Фө урамдары
Мәскәүҙән сыҡҡан «скорый» поезд вагонының тәҙрә төбөндә ҡара төндө тишерҙәй текләп киләм. Икһеҙ-сикһеҙ ҡараңғылыҡта баҙырлауыҡ утрауҙар булып электр уттары йымылдаған эреле-ваҡлы станциялар оҙон асфальт перрондарында кешеләрен ҡырмыҫҡа иләүендәй ҡымырйытып ҡаршы ала ла дәррәү оҙатып ҡала. Алҡынып-алҡынып алға илткән лакомотив минут һайын, секунд һайын Өфөмдө яҡынайта, тәгәрмәстәр фәҡәт «Өфөм, Өфөм» тип кенә туҡылдай минең өсөн.
Уфа, тиһең дә тораһың, Уфа күренәме ни? Сит илдәрҙә йөрөү менән Күңел һүреләме ни?
Уфалары, Уфалары, Эрезинке туплары. Һиндә янһа ялҡынлары, Миндә яна утлары.
Уфа юллары быяла, Таш булһа таймаҫ ине. Уф, йөрәккәйләрем яна, Һин булһаң янмаҫ ине.
Уфа ҡайҙа, Уфа ҡайҙа — Уфа бейек тауларҙа. Хаҡ яҙһа бер күрешербеҙ Саҡ-Суҡ сыҡҡан айларҙа.
Шуны уйланып барам: «Каруанһарай»ыбыҙ башҡорт күңеленә киң билдәле булһа ла, Ырымбурыбыҙ тураһында бер йыр ҙа ишеткән юҡ. Силәбене иҫләткән:
Силәбе, Силәбе, Силәбенең силәге. Силәбенең ҡыҙлары — Бешкән ҡурай еләге, —
тигән бер куплет ҡына мәғлүм беҙҙә. Ә бына Өфөгә, Ағиҙелгә һәр башҡорттоң күңел ҡылдары тартылған... Башҡортостанымдың баш ҡалаһында санэпидемстанцияның эше тейешле кимәлгә ҡуйылған икән — вагондан төшөп вокзалға кереү менән үк, станцияның карантин бүлегенә йүнәлттеләр (шуны үтмәйенсә тороп, Өфөнөң рәсми ханаларының береһендә лә ҡабул ҡылмайҙар икән). Һаҫы креолинмы, башҡа дарыумы еҫен аңҡытҡан ҡара һабын менән йыуынып сығып, эҫе мейескә элеп ҡыҙҙырылған (бөжәктәрҙән арындыртыу өсөн), көйөк еҫтәре һеңешкән матрос хөлләләремде кейенеп, шағыр-шоғор ыңғырашҡан ағас трамвай вагонында бейек тауҙан ҡалаға үрмәләгәндә заманында шул уҡ юлдан ҡаҡ арбала һелкенеп уҙыусы Туҡайҙы хәтерләнем. Үҙәктәргә үткес февраль һыуығынан вагон тәҙрәләре, шулай уҡ кондуктор мәрйә үҙе һәм туҡталыштарҙа ишектәр асылып-ябылыуын иҫкәртеү өсөн тартып ҡыңғырау сылтыратҡыс йыуан сүс арҡан — бөтәһе лә ап-аҡ ҡырау атып бәҫәргән. Ырымбурҙа уҡығанымда уҡ ҡалалағы иң арзан ҡунаҡхана — «Колхозсы йорто» икәнлеген белгәйнем, сумаҙанымды күтәреп, шунда барып урынлаштым да күңелемдә тәрән мөхәббәт ҡаҙанған «Әҙәби Башҡортостан» (хәҙерге «Ағиҙел») журналы редакцияһын эҙләп киттем. Башҡортостанымдың баш ҡалаһы урамдарында күпселектең урыҫса һөйләшеүенә әллә ни иҫ китмәһә лә, мосолман йөҙлө әҙәмдәрҙең, күрәләтә башҡорт булғандарының да, береһе лә башҡортса һөйләшмәүе, Петербурҙың Пушкин заманы аристократтары французса аңлашҡандай, татарса ғына сусылдауҙары күңелемдә сәйер тойғо ҡалдырҙы, әммә быны ишетмәмешкә, күрмәмешкә һалыштым. Аңшайып бара торғас, ниһәйәт, биналарҙың ишек баштарындағы һәм яңаҡтарындағы белдереүҙәрҙең (вывескаларҙың), һирәк-һаяҡ булһа ла, башҡортса ла яҙылғанлығын абайлап сикһеҙ шатландым (ә шулай ҙа иң элек урыҫса, шунан һуң ғына башҡортса булыуы, башҡорт теленең беренсе урынға ҡуйылмауы кәмһетте күңелемде). Ни тиһәң дә, күңелле ине милли автономиябыҙ баш ҡалаһының Ленин урамынан шул яҙыуҙарға йотлоғоп атлап барыуы!
