Студопедия — Халыҡ теле — океан
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Халыҡ теле — океан






Бөгөнгө был йыйылыштың хәйерле сәғәттә йыйылыуын, көн үҙәгенә ҡуйылған мәсьәләнең мөһимлеген, докладсының ул мәсьәлә буйынса бик актуаль проблемалар ҡуҙғатыуын, шуның менән ошонда үткер һөйләшеү өсөн фекер уятыуын ыңғай билдәләп үтмәй мөмкин түгелдер. Ул ҡуҙғатҡан проблемалар һаны байтаҡ һәм уларҙың һәр береһе айырым доклад талап итерлек. Шуның өсөн бында һәр кем үҙен үтә борсоған бер йүнәлеште һайлап алып, эс серҙәрен сисер, тип уйлайым. Мин дә һуңғы ваҡытҡа тиклем көндәлек эш тәжрибәмдә осрата килгән, күҙгә күренеп бармаһа ла, яҙыусылар араһында яҡшы ғына бәхәс тыуҙырған, күп ваҡытта аңлашылмаусанлыҡҡа килтергән, һәр беребеҙгә, ҡул-аяғы менән булмаһа, итәге менән булһа ла ҡағылып үткән, бәлки, бөгөнгө йыйылыштың да көн тәртибен билдәләүҙә ҙур урын тотҡан бер мәсьәләгә ҡағылмаҡсымын. Был мәсьәлә беҙҙең үҙебеҙ — яҙыусылар тарафынан тыуҙырылған, ҡырҡыулаштырылған һәм яҙыусылар тарафынан хәл ителергә лә тейеш. Был иһә яҙа атмайынса, йәки йомшаҡ түшәк йәймәйенсә, туранан-тура бәхәс алып барыуҙы һорай. Шуға ла мин телмәремде күрәләтә ҡырыҫ ҡорҙом.

Бөгөн башҡорт яҙма әҙәби теленә көтөлмәгән яҡтан һөжүм башланды.

Башҡорт әҙәби теленең именлеген, көрлөгөн, ғүмерен ҡурсалау бурысын йөкмәүселәр — яҙыусылар үҙҙәре һөжүм итә.

Ҡыуанып ҡул сабырға тейешме беҙ хәҙер, әллә ҡанлы йәштәр түгеп иларғамы?

Юҡ, беҙ бының икеһен дә эшләмәйәсәкбеҙ, сөнки башҡорт әҙәби теле тигән мәғрур Уралтауҙың ҡаяларының ныҡлығын, уның тамыры Ер-әсәнең нәҡ үҙәгенә — башҡорт халҡының йәнле һөйләшеү теленә барып тоташҡанлығын һәм уның гранит итәгенә бәрелеүсе мәшәҡәтле тулҡындарҙың күбек булып ситкә һирпеләсәген беләбеҙ. Башҡа нәмә борсой беҙҙе был юлы: нимә мәжбүр ҡыла хөрмәтле аҡһаҡалдарыбыҙҙы (бында йәш самаһы һәм ҡайһы быуын вәкиле булыу күҙ уңында тотолмай: улар араһында төклө эйәклеләр ҙә, төкһөҙҙәре лә бар), быуынһыҙ урынға бысаҡ менән һелтәнеп, һөрәнләп ел тирмәне өҫтөнә яуға ташланырға? Донкихотлыҡмы? Ләкин мин улар араһында моңһоу йөҙлө, хуш күңелле идальгоны күрмәйем. Беҙҙең һаҡаллы һәм һаҡалһыҙ рыцарҙарыбыҙҙы һөрән һалдыртып яуға әйҙәгән нәмә, минеңсә, бүтәндә. Ҡылыстарҙы сатрашларға мәжбүр ҡылған был сәбәп — башҡорт теленең диалекттары һәм уның яҙма әҙәби телебеҙгә мөнәсәбәте мәсьәләләре. Шуға булған ике ҡараш, уны ике төрлө аңлау — баррикаданың ике яғына өйөрә яугирҙәрҙе.

