Студопедия — Протокол №2.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Протокол №2.






1971 йылдың 5 февралендә проза секцияһының ултырышы булды. Унда Ф. Иҫәнғолов, Ә. Мирзаһитов, Ә. Вахитов, Р. Низамов, Ш. Янбаев, А. Клюшкин, Х. Зариповтар ҡатнашты.

Председатель: Ш. Янбаев.

Секретарь: Х. Зарипов.

Көн тәртибе:

1. Йыһат Солтановтың «Коммунист» тигән повесен тикшереү;.

Әҫәр буйынса һөйләнеләр:

1. Ф. Иҫәнғолов. Повесте кинәнеп уҡып сыҡтым, бер тында һәм мауығып уҡыным. Был әҫәр минең күҙ алдымда Йыһатты бик күтәрҙе. Шул совет власы урынлашҡан йылдарҙағы трагик ваҡиғаларҙы һүрәтләүгә бағышлана әҫәр. Был — Башҡортостан тарихындағы иң киҫкен, ауыр моментын художестволы асыуға ынтылған һәм быға шаҡтай дәрәжәлә өлгәшкән дә әҫәр.

Сәғитов — комиссар образы шаҡтай тулҡынландырғыс итеп асылған. Ундай коммунист — комиссарҙар тормошта булды, шул уҡ Ш. Хоҙайбирҙин дә Сәғитовтың прототибы була алыр ине. Төп герой Сәғитовтың эше дөрөҫ башҡарылған. Ошо уҡ ваҡытта уға еңелерәк бирелгән нәмәләр ҙә бар. Әйтәйек, Әһлиуллин штабына килеп төшкәс, ул өс тотҡондо тикшермәйенсә ҡотҡара. Ниндәй генә бирелгән коммунист булһа ла, ул уларҙы тикшермәйенсә сығарып ебәрмәҫ ине.

Төп геройҙың үлеме менән дә килешмәйем. Сәғитов йәшәргә тейеш, уның йәшәргә хаҡы бар. Уның үлеме әҫәрҙең йөкмәткеһен йомшарта. Был хаҡта авторға уйларға кәрәктер, тип уйлайым.

Ә унан повестәге ваҡиғаларҙы дөйөм республика, ил ваҡиғаларына бәйләп бирергә кәрәктер.

2. Ш. Янбаев. Йыһаттың шул ваҡыттағы ваҡиғаларҙы ҡуйы буяуҙар менән яҙыуы мине һөйөндөрҙө. Шул замандағы ҡойолған ҡан менән яҙылған кеүек әҫәр һәм ул ышандыра. Ошо уҡ ваҡытта тәнҡит замечаниеларым да бар. Беренсе, Сәғитов образына бәйле шуларҙы әйткем килә. Төп геройҙың ҡайбер поступкалары уйланып етмәгән кеүек, минеңсә; Әһлиуллин менән мөнәсәбәтен логикаға ҡорорға кәрәктер. Восстаниеның сәбәптәрен дә Сәғитов образы аша асырға кәрәкмәйме икән? Сюжет һыҙығын ҡайтанан уйлап ҡарарға кәңәш итер инем мин. Ә унан буяуҙарҙы бик ҡуйыртып ебәрә автор. Был образдарҙы аңлауҙы ҡыйынлаштыра. Сәғитовтың үлеме менән дә килешә алмайым.

3. Ә. Вахитов. Әҫәрҙе мин бик мауығып уҡыным. Юғарыла әйткән иптәштәрҙең фекере менән килешәм. Комиссар Сәғитовтың образы асыҡ булып күҙ алдына килеп баҫа, ләкин уның аҙаҡ йомшарыуы менән килешмәйем. Урыны менән автор фальшҡа ла бирелеп китә. Комиссарҙы идеал итеп кенә күрһәтергә ынтылыу кәрәкме икән? Артыҡ субъективизмға бирелеү ҙә бар кеүек. Ә унан серлелек хаҡында ла уйлап ҡарарға кәрәктер. Ғөмүмән, повесте яратып уҡыным.

