Мин дә бар был донъяла
Беҙ, Солтановтар, Сәнкем-Биктимерҙең тәрән тамыры. Атайым Әҙеһәм Мөхәммәтсадиҡ улы 1895 йылдың иҫке стиль буйынса 8 февралендә Үҫәргән ырыуы аҫаба башҡорт ҡартатайым Мөхәммәтсадиҡ Әйүп улы Солтанов менән уның хәләл ефете — еребеҙгә ебәрелмеш мишәр ҡартәсәйем Бибилатифа Ямалитдин ҡыҙы Әбдрәшитова ғаиләһендә донъяға килгән.
Әсәйем Бибисадиҡа Ғәбиҙулла ҡыҙы Солтанова 1896 йылдың иҫке стиль буйынса 2 отябрендә Үҫәргән ырыуы аҫаба башҡорт олатайым Ғәбиҙулла Билал улы Солтанов менән үҫәргәнләшкән Бөрйән ырыуы аҫаба башҡорт оләсәйем Бибиғәфифә Мөхәммәтзариф ҡыҙы Байназарова ғаиләһендә тыуған донъяға. Оләсәйем (әсәйемдең әсәһе) Бибиғәфифә тәүҙә Абзан ауылының Хәйрулла Камалитдин улы Байназаровҡа кейәүгә сығып, унан айырылған да ҡатыны үлгән 40 йәшлек олатайым (әсәйемдең атаһы) Ғәбиҙулла менән 1895 йылдың 11 декабрендә — егерме ике йәшендә никахлашҡан. Шәжәрәмдең ир-ат быуынын барлағанда, атайым яғы ла, әсәйем яғы ла бишенсе быуындағы мәҙкүр Болаҡбайҙың туғыҙ уландары араһындағы Әбделмәмбәт менән Аҡкилде исемле бер туғандарҙан килә: 1. Әбделмәмбәт — Әйүп Әбделмәмбәтов (1792) — Мөхәммәтсадиҡ Әйүп улы Солтанов (1846) — Әҙеһәм Мөхәммәтсадиҡ улы Солтанов (1895) һәм: 2. Аҡкилде (1773) — Билал Аҡкилдин-Солтанов (1814) — Ғәбиҙулла Билал улы Солтанов (1853) — Бибисадиҡа Ғәбиҙулла ҡыҙы Солтанова (1896)... Нәҫелебеҙгә Болаҡбаев фамилияһын биргән Болаҡ батыр бабабыҙ иһә быуындар сылбыры аша туранан-тура Муйтән-бейгә барып тоташа: Болаҡ — Иҫәнбирҙе — Күскенсе — Мусҡа — Сөйәлғужа — Үҫәргән — Ябынсы Яҫауыл — Һырыш-би — Һарыбаш-би — Тимерҡабыҡ-би — Арбан-би — Урал-би (Аралбай) — Манғут-би — Һеркә-би — Бүрекәй-би (Бүҙәк-би) — Шаҡмалы-би («Ҡасыр Улы») — Муйтән-би («Ҡасыр»)... Бабам Ябынсы Яҫауылдың шанлы исеме тарихҡа ла яҙылған. Ул тәүҙә йәш ваҡытында, урыҫ батшаһының ливон һуғыштарында уның ғәскәренә хеҙмәт итеп, яҫауыл дәрәжәһен ала. Һуңынан Ҡазан ханлығында үҙенең башҡорт ғәскәре менән даими хеҙмәттә була, Ҡазан ҡалаһы янында уның Ябынсы ауылы әлегесә бар, тиҙәр. 1552 йылда яуыз Иван Ҡазан ханлығын яулағанда Ябынсы Яҫауыл бабабыҙ үҙенең башҡорт ғәскәре менән Ҡазан
Атайым Әҙеһәм герман һуғышынан 1918 йылдың ҡышында — ҡыҙылдар һәм автономия яулаусы аҡ башҡорттар араһындағы ҡораллы алыштың иң ҡыҙышҡан мәлендә ҡайтып төшә. Ҡыҙыл ғәскәр башҡорт ауылдарын талай, һәр башҡортто автономиясы яуыз дошман итеп күрә. Атайым яңы ғына өйгә ҡайтып кергән, өҫтөндәге һалдат хөлләһен дә һалмаған, әммә аяҡтарына ата-әсәһе оҫта быймасынан баҫтыртып әҙерләп ҡуйған өр-яңы аҡ быймаларҙы кейеп алған. Тап шул көндә ауылды ҡыҙылдар килеп баҫа, «автономиясы башҡорт»тарҙы өйбөрөнсә йөрөп йәберләү башлана... Атайымдың бер туған һеңлеһе Сәлимә абыстайым (һүрәттә) ошолай иҫләр ине: «Ҡораллы ике ҡыҙыл әрмис ишек-те тибеп асып, ажғырып килеп инде лә Әҙеһәм абзыйымдың яғаһынан алды: «Япфаймат башкир, тебе автономия нужна?! — Башы менән ишек төбөнә ҡаратып иҙәнгә һуҙып һалдылар ҙа: — На тебе автономия!» — тип башы тәң-гәленә аттылар, аяғындағы быймалар-ын һалдыртып алып сығып киттеләр. Мылтығының пүләһе абзыйымдың сикәһен һыҙырып үтеп, ая ҡалынлыҡ ҡарағас иҙән таҡтабыҙ буйҙан-буй шартлап ярылды, ә абзыйым ҡото ос-оуҙан ай самаһы ауырып ятты»...
