Студопедия — Хуш, ауылым!
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Хуш, ауылым!






 

Өфөләге «шеф»тарым Рафаэлде лә, Рәмиҙе лә боронғо Петербурҙағы урыҫ аристократтары һымаҡ итеп күрә башланым; сөнки улар минең кеүек ҡара эштәр араһында болғанмайынса, сәскәле яҙ йырсылары — һары һандуғастар һымаҡ, нәзәкәтле үҙ телдәрендә генә һөйләшеп, саф шиғриәт менән генә һулайҙар кеүек ине. Ә мин көндәлек әрһеҙ эштәремдә янып йәшәйем, КПСС-тың үҙем сикһеҙ ихтирам иткән генеральный секретаре Никита Сергеевич Хрущевтың ялҡынлы сәйәсәте менән мөкиббән мауығам, ижадым да ана шул тормош һулышынан тын ала. «Шеф»тарым кеүек йылына бер нисә бөртөк шиғырҙы ювелирҙай йыбанмайынса шымартаһы, йылтыратаһы, гәүһәрләтәһе урынға, ҡырыҫ тормош киҫәген тормош ҡаяһынан ҙур дәүмәлдә умырып алып, ҙур жанрҙар менән йөҙәтәм Өфөнө. Шул рәүешле 1963 йылда — «Крематорий», 1964 йылда — «Милиция иптәшкә өндәшеү», «Химия һәм игенсе», «Ашлама һәм фашлама», «Йөрәк илауы» тигән поэма һәм плакат-поэмаларымды яҙғанмын; шуларҙың ылғый ауыл тормошло өсөһөн «Совет Башҡортостаны» гәзитенә тәҡдим ҡылып, әҙәбиәт бүлеге мөдире Рәми Ғариповтан: «Һин, ҡартым, поэзия менән булаш. Тиреҫ ул поэзия матдәһе түгел», — тигәнерәк ҡәтғи яуап алғанмын... Шул ваҡыт мин йөрәк һыҙлатҡыс ауыр хистәр кисереп, бөтә үткән ғүмеремде, йәшлек йылдарым һүрелеп ҡалған һәм мәңгелеккә юғалған тыуған ауылым Сәнкем-Биктимерҙе, ҡәҙерле ауылдаштарымды иҫемә төшөрөп ултырҙым...

 

Һүр. 38. Уңдан һулға ауылдаштарым Сания, Сәлисә Абдрашитовалар; Лүңке – Алексей Николаевич Мостряков, Насибулла Ғибаҙулла улы Абдрашитов, Александр Шинкаренко, Көлбәкова Рабиға, Солтанов Ким Хисамитдин улы, Мәхүбә һәм Раҡия Абдрашитовалар.

 

«Һәнәк» журналына ла ваҡ ҡына сатирик хикәйәләр ебәреп ҡарағайным, ләкин Марат Кәримов тигән берәүҙән (торараҡ белеүемсә, ифрат талантлы яҡташым булып сыҡты, халыҡ шағиры дәрәжәһенә күтәрелде) кире ҡағылыу хаттары алдым (ижадым ул теләгәнсә юғары кимәлдә булмағанғалыр инде). Был яҡтан да өмөтөм тамам өҙөлдө, тигәндә генә, көтмәгәндә, миңә таныш түгел Ғабдулла ағай Әхмәтшиндән һөйөнөслө хәбәр килеп төштө, оҙаҡламай баяғы хикәйәләрем “Һәнәк” журналында бер-бер артлы ташҡа баҫылып та сыға башланы. Баҡтиһәң, Марат Кәримовты үрләтеп, Мәскәүгә ВЛКСМ Үҙәк Комитеты мәктәбенә уҡырға ебәргәндәр, урынында миһырбанлы Ғабдулла ағай эшләй башлап, аҙаҡ уның үҙе иҫкә алыуынса, өҫтәл тумбаһы аҫтында ҡаҡланып ятҡан ҡулъяҙмаларымды һөйрәп сығарған...