4. Р. Низамов. Мин Әһлиуллин һәм Барановский образдары хаҡында әйтергә теләйем. Уларҙы герой булараҡ әҫәрҙә тағы ла нигеҙләп эшләргә кәрәктер, тип уйлайым. Кешеләрҙең башын киҫеп алып килеү кеүек деталдәр бик аяныс, ләкин улар кәрәкме икән?

5. Ә. Мирзаһитов. Иптәштәрҙең һөйләүе менән мин ризамын, улар бик уйлап һөйләнеләр. Повестәге конкретлылыҡ шул дәүерҙәге ысынбарлыҡҡа тура киләме? Әйтәйек, повестең ерлеге Көньяҡ Урал райондарында нигеҙләнә. Шул яҡта бронепоездың үтеүе мөмкинме? Быны асыҡлай төшөргә кәрәктер.

Әһлиуллин образына килгәндә, ул бик тиҫкәре планда бирелгән. Ул ваҡытта шул тиклем яуыз ниәтле командир булғанмы? Әгәр ҙә шулай икән, комиссар Сәғитов фетнәселәр янына китергә тейеш түгел ине, ә Әһлиуллин, Барановскийҙар менән көрәшер өсөн отрядта ҡалыуы үҙен аҡлар ине.

Автор хис кешеһе, ләкин шуға ҡарамаҫтан ул урыны менән натуралистик тасуирлауҙарға бирелеп китергә тейеш түгел.

Мин Йыһаттың ижадын яратам, был әҫәре уның үҫеүен күрһәтә, ул замечаниеларҙы иҫкә алып повесен йәнә бер ҡат ҡарап, төҙәтеп эшләп сығырға тейеш.

6. Х. Зарипов. Әҫәр — үҙенсәлекле. Бер темп менән бара ла бара. Даже бүлекләп тә тормаған. Ҙур әҫәр яҙырға мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, төп геройға психологик дәлилләүҙәр етмәй. Әһлиуллинды уйларға кәрәк. Үҙенең уйҙары бирелмәй. Лев Толстой, герой үҙ-үҙе менән көрәшһә көслө була, ти бит.

7. Й. Солтанов. Замечаниеларҙы ҡабул итеп ҡабат эшләргә һүҙ бирҙе.

Ҡарар: Әҫәрҙе эшкәрткәндән һуң, китап нәшриәтендә баҫып сығарырға тәҡдим итергә;.

Председатель: Ш. Янбаев.

Секретарь: Х. Зарипов.

 

Ләкин башҡорт совет әҙәбиәтенең рәсми органдары һәм рәсми шәхестәре республиканың юғарыраҡ органдары тарафынан Йыһат Солтановҡа ҡаршы көйләнгәйне шул инде; әҫәрең ниндәй генә яҡшы булғанда ла, мотлаҡ кире генә ҡағыласаҡ ине. Һәм тап шулай булды ла. Секция ултырышында башҡалар менән бергә «Коммунист»ҡа ҡарата ыңғай фекер әйткән рәсми кеше Әсғәт Мирзаһитов, бара-тора, 180 градусҡа боролдо ла: «Повестә тасуирланған 1920 йылғы баш күтәреү — бөтә Башҡортостанға һәм башҡорт халҡына хас күренеш түгел, ә әҙәби әҫәр объекты булырға лайыҡһыҙ үтә локаль эпизод ҡына ул», — тигән үлтергес һығымта бирҙе; шуның менән мин совет хакимиәте өсөн һис бер әһәмиәтһеҙ һәм зарарлы эш эшләп маташыусы насар уйлы (йәғни милләтсе) бер авторға әйләндем; бындай нәмәне матбуғатта сығарырға һүҙ ҙә булырға тейеш түгел, тигәнгә ҡайтып ҡалды. Ни өсөн, ҡайҙан тыуҙы хөрт сәбәп?! Аңлай алмай йөҙәнем. Әммә был үтә иртә өлгөрөп еткән «бөйөк коммунизм гражданы»ның (Ә.М. Мирзаһитовтың) ысын йөҙөн, баҡтиһәң, ысын шағирыбыҙ мин фәҡирегеҙгә тиклем үк — 1963 йылдың 3 ғинуарында уҡ күреп киҫәткән икән дә:


«Ағиҙел» редколлегияһында «Аманат»ты [24] тикшерҙеләр, — тип яҙа Рәми Ғарипов. — Рафаэль уҡып бөткәс, береһе лә һүҙ башлай алмай, ауыр тынлыҡ урынлашты. Бөтәһенең дә йөҙө етди, бөтәһе лә үҙ эсенән генә һөйләшә ине. Хәким ағай, ахырҙа, Әхнәф Харисовҡа һүҙ бирҙе. Харис ағай ғәҙәтенсә «ҡапаҡ» тимәне.

— Шиғыр ҡобайырҙың бөтә мөмкинлектәрен файҙаланып, до предела эшләнгән. Һәр бер юлы ҡойоп ҡуйылған. Уйландыра ла икенсе уйҙар тыуҙыра. «Теле юҡтың иле юҡ, /Иле юҡтың ирке юҡ», — тигән категорически формулировка менән килешеп булмай, — ти.

Ғөмүмән, бик йомшаҡ түшәп, ҡатыға ултыртты. Был түшәген Әсғәт Мирзаһитов күтәреп алды. Шиғыр эшләнеше яғынан, уныңса, классически эшләнгән. Ләкин идея йәһәтенән партия программаһына тура килмәй. Йәнәһе, хәҙер, ассимиляцияға юл тотҡанда, бөтә телдәрҙең берләшеүенә барғанда, был шиғыр төрлө толкованиеларға юл ҡуясаҡ». (Рәми Ғарипов. Әҫәрҙәр, II том. Өфө «Китап» 1998; 430-ынсы бит).

Ҡот осорғос! Әҙәби мөхитебеҙҙең тын алғыһыҙ тынсыулығын, ә оҙаҡламай шул тынсыулыҡты уғата нығыраҡ ҡуйыртырға «Ағиҙел» журналының баш редакторы, шунан һуң Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе итеп ҡуйыласаҡ һәм әҙәбиәтебеҙҙә ҡәтғи рәүештә шул «партия программаһы»ның «милләттәрҙе ассимиляциялау» сәйәсәтен бойомға ашырыу өсөн йонсотҡос оҙаҡ йылдар — ғүмере буйына ең һыҙғанып-балаҡ төрөп көрәшәсәк эшем эйәһенең булмышы асыла бында. Бына шундай яһилйәндәр беҙҙең ижади яҙмышыбыҙ менән юғарынан бойоролғанса һәм үҙҙәре теләгәнсә уйнаны.

Секцияла ыңғай баһаланыуҙың эҫе мәлендә үк «Коммунист»ың илле битлек бер өҙөгөн, шул йылдарҙың матур йолаһы буйынса уҡыусыларҙы алданыраҡ таныштыра торорға, «Совет Башҡортостаны» гәзитенә илткәйнем; Мирзаһитов һымаҡ иптәштәр һис тә көтмәгәндә ул редакция биргән «Комиссар» тигән исем менән һандан-һанға баҫылып килеп сыҡты, ижадым тураһындағы ҡыҫҡа ғына «кәрзин» менән фотом да бар ине.

Был фактҡа һуңлабыраҡ һарыуҙары ҡайнаған Мирзаһитов һәм ярандары оторо фекерҙәрен партия өлкә комитетына еткергәндәр һәм уның өгөт-нәсихәт бүлеге мөдире Урал Насир улы Бакиров (дөйөм алғанда итәғәтле һәм яғымлы йән) был факт өсөн гәзиттең баш мөхәррире Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилевте саҡыртып алып «бешергән», тинеләр; шунан һуң ул Исмәғилев («держиморда» тип йөрөтәләр ине үҙен) алдағы ун йылға минең морон алдында редакция ишеген япты.