Өфө урамдары, Өфө урамдары, Үтте минең алтын бала саҡ, Үтте минең ялҡын-үҫмер саҡ Һеҙҙе уйлап, һеҙҙе һағынып! «Өфөкәйем!» — тиеп табынып!..
Зарығыпҡай ситтә йөрөнөм, Илкәйемә ҡайта алмайса. Ҡурҙы тынды һағыш һөрөмө Һәм бешерҙе. Күренеп янмайса...
Хыялыма бына ирештем! — Өфөмдөң мин нәҡ үҙәгендә! Күҙгә ҡарап һәр йорт, һәр кеше Йөрәк һүҙкәйен теҙә генә!
«Ит»! «Һөт»! «Китап магазины»! — тиеп, Уятам ҡысҡырып һәр йортто. Ләззәтләнеп үҙем уйлайым: «Бына бит ул ере башҡорттоң!»
Мәшһүр Туҡай ошо урамға Күтәрелгән бер саҡ был тауҙан. Һытҡан йөҙөн, арба, һикертеп, Сирле үпкәһен йолҡҡолауҙан...
Килсе, тороп гүрҙән, һин, шағир, Заман Өфөһөнә тағы ла! — «Зим»мы, “Зил»мы, әллә трамваймы Илтер ине «Китап» яғына!
Күрер инең, рәхәт кинәнеп, Яңырған хөр милләт үҙәген. Башҡорт операһын тыңлар ҙа Күҙләр инең халҡым биҙәген
Биналарҙан... (Башым эйәмен Шағир яҡты рухы ҡаршында!). Ҙур хыялдар туплап килгәнмен, Туған Өфөм, — йылы ҡаршыла!
Типмә ситкә уйсан улыңды, Бир көс ныҡлап аяҡ баҫырға! Оҙаҡ йылдар йыйнап йөрөгән Хистәремде илгә асырға!
Ҡайтарырмын, тимен, унлата, Итһәң әгәр тик бер илтифат. Бик һағынып ҡайттым диңгеҙҙән, Булайымсы улың мин — Йыһат!.. Таштарыңды үбәм ҡосаҡлап, Тапмаммы, тип, әсәм һөйөүен, Тапмаммы, тип, атам һөйөүен...
Хәйерлегә булһын килеүем...