1965 йылдың йәйендә сираттағы уҡыуымдың сираттағы бурыстарын үтәү буйынса вузға барғанымда үҙ ғүмеремдәге көтөлмәгән боролош булды: «Һәнәк» журналының баш редакторы Идиәтулла ағай Әсәдуллин (һуғышта Ғ. Әхмәтшин ағай менән бергә булған) миңә журналда эшкә ҡалырға тәҡдим яһаны, өҫтәүенә, фатир һымаҡ бер мөйөш тә тәтетмәкселәр икән (машинистка Фәхриә апайҙан бушанған). Күп уйлап торорға ла, ғаиләм менән кәңәшләшергә лә форсат юҡ — күҙ йомоп ризалыҡ бирҙем (үтә яуаплы мәлдәрҙә шулай ҡапыл хәл итеү ғәҙәтем бар). Ауылға хәбәр итеп, ғаиләмде күсереп алырға әҙерләй башланым фатирҙы. Унда ризалашҡандар (бүренең башы урманға ҡарағанлығын яҡшы беләләр бит инде!), урын-ҡаралтыны юлға әҙерләп төйнәштерергә керешкәндәр.

Тиҙҙән ҡатыным Сабит улым менән бергә фатир күрергә килеп етте, өсәүләп фотоға төштөк (һүрәтен теркәйем: 1965 йылдың авгусы); бик үк хушһынмаһа ла (үҙе тар ғына, уңайлыҡтары юҡ, бәҙрәф — тышта, дүрт ғаиләгә бер кухня), риза булып ҡалды һымаҡ. Эшемдән ял һорап алып, күсенергә ауылға ҡайтып киттек. Әсәйем ҡарсыҡ унда, үҙ ғүмерендә юл йөрөп күргән кеше, әйберҙәрҙең бер килкеһен таратҡан, бер килкеһен багажға тапшырырлыҡ итеп төйнәкләп өлгөрткән. Һәр төрлө танытмалар менән ҡоралланып, районыбыҙ үҙәге Һарыҡташҡа барып, ҡатыныма үҙ ғүмерендәге тәүге паспортын алып ҡайттым. Күсеп китеребеҙ тирә-яҡҡа йәшен тиҙлегендә таралып өлгөргән, һәр береһе күрергә һәм хушлашырға тип килә. Ата-бабалар заманынан йыйналған ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы ла әрәм-шәрәм итеп ташлап бөтөрҙөм: күҙемә аҡ-ҡара күренмәй, фәҡәт Өфө һәм әҙәбиәт, әҙәбиәт, әҙәбиәт кенә ине белгәнем... Атай йортона, ярай, алыусыһы табылды — осһоҙ ғына хаҡҡа булһа ла осорҙом, юғиһә ауылда күҙ көйөгө булып ҡарауһыҙ ултырыр ҙа, түбәһенән һыу үтеп, ватыҡ ишек-тәҙрәләренән ел уйнап, емерелеп төшөр ине барыбер (Урта Азияға олаҡмыш Сафуат абзыйымдың өйө ана шулай юҡҡа сыҡты бит).

Иртән сәфәрләнер көндө, ихатамды буйлап йөрөп, ҡулдарымдың йылыһын һаҡлаған бөтә нәмәләрем менән йөрәкһеп бәхилләштем.

 

Үҙем ултыртҡан уҫаҡтар

Менән бөгөн хушлаштым.

Әйтте улар: «Беҙҙән биҙеп,

Ҡала менән дуҫлаштың!..»

 

Ҡулдарымдан ер тырнаған

Ҡаралыҡ та китмәгән.

Торам ҡарап уҫаҡтарға,

Ағыҙып йәш тикмәгә.

 

Уҫаҡтарым, уҫаҡтарым,

Тик һеҙ белдегеҙ барын.

Һеҙгә генә аҙмы тапҡыр

Һөйләнем йөрәк зарын!

 

Төндәр булды йоҡламаған,

Йылмаймаған көндөҙҙәр.

Олон төптәренә һеҙҙең

Һалдым аҙмы юл-эҙҙәр!

 

Сыңҡ-сыңҡ итеп иланығыҙ,

Тәңкәгә тәңкә ҡағып,

Ҡаштарыма минең әгәр

Ҡуйырһа ҡайғы-һағыш.

 

Сырҡ-сырҡ итеп көлдөгөҙ һеҙ,

Маңлайым Айҙай янһа.

Һеҙҙең күрһәткән хөрмәткә

Бирә алмайым баһа.