«Башҡорт яҙма әҙәби теле тупланып, ҡалыплашып бөткән — диалект һүҙҙәрен яҡын юлатмаҫҡа кәрәк!» — тип сың ора һаҡаллы һәм һаҡалһыҙ аҡһаҡалдарҙың бер килкеһе.

«Башҡорт яҙма әҙәби теле әле ҡалыплашып бөтмәгән, ул һаман тупланыу, формалашыу өҫтөндә, тимәк, диалект һүҙҙәренә аҡ юл булырға тейеш!» — тип рельс һынығы ҡаға һаҡал үҫтергән һәм үҫтермәгән һаҡалтайҙарҙың бер килкеһе. Ҡалған халыҡ, ҡап-уртала ҡалып, эштең ни менән бөтөрөн көтә. Ике яҡтың ҡайһыныһы хаҡлы һуң? Икеһе тиң хаҡ та, нахаҡ та һымаҡ.

Тәүге тезисты ҡарайыҡ. «Башҡорт яҙма әҙәби теле тупланып, ҡалыплашып бөткән»... Ҡайһындай ҙа яғымлы моң! Бәүелеп кенә ят та йоҡла. Эйе, ысындан да ул шулай «тупланып, ҡалыплашып бөткән»ме? Тарихҡа күҙ һалайыҡ. Ул ике өлөшкә бүленә: Бөйөк Октябргә тиклемге һәм Бөйөк Октябрҙән һуңғы осор. Бөйөк Октябргә тиклем башҡорт әҙәби теле халыҡтың ауыҙ-тел ижадында йәшәп килгән. Бөйөк Октябрҙән һуң халыҡ үҙ яҙмаһына эйә булып, шул әҙәби телде ҡағыҙға күсергән. Элек үҙ-ара, өй-ара, ырыу-ара ғына һөйләшһә, хәҙер уның көр тауышы ҡитғалар аша ишетелгән. Уны башҡорт яҙыусылары ишеттергән. Ярты быуат эсендә был яҙма әҙәби тел бөгөнгө хәленә етеп көрәйгән. Бына ошо көрлөк сәбәп бирә лә инде, әҙәби тел бөгөн тамам «тупланып, ҡалыплашып бөткән» тип ҡарҡ кикереп диалект һүҙҙәрен артҡы ҡапҡаға һөрөүселәргә. Ләкин бындай көрлөк беҙгә теге һимергән, күкәй һалыр юлы бөрөшкән тауыҡты хәтерләтә түгелме?..

Дөрөҫ, әлеге «ҡарый»ҙар әйткән, «тупланып-ҡалыплашып бөткән», бер килке йылғыр әҙәбиәтселәрҙең «әҙәби тел»е бар ул беҙҙә, барлыҡҡа. Ботаҡ-сатағы ла, ялы-ҡойроғо ла юҡ: телеграф бағанаһылай шыма, йәки һыу кеүек һемереп эсерлек. Аңлашылалыр, бында Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Ғариф Ғүмәр, Мостай Кәрим кеүек оло яҙыусыларыбыҙҙың тормоштоң үҙеләй киң һулышлы, тулы ҡанлы телен, әлбиттә, күҙ уңында тотмайым. Теләйбеҙме, юҡмы, шулай ҙа танырға ла тура киләлер: оло ағым менән бер ҡатарҙан, тел мәсьәләһендә шишмә һайлығы кисереүселәр аяҡ остары менән генә йырып ағыҙған «әҙәби тел»ебеҙ ҙә бар шул беҙҙең. Был — утыҙынсы йылдар аҙағынан алып алтмышынсы йылдарғаса булған ярҙар араһында биләмәләнгән бер килке «әҙәбиәт» теле. Ҡабатлайым: бөтә әҙәбиәтебеҙҙең түгел, ә бер килке әҙәбиәт теле. Ул ҡасандыр Магелланды әсир иткән Тымыҡ океан кеүек тын ғына ята. Сайпылмай ҙа. Күбекләнмәй ҙә. Моряктарса әйтһәк, «полный штиль». Унда магелландарға ғына түгел, хатта төбө тишек кәмә эйәләренә лә күкрәк киреп ярҙан-ярға хозур сәйәхәт ҡылырлыҡ. (Йөрәклеләргә, әлбиттә, унда ла дауылдар булған, ләкин хәҙер һүҙ улар хаҡында түгел!). Арҡырыһы-буйы ла, тәрәнлеге лә бер ҡарауҙан табалағы һыу шикелле үтә күренеп торған был ташҡа үлсәйем әҙәби тел — үҙенә күрә бер эсперанто теле ул. Яҡынса өс мең һүҙ унда. Өс мең һүҙҙе әүеш-тәүеш килтереү тыуҙыра шул үтәнән-үтә күренмәле эсперантоны. Һәм ул ирекле көндән түгел, ә беҙҙең тарафтан башҡорт телен белмәүҙең ғәзиз балаһы булып донъяға килгән. Әгәр ошо ғәзиз баланы донъяның иң етлеккән, камил мөғжизәһе итеп һанаһаҡ, башҡорт яҙма әҙәби телен «тупланып, ҡалыплашып бөткән» тип тә ҡабул ҡылырға тейешбеҙ.