21.11.1956. Ләкин ундай һөйөүҙе әҙерләп тормағандар икән шул — Өфөм миңә был юлы эшләр эш тә, һыйыныр мөйөш тә бирмәне (был хаҡта «Метеор» исемле иҫтәлегемдә яҙғанмын). Ҡорт саҡҡан айыуҙай сәбәләнеп йөрөп, яңы төҙөлөп ятмыш ҡала-ҡасабаларға — Күмертауға, Павлов ГЭС-ына, Салауатҡа барып морон төртөүҙәрҙән дә ҡананы ғына танауым. Ә бит, хатта башҡа таш яуһа ла, Өфөлә тороп ҡалаһы, әҙәбиәт усағына яҡын булаһы ине!.. Һуңғы сиктә Ағиҙел йылға пароходствоһының алты айлыҡ моторсылар курсына эләгеп, шуның Ҡултыҡтағы (Затондағы) ятағында ҡыш сығып, йылға өҫтө боҙҙан арсалғас та 11-енсе һанлы буксир-теплоходта ҡара көҙгәсә Ағиҙел, Ҡариҙел буйҙарынан йөк тейәлгән баржалар, һалдар тарттыртып йөрөнөк. Шул тормоштан алып, шул теплоходта тәүге проза әҫәрҙәремде — «Ҡултыҡ пираттары», «Тулҡын өҫтөндәге күбектәр» тиген сатирик повестар һәм тағы сатирик хикәйәләр, «Йөрәк яраһы», «Урман бабай» исемле моңһоу әҫәрҙәремде яҙҙым. Һуңғыһы 1957 йылда «Пионер» журналында донъя күреп, тик 1967 йылда (ун йылдан һуң!..) ғына балалар өсөн айырым китап булып та баҫылып сыҡты. Айғолағынан матҡып ҡоро ергә алып ырғытылған балыҡтай, күпме генә тулап-ынтылып ҡараһам да, Өфө мине прописканан үткәрмәй, ул ултырған изге Ҡоба тау ҙа минең өсөн оторо-кирегә магнитланған — Ырымбур далаһы яғына быраҡтырып этәрә ине. Әҙәбиәтебеҙҙең ҡаҙанында ҡайнап ижад итермен, тигән мөҡәддәс өмөтөмдән өҙөлөп, йылғаларҙа навигация туҡталып эш ҡалмағас, торорға мөйөш тә юҡлыҡтан, шул уҡ 1956 йылдың ҡара көҙөндә ауылыма юлландым, тыуған тупраҡҡайыма аяҡ баҫтым:
Туфлиҙарҙы һалып ырғытып, Ялан аяҡланып йөрөйөм. Табандарым тойоп һөйөнә Йылылығын атай еренең.
Туҙғыта ел ҡалын сәсемде — Уйнай бирһен, эшем юҡ унда! Күктәр күкрәп йәшен атһа ла, Уяталмаҫ хыял-йоҡомдан.
Бабаларҙың баллы был ере Атамды һәм мине туйҙырған. Йылғалары, хәтфә ҡырҙары Һөйөү тойғоларын тойҙорған.
Ошо ерҙең Айлы төнөндә Төндәй күҙҙе тәү ҡат үпкәнмен. Быҫҡаҡ ямғыр яуған көнөндә Өйҙән «мәңге» сығып киткәнмен...
Ялан аяҡланып йөрөйөм, Ҡайтып урау-урау юлдарҙан. Һуңғы һулышымды алырға Ҡайҙа илтеп йығыр еларбам?..
1956.
Ауылда
Хеҙмәттә сағымда уҡ әсәйемдең, исмаһам, утын-бесән яғынан ярҙам булыр, тип, ауылыбыҙҙың мал-тыуарын көтөргә ялланмыш бер урыҫ ғаиләһен өйҙәшлеккә индереүен белгәйнем. Ҡайтырым алдынан ғына улдары өйләнгән дә ғаиләбеҙҙе ыратҡан...