 

Тик шуны ғына әйтәмен:

Китәмен — мәңге түгел.

Бер ҡайтмаһам, бер ҡайтырмын,

Юҡһынып илде күңел.

 

Тик, урамдан уҙғанымда,

Мине һеҙ ят итмәгеҙ.

«Буйға үҫтереп еткермәй,

Китте ташлап...» — тимәгеҙ.

 

Тәңкә япраҡтан битемде

Сирттерегеҙ бер генә.

Йәшем, булып ҡайнар йәшен,

Тамыр тыуған еремә.

 

30.08.1965.

 

 

«Ленька — Лүңке» тигән шиғырымдың геройы Мостряков Алексей Николаевич күк төҫөндәге «Беларусь» тракторына еккән арбаһын ихатабыҙға килтереп ҡуйҙы, тимер юл станцияһына алып китәһе ҡаралтыларыбыҙҙы шуға тейәп бөтөрөп, үҙебеҙ ҙә менеп ултырыша башланыҡ. Тап шул мәлдә Яйыҡ буйы Алабайталдан Санияның яҡын туғаны Фәриҙә апай йәйәүләп килеп етте: быйыл һыйырҙары ҡазаланған да беҙҙең һыйыр һатаһыны ишеткән икән. Быныһы ла яҡшы булды, «Алтын»ҡайҙы кемгә ҡалдырырға белмәй баш ҡатып торғанда. «Алтын»ыбыҙ ҙа, бөтәһен дә һиҙенгән-аңлағандай, аҡ филтәнән ишелгән бауҙы аҡ башына ҡарышмай ғына кейҙертте; Фәриҙә апайҙың етәгенә ыңғайлап, бынан күпме быуаттар элек Муйтән бабабыҙ киткән изге Ҡуңыр Буға юлынан күктәге шау-йондоҙлоҡтар араһына кереп юғалды...

Трактор нәҙек тамағынан зәңгәр төтөн ҡулсалары борҡотоп дырылданы, шул саҡ Сабитымдың Данил тигән әшнә малайы, танауынан оҙон маңҡаһын сосолтоп, йөрәк өҙгөс әрнеү менән үкереп илап ҡайтып китте.

Урам тулы халыҡ ине — ауылдаштар хәйерле юл теләп ҡалырға йыйылған. Ғилаз бабайымдың ҡысҡырып-ҡысҡырып тәкбир әйткән ауазы яңғыраны. Күҙ йәштәремде йотоп, аҫҡа ҡарап ултырҙым... Йүгереп киткән трактор арбаһы артынан Ғилаз бабайым тәкбир әйтә-әйтә эйәреп барҙы. Ҡул болғап ҡалған ауылдаштарҙың йөҙҙәре лә, һындары ла мәңгелектең томаны эсенә күмелде...

 








Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 403. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Логические цифровые микросхемы Более сложные элементы цифровой схемотехники (триггеры, мультиплексоры, декодеры и т.д.) не имеют...

Прием и регистрация больных Пути госпитализации больных в стационар могут быть различны. В цен­тральное приемное отделение больные могут быть доставлены: 1) машиной скорой медицинской помощи в случае возникновения остро­го или обострения хронического заболевания...

ПУНКЦИЯ И КАТЕТЕРИЗАЦИЯ ПОДКЛЮЧИЧНОЙ ВЕНЫ   Пункцию и катетеризацию подключичной вены обычно производит хирург или анестезиолог, иногда — специально обученный терапевт...

Ситуация 26. ПРОВЕРЕНО МИНЗДРАВОМ   Станислав Свердлов закончил российско-американский факультет менеджмента Томского государственного университета...

Конституционно-правовые нормы, их особенности и виды Характеристика отрасли права немыслима без уяснения особенностей составляющих ее норм...

Толкование Конституции Российской Федерации: виды, способы, юридическое значение Толкование права – это специальный вид юридической деятельности по раскрытию смыслового содержания правовых норм, необходимый в процессе как законотворчества, так и реализации права...

Значення творчості Г.Сковороди для розвитку української культури Важливий внесок в історію всієї духовної культури українського народу та її барокової літературно-філософської традиції зробив, зокрема, Григорій Савич Сковорода (1722—1794 pp...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.061 сек.) русская версия | украинская версия