«Диалект һүҙҙәрен яҡын юлатмаҫҡа кәрәк!» Ниндәй пафос, ниндәй яугир ынтылыш менән һуғарылған һөрән! Ошо һөрән һөрөлгәндән һуң, һурмай ҡара хәнйәр һәм ҡылыстарҙы!.. Ләкин беҙҙең алмас ҡылыстар ниңәлер, хас дошман муйынында түгел, ә бер-беребеҙҙең танау осонда осҡон сәсрәтә. «Диалект һүҙҙәре», «диалектизм» тигән төшөнсә, дошман яҡ булаһы урында, ике-ара ҡап-уртала баррикада булып ҡалҡып сыға. Бына шул саҡ йөрәкте ғәм семетеп ала ла инде: йәғни беҙ, ҡәләм эйәләре тип аталған әҙәмдәр, «диалект һүҙҙәре», «диалектизм» тигәндең бөтә мәғәнәһен һәм унан сыҡҡан бурыстарыбыҙҙы тулы мәғәнәһендә аңлап етәбеҙме икән?.. Әммә көндәлек эш тәжрибәһендә редакцияларҙа ҡылыс сатрашлатыуҙарҙың сәбәбенә күҙ һалыу — үҙе үк беҙҙең был мәсьәләлә бер ҡатлы сабыйҙар икәнлегебеҙҙе асыҡ дәлилләй. Бындай сабый (һаҡаллымы ул, әллә юҡмы — эш унда түгел), әҙәбиәт донъяһына тәпәй баҫып ҡалғып тороуҙың икенсе көнөндә тирә-яғына ҡаранып, күңеле ҡанғансы ярға ятып һүҙ ағымынан бер һемерә лә үҙ иңкәйе һыйҙыра алғанса ҡосаҡлай даръяны, шуның менән оло диңгеҙҙе ҡосоп алдым тип уйлай. Ғәмәлдә иһә ҡосағында ҡорсаңғы тай ҙа эсеп туймаҫлыҡ шәре-күләүек кенә. Диңгеҙ тигәне лә уның диңгеҙ түгел, ә океандан бүленеп ҡалған, аҡрынлап ҡорорға дусар ҡылынған Арал, йәки Каспий күле генә. Шул бер ҡолас диңгеҙе менән бындай «белгес» халыҡ теле океанының лоцманы булыу вазифаһын ала үҙ өҫтөнә. Янып-көйөп эшкә тотона. «Тонған таҙа диңгеҙебеҙҙең сафлығын һаҡлайыҡ, болғансыҡ сит ағымдарға юл ҡуймайыҡ!» — тип ысын күңелдән ҡурсалап яр һалыр ул, ләкин шул «сит ағым»дарҙың -- үҙен оло океанға тоташтырғыс йәншишмә икәнлеген, «болғансыҡ» менән ҡуша диңгеҙгә йәшәү алып килгәнлеген һис абайламаҫ. Әгәр шулай түгел икән, ниңә беҙҙең мәрхәмәтле редакцияларҙа һаман да шул өс мең