Ҡайтыуымса уҡ колхоздың ҡара эштәренә егелдем; йылдыҡын-йылға, арымай-талмай, һәр йылдың дүрт миҙгеле бойорған ерекмәнлек бурысымды башҡарҙым. (Һүрәттә: колхоз малдарына һалам ташыусылар. Һулдан уңға Ҡыуатов Атауылла, Солтанов Йыһат, Бикҡужин Урал һәм Иҡсанов Урал). Төбәгебеҙҙә мин иген сәсмәгән баҫыу, мин кәбән ҡоймаған ялан ҡалманы, буғай. Ҡара көҙгәсә ҡара саң-туҙанға батып, трактор һабанының төрәндәрен көйләп туңға һөрөп йөрөгәнемдә, иртәгә Бөйөк Октябрь байрамы тигән көндә, мине коммунистар партияһының ағзаһы итеп алдылар — 1959 йылдың 6 ноябре ине. Ғүмеремдә тәрән эҙ ҡалдырған был ваҡиғаны мин, намыҫым ҡушҡанса йәшәү, теләһә ниндәй осраҡтарҙа ла намыҫ ҡануны буйынса эшләү, тип һананым, тормошобоҙҙоң етешһеҙлектәренә, бәндәләрҙең ҡыңғырлығына уғата аяуһыҙыраҡ ҡарар булдым. Был иһә шәхси яҙмышымды күрәләтә утҡа илтеп тығыу ине... Ул йәй һыуыҡ һәм ямғырлы килгәйне, өҫтән йылы көпө-күфәйке төшмәне. Игендәр ишелеп уңған, әммә тиҙ генә урып-йыйып алырҙай көс-ҡеүәт юҡлыҡтан, күбеһе һыу-һүл аҫтында сереп ҡалған. Ырҙын табаҡтарында ла көшөлдәр тау-тау өйөлөп төтәп ята, алтындай тары, гәрәбәләй бойҙай бөртөктәренең күрәләтә күгәреп-янып юҡҡа сығыуы (ғүмерҙә булмаған хәл!) йөрәкте әрнетә. Шулай ҙа халыҡтың күңеле көр: СССР Министрҙар советы рәйесе, яҡташыбыҙ Георгий Максимилианович Маленьков ҡул ҡуйған хөкүмәт ҡарары буйынса, эш хаҡына һуғыштан һуң тәүге тапҡыр туҡ йәшәрлек иген бүлеп биргәндәр, айҙыҡын-айға аҙ-маҙ ҡулаҡса ла эләгә икән — бығаса, бит, ҡағыҙ битенә һыҙылған «таяҡ» хаҡына эшләп йөрөнөк... Мин хеҙмәттә ваҡытта ҡайҙандыр ситтән килтереп ҡуйылған, дүрт-биш йыл эсендә ауыл халҡын ҡаҡҡа таяндыртып киткән колхоз рәйесе «Бибиков-татар» тураһында шомло риүәйәттәр йөрөй; береһе лә уны, ауыҙынан гелән әшәке һүгенеү генә ағылып торған бәндәне, исем-фамилияһы менән атамай, үҙе йыш ҡабатлағанса, «Һуйбрат» (урыҫтың «ауыҙыңа фәләнем» тигән оят һүҙенән) тип кенә ләҡәпләй ине. Эш йәшенән уҙған, йөрәк өйәнәге менән интеккән әсәйемде лә ул, йыш ҡына өйгә баҫып кереп: «Ниңә фәләнсәңде ҡармап ултыраһың, кәбән ҡойорға сыҡмайһың?!» — тип һүгенеп китер булған... Бына шул бөлдөргән колхозды ҡабат аяҡҡа баҫтырыу һәм сәскә аттырыу теләге менән янып йөрөгән, бығаса КГБ-ның район бүлеген етәкләгән капитан Ғәләүитдинов, хәрби хеҙмәтенән арынып, ауылыбыҙға килгән дә колхоз рәйесе итеп бер тауыштан һайланған...
«Ырымбур» өлкәһе булып оҙаҡ ҡына йылдар донъя көтһәк тә, «бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай», тигәндәй, барыбер баш Башҡортостан тарафына тартыла, әүәлгесә Башҡортостан һаналғы килә ине. Шул йылдарҙа төбәгебеҙҙәге сәмле йөрәк егеттәрҙе ойоштороп, СССР Верховный советы президиумы рәйесе Климент Ефремович Воршиловҡа күмәк ҡултамғалы ғариза яҙып ебәрҙек: 1934 йыл ҡырҡып алынған районыбыҙҙы кире-ҡабат Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһына ҡайтарып ҡуйыуҙарын һорап. Бер айҙан һуң Мәскәүҙән атҡарылған яуап (уны беҙгә Ырымбурҙан түрә килеп уҡып ишеттерҙе) артабан был йүнәлештә ҡарпыуҙан төңөлдөрҙө: ҡабат ҡуша алмайбыҙ, ә мотлаҡ Башҡорт АССР-ында йәшәргә теләүселәр унда тотҡарлыҡһыҙ күсеп китә ала, тиелгәйне унда... Тыуып-үҫкән еребеҙҙе — Олобайыбыҙҙы, тауҙарыбыҙҙы, йылға һәм туғайҙарыбыҙҙы, бабаларыбыҙ күмелгән зираттарҙы һәм, ниһәйәт, тарихыбыҙҙы нисек итеп ташлап китейек инде?!. Шулай ҙа үҙ еребеҙҙә боронғо ата-бабаларыбыҙса инсафлы йәшәге килә. Ауылдағы әрпешлек, уғрылыҡ, тәртипһеҙлек тере елкәмә тейә, намыҫымды керләтмәйенсә шуларға ҡаршы тороу, көрәшеү иһә дуҫтан да дошман яһай — дошмандарымдың һанын арттыра ине.