Ә мин шуларҙы даими хәтерләткән, пуля тейеүҙән ысынлап та «буйҙан-буй шартлап ярылған» иҙән таҡтабыҙҙы күреп һәм өҫтөнән йөрөп үҫтем һәм 1965 йыл Өфөгә күсеп киткәнебеҙсә буйлатып атлап йөрөнөм... Атайымды ла оҙаҡламай башҡорт армияһына саҡыртып алалар һәм ул, Татар Ҡарғалыһы янында тир (тиф) сиренән йығылғанынса, Муса Мортазин бригадаһында йөрөп һуғыша. Әсәйемде ул, шул яуҙарҙан әйләнеп ҡайтҡас, егерменсе йылдар аҙағында ғына алған булырға тейеш (аныҡ белмәйем), сөнки әсәйемдең унан тапҡан беренсе балаһы, үҫмер сағында үлгән Нәзһәт абзыйым, 1927 йылда донъяға килгән, ә мин иһә, икенсе бала булып, 1932 йылдың 3 декабрендә тыуғанмын. Минән һуң Нажиә тигән һеңлем булып үлгән, ә Сөйөндөк исемле туптай тәгәрләп йөрөгән ҡустыҡайым, иҙәндә имгәкләп йөрөгән сағында бөтәбеҙҙең күҙе алдында өҫтөнә ҡайнап ултырған самауыр түңкәрелеп йән бирҙе (уның йән әсеһе менән ҡысҡырыуы, ошо етмеш йәшемдә лә, әле булһа ҡолаҡ төбөмдә һәм, иҫемә төшкән генә һайын, йөрәккәйем ҡанһырай)... Шулай итеп, әсәйемдең бөртөк-бөртөк балаларынан яңғыҙым иҫән ҡалғанмын (ошо юлдарҙы яҙҙыртырға Хоҙайым аралағандыр). Ләкин Ғазраил әфәнде салғылы ҡулын һуҙып ҡараған миңә лә: өс айлыҡ ҡына сағымда үпкәм шешеп, саҡ-саҡ олаҡмағанмын — Бибиғәфифә оләсәйем көн дә, көн дә күкрәгемә һары майлы ҡағыҙ ябып, ошо көндәр өсөн ҡурсалап ҡалған. Тап шул йылда атайым өй һатып алып, ауыл советлы, почталы, магазинлы, фельдшерлы һәм башланғыс мәктәпле ҙурыраҡ ауыл Һунарсыға күскәнбеҙ. Төбәктәге бөтә ваҡ-төйәк колхоздарҙы бергә ҡушып, «гигант колхоз» ойошторолғас, атайымды баш ҡалабыҙ Өфөлә ашнаҡсылыҡҡа өйрәтеп ҡайтарғандар һәм ул «гигант колхоз» үҙәге Әрсүндә (хәҙерге Башҡортостандың «Һаҡмар» совхозы) асылған ашхананың баш ашнаҡсыһы булып шөһрәт ҡаҙанған, ә беҙ ауылда ҡалғанбыҙ. «Гигант колхоз» күп тә тормай тарҡалғас, атайым, ауылыбыҙға ҡайтып, магазинға һатыусы булып урынлашҡан, ләкин эштәре гөрләп бармаған, буғай, сөнки өйөбөҙгә ваҡытлыса һаҡларға алып ҡайтҡан ҡаҙна аҡсаһын урлатып, әсәйемә шул сумманы шәлдәр бәйләп һатып йыйған аҡсаһынан түләргә тура килгән. Атайымды үҙем күреп белгән ике эпизод ҡына ҡалған иҫемдә. Яңы яуған йоҡа ғына ебешкәк ҡарҙы ишек алдында тутыҡ ҡалай киҫәге менән көрәп уйнап йөрөгәнемдә, Йылайырҙа ағас ҡырҡып ятҡан атайым пар ат егелгән оҙон арбаһында дөбөрҙәп ҡайтып керҙе; ҡыуанып ҡаршы йүгергәйнем, һөрлөгөп йығылып, тутыҡ тимерем