Баяғы «локаль эпизод» тигән һылтау менән Мирзаһитов иптәш «Коммунист»ы «Ағиҙел»гә яҡын юлатмағанлыҡтан, ҡулъяҙмамды Башҡортостан китап нәшриәтендә лә алманылар, сөнки күптән нығынған ҡағиҙә буйынса, башлап «Ағиҙел» журналында донъя күрмәгән әҫәрҙәр китап булып сығырға ла лайыҡлы түгел ине. Шул рәүешле «Коммунис»ым ҡулъяҙмала килеш тонсоғоп ҡалды.

Әйтеп үтеүемсә, 1969 йылдың көҙөндә мине “Ағиҙел” журналы редакцияһының публицистика һәм очерктар бүлегенә мөдир итеп эшкә алдылар. Эш күләме ҙур – гелән сейле-бешеле әйберҙәр килә лә миңә шуларҙың барыһын да “кондиция”ға еткереп бирергә кәрәк ине. Авторҙарҙы эшенә һәм талантына ҡарап ҡына баһалауым да ҡытыршылыҡтар тыуҙырҙы.

Тураһын әйткән — туғанына ярамаған, тигәндәй, әлеге лә баяғы шул тиктормаҫ телем менән бәлә-ҡазаларымды ырата ғына инем. Мәҫәлән, 1971 йылда бөтәбеҙ бергә баш баҫып эшләп ултырған «Ағиҙел» редакцияһы бүлмәһендә күңелле ығы-зығы ҡупты: әҙәбиәтебеҙҙең уҙаманы Мостай Кәрим, яңы ғына ҡәләмдән сыҡҡан «Салауат» тигән трагедияһын журналға килтереп биреп, бөтәбеҙҙе сикһеҙ бәхетле иткән, имеш. Әле уҡымаҫтары борон уҡ, һәр хеҙмәткәр «тере классик» ағабыҙға әҫәре хаҡында яғымлы һүҙҙәр яуҙырырға, ҡайнар алҡыш ҡуптарырға атлығып тора, шуның форсаты сығыуын ғына көтә... Баш редакторыбыҙ Мирзаһитов, әллә ошо дөйөм күңел күтәренкелеген иҫәпкә алып, әллә әҫәрҙең авторына әйтеләсәк тәбрик һүҙен дөйөм ҡаҙандан бер юлы тослата һоҫоп биреү теләге менән, трагедия ҡулъяҙмаһын уның авторы икенсе әйләнеп килгәнгә тиклем үк бөтәбеҙгә лә бик тиҙ уҡып сығырға ла үҙ фекерен әйтә торорға ҡушты. Әммә беренсе булып уҡыуҙан барыһы ла тайшаныбыраҡ ҡалғас, ҡулъяҙманы мин алып ҡайтып киттем дә төн сыҡҡансы уҡып та килтерҙем һәм, ахмаҡйән, иртән эш башлар алдынан уҡ бөтә коллективҡа шартлатып әйттем: «Уҡып сыҡтым. Ләкин, үкенескә ҡаршы, бөйөк батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа лайыҡлы әҫәр тыумаған. Ундай әҫәр киләсәктең иң талантлы авторы тарафынан ғына яҙылыр, тип өмөт итергә генә ҡала»...

Бөтәһе (шул иҫәптән Мирзаһитов та) һыу уртлағандай шымдылар ҙа, минең тарафҡа баш ҡалҡытып та ҡарамай, баш баҫып эшләргә керештеләр, сөнки «бөйөк классиг»ыбыҙҙың ижадына кире ҡараш булырға тейеш түгел... «Шылт!» иткәнде лә Мостай ағаһына йүгереп барып еткереүселәр һәр даим булғанлыҡтан, көфөрлөгөм көнөндә үк ирештерелде адресатына. Күккә күтәреп маҡтауҙарға ғына күнеккән әҙип, билдәле, ниндәйҙер Ырымбур малайының ҡағиҙәне боҙоуын күтәрә алманы. Әммә трагедияның үҙәге баҙыҡ түгеллеген үҙенең рәссам йөрәге менән ул үҙе лә тойғандыр һәм шул хаҡта борсолоуын ошо ҡырҡа әйтеп биреүем арттыра ғына төшкәндер, сөнки барса һарай халҡы королдең кейемен маҡтағанда ла бер сабыйҙың: «Король яланғас бит!» — тип ҡысҡырыуы (Х.-Г. Андерсен) донъяның аҫтын өҫкә килтереп түңкәрә...