Тормош нисек кенә ҡыйын булмаһын, Аллаһы Тәғәлә тарафынан күңеленә яҙыусылыҡ мөһөрөн һуғып тыуҙырылған әҙәм балаһы яҙа ла яҙа икән ул... Тик шуныһы йәнде ҡыя: әүәле Башҡортостанымдың тере тәне булып та, аҙаҡ Ырымбур өлкәһенең бер районы итеп ҡалдырылған төбәгемдә башҡортса матбуғат юҡ, ә Өфөгә ебәргәндәрем йә балталай һыуға бата, йә “ташҡа баҫырға яраҡһыҙ” тигән хөкөмгә дусар була. Тешемде ҡыҫып, йөрәгем һыҙлап йөрөгәндә, көтмәгәндә, күктән фәрештә осоп төшөп шәфҡәтле ҡанаттары менән йәнемде ҡосҡандай булды:
Йыһат туғанҡай! Бик оҙаҡ ваҡыттар тауыш бирмәй, һине билгеһеҙлектә ғазаплағаным өсөн ғәфү ит. Бик үтенәм. Мин ауырыным, бик ҡаты ауырыным. Баш менән. Больница – йорт – Кавказ. Шулай үтте көндәр. Миңә килгән әйберҙәрҙе бүтән берәү ҙә уҡымаған. Ә бына яңы ғына баш-күҙ алып киләм ке-үек. Әйберҙәреңде “сукно аҫтынан” һөйрәп сығара башланым. Поэмаң М. Та-жиҙа. Ҡалғандарын беҙ Әсғәт Мирзаһитов менән уҡыйбыҙ. Ҡәлә-мең яҡшы. Һин – яҙыусы булырға тыу-ған кеше! Һин быны бел һәм үҙеңде һаҡла, ҡара, үҫтер. Танауыңды күтәр-мә был һүҙҙәр өсөн, ләкин ҡәҙереңде бел. Әле был әҫәрҙәр-ең баҫылып та ҡуймаҫ. Сөнки был замандарҙа сатира-ның абруйы төш-өп тора бит... Ә “Урмандар” – ки-тәсәк. Кем белә, бәлки, тегеләрен дә баҫып бу-лыр. Был хатта мин бүтән мәсьәлә күтәрәм. Һинең алдағы яҙмышың тураһында уйлайым. “Белемһеҙ аҡыл – ҡан-атһыҙ ҡош”, -- ти ғәр-әптәр. Һиңә уҡырға – иң яҡшы мәктәптә уҡырға кәрәк. Дөрөҫ, һин күп уҡыған күренәһең, ләкин системалы белем кәрәк. Һин миңә ашығыс яҙ: белемең ниндәй? 10 класс бармы? Әгәр ҙә шундай документың булһа, мин һине Мәскәүҙәге А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға ебәреүҙе тәьмин итеүҙе өҫтөмә алам! Унда махсус йәш яҙыусылар уҡый. Шуны уҡып бөтһәң, һинән беренсе дәрәжәләге прозаик сығасаҡ. Мин бындай һүҙҙе ғүмеремдә икенсе генә кешегә әйтәм, бел. Шулай, ашығыс рәүештә һорауыма яуап бир һәм, әгәр ҙә урта белемең бар икән (документально), -- мин тәҡдим иткән институтҡа уҡырға китергә әҙерлән, көҙ үк. Хәҙергә хуш. Сәләмәт бул. Яҡын күреп, Ғәйнан Әмири. 11.04.1957. Г. Уфа, Ленина, 2, кв. 36, Амири Г.Г.