һүҙле эсперанто теленә тартымлыҡ көслө, ә редактор ҡулы һәр бер өс мең беренсе «шыршау» һүҙҙе ҡулъяҙманан ҡыя сабып ырғыта? Һәммә редакциялар ҙа, һәммә редакторҙар ҙа ундай икән тип уйлау яҙыҡ булыр ине; әлбиттә, редакторҙар араһында ла барҙыр йүнле кешеләр. Был әйткәндәр, баяғыса, ҡосағында бер ҡолас диңгеҙ йөрөтөүселәр нәҫеленә ҡағыла, ләкин, үкенескә ҡаршы, бөгөн әле тел мәсьәләһендә ил кейенер затлы тундар йыш ҡына осраҡта шуларҙың «диңгеҙ» аршыны менән беселә. Бында улар — тулы хоҡуҡлы тунсы. Һәм һәр тунсы үҙ аршыны менән үлсәй. Әммә тунсылар өсөн дә уртаҡ бер сифат бар, был — аршындарҙың наҡыҫлығы. Шул сифатҡа тел белемебеҙҙең үтә һүрән дөрләүе, хатта ҡай саҡ янғын булып ҡабыныуы ла хеҙмәт итеп ҡуя үҙенсә. Әйтәйек, наҡыҫ аршын эйәһе берәй ҡулъяҙмала автор телендә үҙ «диңгеҙ»е өсөн ят карап булған һүҙҙе осрата. Пресонаждар телмәрендә булһа бер хәл, әммә автор телендә ул бындай «крамола»ға һис кенә лә түҙә алмай, арт һынын күгәүен тешләгән аттай тибенеп сәбәләнә башлай. Аҡыллы башын ҡашып, башта «Башҡортса-русса һүҙлек»те (22 мең һүҙ) асып ҡарай ул (сөнки бындай бәндә алдан уҡ үҙенең артын нығытып ҡуйыусан була). «Русса-башҡортса һүҙлек»кә лә (46 мең һүҙ) күҙ һала. Уларҙан улъя тапмай, йәки «диалектизм» тигән арыҡ ҡуянға тап булып, кәштәнән ике томлыҡ «Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге»н тартып төшөрә. Баяғы һүҙ бында ла йә юҡ, йә «диалектизм» тамғаһы аҫтына алынған. Шуны күреп сәмләнгән «белгес» башҡорт әҙәби теленең сафлығы, камиллығы хаҡына йән атып фекер йөрөтә башлай, һәм әлеге дөрөп килгән «башпыртһыҙ» һүҙҙе ҡәләмдәшенең ҡулъяҙмаһынан йәнтәслим йолоп ташлай. Хаҡ һорау тыуа: халыҡ теле тигән бөйөк океандың «һүҙлек» тигән ҡуш ҡатырға араһына ғына һыймай тулауы өсөн һүҙ ғәйеплеме ни?..