Әҫәр 1972 йылда «Ағиҙел»дең февраль һанында уҡ тиҙләтеп баҫылып сыҡты, Башҡорт академдрамтеатрында «шаулап» барҙы һәм спектакль Салауат Юлаев исемендәге дәүләт бүләге менән билдәләнде, матбуғатта фәҡәт мәҙхиәләр генә суҡлап-суҡлап яуҙырылды. Әммә, әммә... «Король яланғас бит!» — тигән яңғыҙ ҡысҡырыу барыбер күп йылдар буйына королгә тынғылыҡ бирмәгән, ҡолаҡ итен кимергән...

«Һүҙ — СССР яҙыусыларының VIII съезы делегаттарына» тигән рубрика аҫтында 1986 йылғы «Ағиҙел»дең 6-нсы һанында Мостай Кәримдең «Еңеп сығыу көтә» тигән нәүбәттәге шанлы мәҡәләһе баҫыла («Литературная газета»ның 1986 йыл 29 ғинуар һанынан тәржемәләп биргәндәр).

 

«Салауат» трагедияһында, — ти ул, — бер нисә быуын инде халыҡтың аңында барлыҡҡа килгән ярһыу яугир, йөрәкле батыр һәм йыраусы булып торған традицион образға ҡапма-ҡаршы рәүештә, Салауат Юлаев шәхесен һәм уның тарихи миссияһын һүрәтләүҙә әҙер өлгө буйынса түгел, ә полководец, шағир, дәүләт эшмәкәре сифатында ҡылған эштәренә һәм ҡылыҡтарына баһа биреү юлын һайланым. Ауыр уйҙар менән һеңгәҙәп, әсе шик-шөбһәләр менән ытырғанып, батыр киләсәк алдында һәм выжданы алдында үҙе етәкселек иткән һәм йырсыһы булған халыҡ восстаниеһының үкенесле тамамланғаны өсөн яуап тота. Хаҡ, әммә бойомға ашмаҫлыҡ эшкә меңдәрсә, меңдәрсә кешене әйҙәгән был ир кем һуң? Яҙыҡ эшкә олоһо ла, кесеһе лә дәррәү күтәрелер инеме ни? Әгәр ул хаҡлы икән, ниңә һуң еңелгән? Ул ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар сорнауында. Шулай итеп, мин халыҡ хәтерен геройға ҡарата үҙ концепциям менән айҡарға баҙнат иттем, шуның менән ҡайһы бер ғилми даирәләрҙең ҡаршылығына осраным»...

Ҡылансыҡланмайыҡсы, Мостай ағай! — ниндәй «ғилми даирәләр» ул баҙнат итеп ҡаршы килһен инде һеҙҙәргә?! Һеҙгә ҡаршы һүҙ әйтеү — елгә ҡаршы төкөрөү, йәки үҙ башыңа үҙең һуғыу менән бер ине бит, әлегәсә ул шулай. «Король яланғас бит!» — тиеп, бер ниндәй ҙә «ғилми даирәләр» түгел, ә эскерһеҙ сабый йән генә әйтер ҙә һалыр ине... Әгәр “ғилми даирәләр” ҙә тап шулай әйткән булһа – бигерәк тә шәп, әлеге һөмһөҙ Й. Солтанов хаҡлы, тимәк!