һул ҡашымды зәһәр ярып ебәрҙе (ғүмерлеккә ҙур бирсәләнеп ҡалды)... Оһолһоҙлоғом арҡаһында алған тәрән бирсәләрем эйәгемдең уң яғында (әсәйем менән бер туған Хәбибулла абзыйым Орскиҙан уйынсыҡ итеп алып ҡайтҡан, ҡыҙыҡтырып өҫтәлдә ятҡан электр лампаһын үрелеп алайым тигәнсе, өҫтөнә йығылып ҡырҡылдым), уң беләгемдең һум итендә лә иҫтәлекле һаҡлана (туғыҙ йәшемдә Андижан ҡалаһында, әсәйем әйтмешләй, ҡойма буйынан кәзә тәкәһеләй ырғаңлап барып, тутыҡ ҡаҙауҙан ярҙырттым). Ләкин миндә Хоҙайҙың үҙенән бирелгән бирсә лә бар: һул ҡулымдың һуҡ бармағының төп быуыны ҡырында серле Ярым Ай һәм уның эсендә уҡ башағы тамғаһы (шундай уҡ тамға ауылыбыҙҙағы минән 2 — 3 йәшкә өлкән Йәнбирҙин Нәзһәттә лә бар ине, ул аҫылынып үлде).
Мин иҫ белгәндән әсәйем ауылыбыҙҙың фельдшерханаһында «Кендегебеҙ берешкән», һәр саҡ бергә уйнай торған иң яҡын өс дуҫым бар ине: Атауылла Ҡыуатов, Миңлеғәли Байназаров, Володя Пахомов. 1939 йылда колхозыбыҙ «полуторка» тигән йөк автомобиле һатып алып, Володьканың атаһы Пахомов шуны йөрөтүсе булып килгәйне, араҡы эскәндең иртәгәһенә ул похмелдән (бахмурҙан) ярты стакан кәрәсин күтәреп эсә лә һин дә мин кеше була ла китә, тип һөйләйҙәр ине. Володька менән бик тиҙ дуҫлашып өлгөрҙөк, ә мин иһә аңғармаҫтан урыҫ телен һыу эскәндәй отоп алдым (һуңынан, әҙәби әҫәрҙәр яҙа башлағас ҡына, башҡортса уйларға ҡамасаулағанын тойоп, ул телде шаҡтай онотоуға өлгәштем). Автомобиль урамдан дырылдап килеп сыҡһа, көллө ғаләм артынан йүгереп ҡалыр, йәшел буяулы таҡта йәшнигенә тейәлеп елеүселәр үҙҙәрен иң бәхетле һанар ине. Ләкин хозурлыҡтар күпкә барманы: аккумулятор тигән нәмәһе бүҫкәреп, машинабыҙ ил теләгән саҡта һис кенә лә дырылдамай — насар аттай сығынсылай башланы. Моронсайына тағылған ҡайыш мисәүгә биш-алты алашаны егеп, ат өҫтөндәге һыбайлылар һайт-һайтлап саптыртып байтаҡ һөйрәткәс кенә, машинабыҙ бер-ике сөскөргөләп, ҡәҙимгесә үҙ алдына йүгереп китер ине... (Һүрәттә һулдан уңға: Йыһат мен-ән ике туған ҡустыһы Солтанов Фәрит Һибәтулла улы. Жултый ҡасабаһы, 27.04.1937). Әммә уның кузлаһында кинәнеп йөрөү бәхете теймәне миңә. Иләҫләнеп шуға иғтибар иттем: резинкә тәгәрмәсле был мөғжизә, артынан саң болоттары борҡотоп, гелән генә күңелемде тылсымлы илдәй арбаған, оләсәйемдең һәм әсәйемдең теленән төшмәгән, ҡыҙыл ҡалай түбәле өйөбөҙ кире әйләнеп ҡайтыуыбыҙҙы өҙөлөп көтөп торған һәм Ғилаз бабайым менән