Р.S. Бында шундай һүҙ ҙә бара әле – фекер тыуып тора: һине берәй 10 көнгә саҡыртып алдырырға иҫәп бар. Союз иҫәбенән, әлбиттә. Мирзаһитов менән бергә хикәйәләреңде баҫырға әҙерләү буйынса эшләр инегеҙ. Ләкин был хаҡта 1-2 көндән конкрет яҙырбыҙ. Әмири. Минең нисек ҡанат-ланып осоу дәрәжәһенә ет-еүемде һәм шул уҡ саҡта үкенеп-һыҙланыуымды бел-һәгеҙ ине!.. Сәғәтендә үк яҙып һалған яуап хатым был хаҡта асыҡ һөйләй:
Кисә төнлә генә Һеҙҙең хатығыҙҙы алып бик ҡыуандым. Оҙаҡ хәбәр кил-мәй торғас, һуңғы көндәрҙә күңелһеҙләнә башлаған инем, Һеҙҙең әйткән һүҙҙә-регеҙ миңә ҡанат үҫтереп ебәрҙеләр. Рәхмәт, ағай, йылы һүҙ, игелекле уйҙары-ғыҙ өсөн. Мин бер ваҡытта ла танауымды күтәрмәм, үҙ-үҙемде әллә кемгә ҡуй-мам, сөнки минең бөтә те-ләгем, бөтә ынтылышым шәхси үҙем өсөн түгел, ә башҡорт халҡыма яҡшы хеҙмәт күрһәтеү, нисек тә уның культураһын, рух байлыҡтарын үҫтереү өсөн йүнәлдерелгән. Бала сағымдан уҡ мин туған хал-ҡымдың быуаттар буйына ирек яулап яҙған данлы тарихы менән ғорурландым, уның йыр-моңдарға бай булыуын күреп шатландым, ләкин, шул уҡ ваҡытта, әҙәбиәтебеҙҙең, искусствобыҙҙың сағыштырмаса арттараҡ барыуын һиҙеп һыҙлана инем. Туған халҡым бәхете өсөн йәшәргә теләп янам мин, ағай. Әгәр ошо ниәтемә ирешә алһам, бик бәхетле булыр инем. Аҙыраҡ лирикаға бирелеп киттем, буғай, ғәфү итегеҙ. Практик мәсьәләләргә күсәйем. Берәй 10 көнгә Өфөгә килергә, тигән тәҡдимегеҙҙе бик-бик шатланып ҡабул итәм. Мөмкин булһа, шуны ойоштороғоҙ әле, ағай; хикәйәләрҙе үҙем дә әҙерләшһәм, бик шәп булыр ине. Унан, миндә йәнә бер әйбер бар – ирекле (аҡ) шиғырҙа яҙылған повестең беренсе киҫәге. Шуны ла үҙегеҙгә уҡып, кәңәштәр алыр инем. Шулай итеп, мин шатланып риза Өфөгә барырға. Ә белем мәсьәләһенә килһәк, һеҙ хаҡлы: системалы белем миндә юҡ. Минән тормаған сәбәптәр арҡаһында мин урта белемһеҙ ҡалдым. Өҙөп-йолҡоп, тигәндәй, туғыҙынсыныҡын үтә башлаған инем (Чкалов ҡалаһындағы колхоз председателдәре әҙерләү урта мәктәбендә), хәрби хеҙмәткә алып киттеләр. Аттестат юҡ. Шулай эштәр... Әҙәбиәт институтында уҡыу минең өсөн донъялағы бөтә бәхеттәрҙең иң өлкәне булыр ине. Хыялдарымдың сорғолошо булыр ине ул, ағай. Үҙегеҙҙең хәлдәр нисек? Тамам һауыҡтығыҙмы? Сәләм-әтлек, уңыштар теләйем. Хушы-ғыҙ, хат көтәм. Йыһат Солтанов.
Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: юғары белемгә өлгәшкәнемдән һуң да Мәскәүҙә уҡыу хыялымдан төңөлмәнем – А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты түбәһе аҫтындағы ике йыллыҡ Юғары әҙәби курстарға китергә ынтылып ҡараным, унда урындағы Яҙыусылар сою-зы юлландырмаһы менән генә ҡабул итәләр ине. Союзыбыҙ председателе Ә.М. Мирзаһитов үтенесемде һалҡын тыңланы, ә идараның абруйлы ағзаһы Зәйнәб апай Биишева: “Юҡ! Беҙ унда Яныбай Хамматовты ебәрәбеҙ!” – тип ҡырт-киҫте. Әммә Яныбай Хамматов Мәс-кәүҙә үтмәне – унда һүҙе үтемле “әҙәби генерал”ыбыҙ Мостай Кәрим ҡаршы төшкән, тинеләр... 1957 йылда түбәмде күккә тейҙертерҙәй тағы ла бер ваҡиға булып алды — әйткәнемсә, «Ур-ман бабай» тигән матур ғына хи-кәйәм баҫылған «Пионер» журна-лының 7-нсе һаны көтмәгәндә почта аша Өфөнән килеп төштө лә, күкрәгем тулы ҡыуанысыма сыҙай алмай, тай-тулаҡтай тулай-тулай, ергә ятып аунаным...
«...Шел суровый 1945 год. После тяжелых боев наши славные войска прорвались к подступам фашистского логова — Берлину. Каждому досмерти хотелось дожить до светлого дня Победы, своими глазами увидеть радостные лица родных и близких. Но воины продолжали отдавать свои жизни за счастье тех, кого они защищали и кому суждено было посло них оставаться на земле... Из фронта приехел уже смертельно больной солдат Гиният Абдрашитов. Он был худ и бледен, тяжело дышал, при кашле из легких обильно выделялась кровь. Гиният утешал себя только тем, что хоть перед смертью увидит обрадованные лица жены, старой матери и детей. Но жена, скованная тяжелым недугом, обреченно лежала в постели и он сделался вторым горем для семьи. (Һүрәттә Сәхибъямал балалары менән: һулдан уңға Мәсҡүҙә, Самат, Сания. 1942 йыл). Сании тогда было шесть лет. Она беспечно играла с подружками на улице и ей неведомо было еще, что очень скоро не станет люмимого отца, а спустя месяц после этой тяжелой утраты похоронят и матери, что останется она круглой сиротой... На всю жизнь Сании запомнилась горестные слова соседки-старушки, сказанные ею в день похорон. Она своими сухими старушечьими руками жалостливо гладила ее по голове и слезами в глазах приговаривала: — Ох дитя, дитя! Даже не знаешь, какая ты несчастная... Не найдешь уж ты на земле счастья своего, доченька... Проходили годы, вместе с годами росла и Сания. Родина не покинула сирот на произволь судьбы, заботилась о них, выхаживала, воспитала. Никогда не чувствовала Сания на себе горькую участь сироты-малолетки, о которых рассказывали старые люди, пережившие тяжелые царские времена. Она, а также старшая сестра, братишка — все троем учились в школе, ходили сыты и обуты, были веселы. Когда Сания окончила семилетку, сестра уже работала учительницей. Знакомые советовали и Сании последовать по стопам сестры. Но у нее были другие думы. «Буду в родном колхозе работать» твердо решила она. Однако встретилась неожиданная преграда. Бригадир никак не хотел допускать ее на полевые работы. — Разве сможешь ты там работать? На бричках солому возить — это не легкое дело, тут даже взрослые еле справляются, — говорил он. Стоял на свем твердо, никак не хотел поддаваться мольбам девочки. Сания даже заплакала, но и это не помогло.
Ей закрепили десять коров. Не было еще у девушки должной сноровки и грубых кормов в колхозе было маловато. Однако не во духе Сании было предаваться бесплодным уныниям. Она боролась за каждый грамм концентрата и сена, изучила характер, склонности каждой коровы. И советы просить у старших товарищей зазорным для себя не считала. В результате добилась большой победы: годовой план удоев перевыполнила и вышла в передовые среди доярок. Ее назначили старшей дояркой и выбрали членом правления колхоза. (Һүрәттә Һул-дан уңға колхоз һауын-сылары Абдрашитова-
|