Ә «геройға ҡарата үҙ концепцияғыҙ»ға килгәндә, хөрмәтле Мостай ағай, йомшаҡ ҡына әйтһәк, шапшаҡ концепция бит: һеҙ күрһәтергә яҫҡанған ул рухы өтөк Салауатты үҙ заманы тарихи документтарының береһендә лә осрата алмаҫһығыҙ! Үкенмәгән ул үҙенең эштәре өсөн! Үҙегеҙҙән өҫтәрәк бойороп ултырмыш кемдәргәлер яраҡлашыу, уларҙың боҙоҡ күңел ҡылында уйнарға маташыу түгелме был? Көллө халыҡ көләс-нур тип таныған һәм белгән Көндө (ҡояшты) «ҡара батҡаҡ йомарлағы» тип алъюҫыҡтан иғлан ҡылып ышандырып буламы илде?!. Ана шул ышандыра алмағанға ла бит эстән өҙәләнәһегеҙ, баяғы ҡысҡырыҡ сабыйға өҙлөкһөҙ йоҙроҡ төйөп киҙәнәһегеҙ:

 

«Әммә туғанлыҡ тауына артылыу процесы тамамланмаған һәм бөтә проблемалар ҙа хәл ителгән, шөбһәләр ҡалмаған, бөтә ҡарғалар шымған, бары тик былбылдар ғына һайрай, тип уйлаһаҡ, хаҡиҡәттән тайпылыр инек. Милли тойғо — ул бик нескә һәм һиҙгер, ул һәр саҡ ҡайғыртыусанлыҡҡа һәм иғтибарға мохтаж. Әлбиттә, милли антогонизм, берәүҙәрҙең башҡаларҙан өҫтөн тороуына дәғүәләр һәм бер-береңә хаслашыуҙар күптән инде кире ҡайтмаҫ ергә батты. Был — Ленин васыяттарының ҡиммәтле һөҙөмтәһе. Әммә ләкин күңелемә оҡшап етмәгән айырым штрихтарҙы иҫкә төшөрмәйенсә лә булдыра алмайым. Патриотизм ярһыуында ҡайһы бер милли культура вәкилдәренең берсә үҙ халҡына йәш өҫтәргә, нисек тә булһа боронғолоғон иҫбатларға йәки тарихта өлөшөнә төшмәгән ҡаҙаныштарҙы уныҡы тип һанарға, йәки әкиәти ҡаһарманлыҡтарға күмергә маташыуҙарҙы һәм теләүселәрҙе күҙ уңында тотам... Күмәкләп сигелгән матур биҙәкле келәмдән нисек тә булһа үҙ ебеңде һурырға, уртаҡ думбыранан үҙ ҡылыңды тартып алырға, уртаҡ йырҙан үҙ һүҙеңде йолҡорға — тағы бына ошондай һарыу ҡайнатҡыс тенденция бар. Төрлө ҡәбиләләр һәм халыҡтар борон-борондан күмәкләп туҡыған келәм, бергәләп көйләгән думбыра, уртаҡ йыр ул саҡта ни хәлгә төшөр? Башҡортостандағы һәм башҡа ҡайһы бер тарафтарҙағы төрки телдә яҙған ҡәләмдәштәрем ҡайһы берҙә бына ошолар менән мауыға. Әйтергә кәрәк, бер улар ғына түгел... Ошондай ваҡ нәфселәнеү, минең уйымса, хуплауға лайыҡ түгел һәм зыяндан башҡа файҙаһы юҡ»...

Донъя яратылғандан алып Уралында көн күреүсе башҡорт халҡының рухи-мәҙәни тарихын һәм уның сал боронғолоғон матбуғатта иғлан ҡылыусы әҙип ул саҡта әлегә тик берәү — Йыһат Солтанов булғанлыҡтан, ағабыҙҙың кем биленә типкәнлеген ҡәләмдәштәр ҙә, рәсми етәксе әһелдәр ҙә яҡшы беләләр һәм тейешле сараһын күрәләр ине. Уртаҡ келәмдән үҙ ебен һурып алып, совет илен ҡаҡашатыусылар «бер улар ғына түгел», тип яһил киҫәтеп ҡуйыуы ла тәрән мәғәнәгә эйә — АҠШ Үҙәк темеҫкенеү идаралығының да (ЦРУ) мәкерле эше был йәнәһе (тимәк, Йыһат Солтанов шулар тирмәненә һыу ҡоя)... Сығырынан сығып ҡабарынған үҙбелдекле яһилйәнгә ҡарыулашып һүҙ әйтергә заманында ирек бирмәһәләр ҙә, хәҙер инде (үҙе иҫән саҡта, иншалла!) мәрхүм дуҫымдың шулай уҡ әллә ҡасанғы — 1957 йыл 16 март көндәлеге менән яуап ҡайтарам: «Минең өсөн Башҡортостан темаһы изге, был минең — тормошом, ҡайғым, шатлығым. Был минең ғорурлығым һәм кәмһенеүем. Был минең — йөрәгем.