Мәликә әбейем йәшәгән Сәнкем-Биктимер яғына дөнә ине. Бер мәл ауыл осонаса артынан йүгереп барҙым да күпереп ятҡан юл саңына һырлы матур биҙәктәрен һалып семәрле таҫмалай һуҙылған эҙен буйланым да киттем. Дүрт саҡрымды ҡайһылай атлап уҙыуым, нисек барып етеүем иҫтә ҡалмаған. Моңайып миңә бағып торған өйөбөҙ күршеһендәге өйҙә — атайымдың әсәһе (ҡартәсәйем) Бибилатифа мәрхүмә менән яҡын туған Ғилаз бабайым менән уның хәләл ефете — әсәйемдең әсәһе (оләсәйем) Бибиғәфифә менән бер туған Мәликә әбейемдәрҙең һыйлы табынында рәхәтләнеп ҡаймаҡ ялап ултырһам, дөмә ҡараңғы урам яҡ тәҙрә ҡапыл туҡ-туҡ ҡағылды ла тулҡынланыуҙан һулышы ҡыҫылған әсәйемдең хафалы тауышы ишетелде: «Апай, Йыһат улым бындамы?..» Донъялағы яңғыҙ ғына улын юғалтып дүрт саҡырым йүгергән әсәнең ауыр хәлен хәҙер генә аңлайым... Әсәһе Фатима инәйем яғынан яҡын туғаныбыҙ — сәсәк ауырыуынан һуң шаҙра битле Сабит ағайым Үтәбаев бар ине Һунарсыла (Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалды, әсәйем уның исемен ейәненә — минең улыма ҡушты). Ҡаҙаҡ арбаһының төбөнән төшөп ҡалмыш шаҙра битле бер малайҙы юлдан табып, Рахманғол исемен ҡушып, үҙҙәренең улы итеп аҫырап үҫтергәндәр. Сабит ағайым шул йәйҙә, сирек шешә һәм күпмелер аҡса тоттороп, Рахманғолдо ҡымыҙға йәйәүләткәс (Сәнкем-Биктимерҙәге буш торған өйөбөҙҙө колхоз ҡымыҙхана итеп файҙалана, ә Мәликә әбейем ҡымыҙсы ине), мин эйәрҙем дә киттем. Ҡымыҙ алып ҡайтып килешләй, иҫке Ҡасанҡый-Сала зираты тәңгәлендә уңға ҡайырылып, тирмән быуаһы алдындағы йәйрәү һыу ситендә хәл алырға ултырҙыҡ — бик эҫе ине көнө. Сарсап килгән Рахманғол, ярға ятып һыу эсәһе урынға, сирек шешәнең гәзит ҡағыҙлы бөкөһөн тешләп һурып алып, байтаҡ ҡына ҡымыҙҙы ҡарынына ғорҡолдатып бушатты, миңә лә бер уртлатты ла шешәнең бушаған урынына быуанан һыу тултырҙы. Бәләкәс инем, һис ни өндәшергә башыма килмәне, әммә сабый күңелемдә юйылмаҫлыҡ ҡара тап ҡалдырҙы был... Рахманғол, бауыры аҫтынан ел үткәрерлек буйға ҡалҡынғас, барыбер үҙенең ҡаҙаҡ далаһын юҡһынып, Яйыҡ аръяғына ашты (ә ир еткәс бер килеп әйләнде, шулай ҙа).
Шул йылдың көҙөндә Ленинград ҡалаһы яғында әллә ниндәй фин һуғышы ҡабынып, рәхәтен бер йыл да күрә алмаған баяғы сығынсы автомобилебеҙҙе йөрөтөүсеһе Пахомов ағай менән ҡуша фронтҡа алып киттеләр ҙә икеһе лә әйләнеп ҡайтманы шунан. Володька исемле дуҫыбыҙ ҙа әсәләре менән бергә күсенеп китте ҡайҙалыр.
|