«Йондоҙнамә» асыусылар ысулы менән «Башҡорт һөйләштәре һүҙлеге»нең икенсе томын (унда көньяҡ — минең һөйләш) ҡул тейгән тоштан тоттом да асып ҡараным. «Ҡ» хәрефенә ҡағылды бармаҡ. «Ҡатыға башланған» һүҙҙәрҙең бөтәбеҙ өсөн дә үтә уртаҡ һәм аңлайышлыларына туҡталып тормай, «томанлыраҡ»тарын бер рәттән бер бағанаға күсереп алдым. Китаптың (1-енсе том) инеш һүҙендәге төп ҡағиҙәләр ошондай:

1. Башҡорт әҙәби теле көнсығыш һәм көньяҡ диалекттарға нигеҙләнә (5-енсе бит).

2. Әлегә тиклем һөйләштәрҙә киң таралып, әҙәби тел нормаһынан тыш йөрөгән һүҙҙәр әҙәби телдә урын алырға хаҡлы (8-енсе бит).

3. Һүҙлектәрҙә әҙәби телгә хас булмаған һүҙҙәр генә туплана (8-енсе бит).

4. Һүҙлектәге һүҙҙәр әҙәби телдәге эквиваленты менән аңлатыла (10-ынсы бит).

Тимәк, беҙҙең алда саф диалект һүҙҙәр, әҙәбиәтебеҙ баҫыуынан аҡһаҡалдар таяҡлап ҡыуа торған диалектизмдар һүҙлеге.

Ләкин күсереп яҙғандарымды көнсығыш диалекты һүҙлегендәге (1-енсе том) шул уҡ баш хәреф һәм теҙем һүҙҙәре менән йәнәш ҡуйып сағыштырып ҡарау мине көтөлмәгән хәлгә килтерҙе. Бына ул таблица (йәнле телдә ике диалекттың да активында булып та, һүҙлектә бер диалектҡа ғына ҡайтарып ҡалдырылған һүҙҙәр ҙә осраны, улар шаҡмаҡ йәйәләр эсенә алына):

 

Көньяҡ диалект   Ҡалғал тороу — Ҡамыл II Ҡандала үләне Ҡанүлән Ҡанығыу — Ҡарағура Ҡаран Ҡасҡалаҡ Ҡаҫмаҡ I Ҡаҫмаҡ II Ҡатыҡ Көнсығыш диалект   — [Ҡалғыу] — — — Ҡанығыу [Ҡаныу] Ҡарағура Ҡаран — Ҡаҫмаҡтаныу (мәғәнә бер) Ҡаҫмаҡ Ҡатыҡтау (мәғәнә бер)  

Таблицанан күренеүенсә, «диалектизм» тоҙағына башы ҡапҡан ун бер һүҙҙең алтыһы бер үк мәғәнәлә ике диалектта ла ҡулланылып йөрөй, берәүһе көньяҡ диалектта бар, ә көнсығышта юҡ. Йәнә һүҙлектә фәҡәт көнсығыш диалектҡа ҡаратылған, ләкин көньяҡ диалект һөйләштәрендә лә киң таралған, «Башҡортса-русса һүҙлек»кә лә (Мәскәү, 1958 й.) индерелгән ике һүҙ (ҡалғыу, ҡаныу) осраны; тимәк, улар ҙа ике диалект өсөн дә уртаҡ байлыҡ булып сыҡты. Һөҙөмтәлә тикшерелгәндәр араһынан һигеҙе — ике диалекттың да активында. (Ә телсе ғалимдарыбыҙҙың бер килкеһе танырға теләмәгән өсөнсө диалект тураһнда әйтеп тә тормайым). Ул ғына ла етмәһә, беҙҙең таблицала тәүге бағаналағы көньяҡ һөйләш мөлкәте булған тағы ла өс һүҙ (ҡамыл, ҡандала үләне, ҡанүлән) Башҡортостандың бөтә райондарында ла ҡабатланмаҫҡа ихтималлы айырым географик шарттарға һәм ундағы көнкүрештең специфик сығанағына бәйле уникум — үҫемлек атамалары булғанлыҡтан, теләйме-теләмәйме, икенсе диалект та ул һүҙҙәрҙе үҙенеке итеп алмайынса хәле юҡ. Сөнки холҡо камил әҙәм бер саҡта ла был һүҙҙәрҙе һүҙлектә бирелгәнсә «әҙәби телдәге эквиваленты менән» алмаштырып, ҡамылды — «иген һабағы» (был үҙе хата, сөнки ҡамыл көньяҡ диалектта иген һабағын түгел, ә һабаҡтың урғандан һуң ҡалған төбөн — стерняны аңлата), йәки «стебель» тип, ә ҡандала үләнде — шул уҡ көньяҡ диалекттың Дим һөйләшенсә «ҡанҫиәр сыбығы», йәки аңлатмалағыса «ҡыуыҡ ауырыуын дауалай торған үлән — лекарственная трава, употребляющаяся при восполении мочевого пузыря» тип һөйләмәҫ бит инде. Күрәһегеҙ, һүҙлек төҙөүселәр һуңғы үлән исеменең хатта урыҫса аңлатмаһын да таба алмағандар.

