә йәйрәп ятҡан биләмәләренән исеме генә ҡалды минең өлөшкә. Бөтөндө бөтөргөң килһә, ботарла ла бүлгеслә, тигәндәре ошолор...
Иртыш-һыуҙан алып — Иҙелгәсә, Ағиҙелдән — алыҫ Кәспийгәсә Усаҡ яға беҙҙең Үҫәргән. Өнһөҙ өлкәләрҙең өлпөләре Булып бүлгесләнгән, бүҫелгән.
Тере тәнде сабып тураҡлауы Топор-балтаға тик килешә. Ҡаңғырамын, ҡанап, бүлкәләрҙә, — Шағир йәнен киҫкәс өлөшкә...
Һәм Ҡаманан алып — Обь-һыуғаса, Ағиҙелдән — ҡарлы ҡотопҡаса Ярты яғым — Башҡорт ҡанһырай. Йөрәгемдең төбөн — Межгорьены Умырып алып, «топор» ҡон һорай...
Тыпырсынған тере ҡалъяларҙың Йәне сыҡһа сығыр, — өнө юҡ. Гүр ташылай ҡатҡан Каруанһарай, Биленә тиң моңға күмелеп.
Ай-осона ҡарпып, ҡушбаш-ҡоҙғон Тәсбихләрме ҡара тәкбирен?.. Юҡ! — «Топор»ҙо гүргә быраҡтырҙы Һүнмәҫ рухым, еңеп тәҡдирҙе!
«Башҡортостан — ҡайын япрағы», тип Ҡайыҙлаусы ҡылмаҫ тантана! «Топор»соноң йәне тыпырсынып, Ҡурай остарынан ҡан тама.
Әйткәндәй, ошо көндә Самара өлкәһенең Оло Черниговка районында бүленеп ҡалған ана шул минең ырыуҙаштарым үҫәргәндәр башҡорт донъяһына бөйөк ике әҙипте — Һәҙиә Дәүләтшина менән Рәшит Ниғмәтиҙе тыуҙырған. Минең дә алыҫ бабаларымдың береһе булған атаҡлы Бикбау-көнәсәнән (кенәздән) тармаҡланыу халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең нәҫел шәжәрәһендә бик асыҡ күренә: Рәшит — Ниғмәтулла — Өркөнбай — Диңгеҙбай — Юлымбәт — Үтәгән — Бикйән — Ҡотлогилде — Теләүкәй — Бикбау. Ағасы — Миләш. Ҡошо — Торна. Тамғаһы — Ҡойошҡан». («Ағиҙел» журналының 1999/10 һаны, 178-енсе бит). Үҫәргәндең үҙҙәрен Бүре-әсәнән тыуған (йәки уны имеп үҫкән) башбаба тоҡомдары итеп һанауы (Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар. Башҡортостан китап нәшриәте, Өфө — 1980; 82-нсе бит, № 49) һәм шуға күрә бүре-эткә табыныуҙары, ә урта быуаттарҙағы татар-монгол илбаҫарҙары һәм уларға буйһонған илдәрҙең ҡәүемдәре ошолай бүре-эткә табыныусы үҫәргәндәрҙе «нуғай» (монголса ул «эт» тигән һүҙ) тип атауҙары (Чокан Валиханов. Избранные произведения. «Наука», М. — 1986; 235-енсе бит) мәғлүмдер. Һәм ҡасандыр Ағиҙел буйҙарынан Ҡубанға күсенеп киткән, хәҙер ҙә шунда ил ҡороп йәшәгән «нуғай»ҙар — минең менән бер нәҫелдәш (шәжәрәләренән үк күренә) — бер үк Үҫәргән ярсығы... Инде тыуған төйәгемә ҡайтайыҡ. Боролоп-боролоп аҡҡан Ҡаҫмарт һыуы Һаҡмарға килеп ҡойған ерҙә ике йылғаның һыуын һыулап ғүмер иткән ата-бабалар ауылы Сәнкем-Биктимерҙе тарихи төҫмөрләтергә тип ғәзиз әсәйем Бибисадиҡа (1896 йылда тыуған) аманатлап яҙып ҡалдырған ҡәҙерле ҡомартҡыны үҙгәртмәйенсә, тип әйтерлек, күсерәм.
|