Мостай Кәримгә ул — ҡайын япрағы; ел иҫкәндә шаулай, ел иҫмәһә — юҡ. Ел ҡайһы яҡтан иҫә — ҡайын япрағы ла шул яҡҡа елберҙәй. Шуның өсөн ул: «Мин башҡортмон», — тимәй, ә «Россиян мин», — ти». (Рәми Ғарипов. Әҫәрҙәр, II том. Өфө «Китап» 1998; 233-өнсө бит).

 

Һүр. 45. Актерҙар йортонда “Алтын көҙ” шиғриәт байрамы. Уңдан һулға Рәми Ғарипов, Әхмәт Ғайсин, Тимер Арыҫлан, Назар Нәжми, Мостай Кәрим, Йыһат Солтанов, Хөснулла Түләкәйев, Марат Кәримов, Рауил Бикбаев, Кәтибә Кинйәбулатова. 1972 йылдың ноябре.

 

Мостай Кәримдең “яҡын дуҫы” Назар Нәжми ҙә уны ғәҙел баһалап, 70-енсе йылдарҙа уҡ күптәребеҙгә ишеттереп әйткәйне: “Хандар өсөн йырлаусы һарай шағиры!” Дөп-дөрөҫ, шуға күрә лә ғүмере буйына режимдың һыйлы табынында яланып тамаҡ туйҙырҙы. Заман зауҡын ошолай үҙенсә төшөнөп, эс серҙәрен көндәлектәренә лә (“Ағиҙел” журналының 2006 йылғы 10 -- 11 енсе һандарынан был мемуарға өҫтәлмәләр керетәм) теркәгән икән:

“Шағирға ғүмер баҡый йә таш, йә һөйәк ырғыталар. Һайла!”

Һуңғыһын һайланы, әлбиттә. Хатта “теге донъя”ға ла хан арбаһында үтеү яйын ҡармалай бит ағайым:

“Байҙарҙы дуҫтары ерләй, ярлыларҙы – туғандары, һуҡбайҙарҙы ергә былай ғына тапшыралар. Ваҡыты еткәс мине кем ерләр икән?”

Фанилыҡта хандар, әлбиттә, өлөш сығара ала, ләкин ысын дуҫ була алмай:

“Бер-беребеҙ менән уртаҡлашырлыҡ оло серҙәребеҙ, ижади серҙәребеҙ, бүлешерлек шиктәребеҙ, икеләнеүҙәребеҙ юҡ... Франсиско Гойяның дуҫтарына һөйләрлек серҙәре лә, сер һөйләрлек дуҫтары ла булған. Минең бер дуҫым бар (мин Өфөнө әйтәм), тик ул минең серҙәремде күтәрерлекме икән?”

Һәм йәнә:

“Үҙ әҙәбиәт мөхитемдә мин ҡай саҡ Рим аллаһына оҡшаш – ихтирам итәләр һымаҡ, ярҙам көтәләр, ҡурҡҡан да төҫлөләр, әммә яратмайҙар. Ҡурҡҡан кешене яратыу мөмкин түгел”.

Дөрөҫ, ялағайҙар, алдын-артын шапылдатып ялаусылар менән тулы булды “бөйөк аға”ның ян-яғы, хатта күҙҙәрен гүр тупрағы ҡаплағас та, бер-береһенән уҙҙырырға тырышып ярамһаҡландылар, мөртәттәр. Ләкин ундайҙарға баһа үҙ ваҡытында уҡ бирелгән, ҡылыҡтарына өҫтән генә ҡарап көлөп йөрөлгән:

“Елгә еленләп ғүмер уҙғарыуҙар, йыйын эшкә ашмаҫ кешеләр өсөн һоранып йөрөүҙәр (хаҡ әйтә: эшкашмағандарҙы ғына ҡолаҡтарынан өҫкә тартып, эшкашҡандарҙың башына һуғып йәшәне! – Й.С.), йыйын йүнһеҙҙе яҡлап йөрөүҙәр ярты ғүмеремде алды. Йылдарымдың байтаҡ өлөшө заяға үтте. Ҡурҡып йәшәнем... Намыҫһыҙҙар, яуыздар, бәғерһеҙҙәр шул ваҡытта үҙ мәнфәғәттәре өсөн мине эшкә екте... Мин ғүмер буйы тигәндәй үҙемдең булмаған, әммә һәр ваҡыт бар икәнен тойған мундирымдың бөтә һәҙәптәре лә ҡаптырылған көйө йәшәнем. Гел генә һәҙәптәрҙе ысҡындырырға теләнем, ҡай саҡ был килеп тә сыға, тик аҙаҡҡа тиклем түгел. Эш нимәлә һуң?”

Эш һөйәктә, әлбиттә, үҙең әйтеп бирҙең бит!

1972 Яңы йылға бер көн генә ҡалды, тигәндә, «Совет Башҡортостаны»ның әҙәбиәт бүлеге хеҙмәткәре шағир Хәсән Назаров мине телефон аша ҡабалан саҡырып алып, быуыныма ҡорт булып төштө бит, әй: «Яңы йыл менән ҡотлап халыҡҡа өндәшкән ялҡынлы мәҡәлә кәрәк, иртәгә үк наборға төшөп китәсәк — таң атҡансы әүмәләп килтер, ағай, юғиһә янасаҡбыҙ!..» — «Коммунист» тигән әҫәремдән өҙөктө баҫҡанығыҙ өсөн ни булғанын беләһегеҙ — Абдулла Исмәғилев атып бәрәсәк барыбер», — тип «кәзәләнеп» ҡараһам да, уныһын үҙ өҫтөмә алам, баҫмай һис әмәле юҡ, сөнки шундай материалһыҙ сыҡһа, уға ла эләгәсәк, ә һинән башҡа бер кем дә уны төн ултырып яҙып килтерә алмай, тип һалпы яҡҡа һалам да ҡыҫтырғас, яҡташымдың һүҙен йығырға ҡыймай, ризалашып ҡайтып киттем дә машинка яҙмаһында биш битлек был публицистиканы яҙып, үҙ ваҡытына килтереп тә еткерҙем; һәм ул гәзиттең 1972 йыл 1 ғинуар һанында һис бер тотҡарлыҡһыҙ донъяға сыҡты:

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 460. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Шрифт зодчего Шрифт зодчего состоит из прописных (заглавных), строчных букв и цифр...

Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...

Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Ваготомия. Дренирующие операции Ваготомия – денервация зон желудка, секретирующих соляную кислоту, путем пересечения блуждающих нервов или их ветвей...

Билиодигестивные анастомозы Показания для наложения билиодигестивных анастомозов: 1. нарушения проходимости терминального отдела холедоха при доброкачественной патологии (стенозы и стриктуры холедоха) 2. опухоли большого дуоденального сосочка...

Сосудистый шов (ручной Карреля, механический шов). Операции при ранениях крупных сосудов 1912 г., Каррель – впервые предложил методику сосудистого шва. Сосудистый шов применяется для восстановления магистрального кровотока при лечении...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит...

Кран машиниста усл. № 394 – назначение и устройство Кран машиниста условный номер 394 предназначен для управления тормозами поезда...

Приложение Г: Особенности заполнение справки формы ву-45   После выполнения полного опробования тормозов, а так же после сокращенного, если предварительно на станции было произведено полное опробование тормозов состава от стационарной установки с автоматической регистрацией параметров или без...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.01 сек.) русская версия | украинская версия