Инде тағы ла күҙ ҡырында ике һүҙ: «ҡалғал тороу» менән «ҡасҡалаҡ» тороп ҡалды. «Ҡасҡалаҡ»тың дөйөм әҙәби һүҙ рәүешендә «Башҡортса-русса һүҙлек»кә инеүен иҫәпкә алһаҡ, беҙҙең алда «ҡалғал тороу» яңғыҙы ғына ҡалғып тороп ҡала. Ләкин баланың йөгөнөкләп тәпәй баҫҡандан һуң беренсе ҡат аяғөҫтө ҡалғаллап тороуын асыҡ итеп күҙ алдына баҫтырған был берҙән-бер тере һүҙҙе, йәнле һүҙҙе, башҡа ҡайҙан табырбыҙ? Һүҙлектә әшкәртелгәнсә, «ҡаҙыҡай тороу» тип, йәки «впервые встать на ножки (о ребенке)» тип атарбыҙмы инде беҙ уны?..

Осраҡлы ғына ҡул аҫтына килеп ингән һәм «диалектизмдар» тип мөһөрләнгән һүҙҙәрҙең йөҙ проценты ла ике диалектҡа ла хас уртаҡ байлыҡ булып сыҡты; тимәк, дөйөм әҙәби телебеҙгә хас уртаҡ байлыҡ — әҙәби тел фонды булып сыҡты. Был ҡауғалы хәлдән, тупиктан хәҙер кем ҡотҡарыр беҙҙе?.. Әлеге наҡыҫ аршынлыларға юл ҡуйһаҡ, улар, һис шикһеҙ, беҙ тикшергән ун өс һүҙҙең ун өсөн дә (ә бөтөнләй бер һүҙлеккә лә инмәгән һүҙҙәрҙе ни көтә?!.) «диалектизм» тип һыҙып ырғытасаҡ, сөнки шуны дөрөҫләгес ике томлыҡ һөйләштәр һүҙлеге бар. Бындай «белгес» теләгән бер һүҙгә ҡарата: «Мин белмәйем, тимәк, ул юҡ», — тигән серек принциптан сығып эш ҡыла. Тик беҙ белмәгәндән генә Ер шары — әйләнеүҙән, һыуҙар — ағылыуҙан, елдәр иҫеүҙән туҡталырмы ни?!. Бармаҡ битендәй ерле, бер ус ғәскәрле кәрлә Лихтенштейн дәүләтенең барлығы, бәлки, төшөбөҙгә лә кереп сыҡмағандыр, ләкин бынан ғына ул юҡ булып ҡалмай, донъя атласынан һыҙып ташланмай — унһыҙ донъя ла бөтөн түгел. Ә халыҡтың һәр бер һүҙе — донъя телдәре атласының тере күҙе — ерҙә йөҙәр дәүләттәрҙе ерләп тә йәшәп килә. Шул тере күҙҙе тере тәндән яҙыусы үҙ ҡулы менән соҡоп ырғытһа — бына аяныс хәл ҡайҙа!..

Инде бая телгә алынмыш рельс һынығы ҡағыусыларҙың — эйәгенә төк үҫтергән һәм үҫтермәгән «һаҡалтай»ҙарҙың тезисына киләйек. «Башҡорт яҙма әҙәби теле әле ҡалыпланып бөтмәгән... диалект һүҙҙәренә аҡ юл булырға тейеш!» — тиҙәр улар. Был да яугирлек билдәһе: дауылдарға һыуһап йәшәү сағыла был һүҙҙәрҙә! Карап әҙер, капитандар бар — халыҡ теле океанының икһеҙ-сикһеҙ киңлектәренә тулҡын ярып сығаһы, төпһөҙ тәрәнлектәренә сумаһы ғына ҡала. Ләкин беҙҙең киң күкрәкле капитандарыбыҙ, океан түренә елкән-ҡанат киреп еләһе урында, маңлай менән яр емереп танау емертеү, ынйы тип ҡомташ киҫәктәре тырнап сығарыу менән мәшғүл. Матбуғатта хөкөм һөргән орфографик сыбарлыҡ, үҙэшмәкәрлек «сәтләүектең мәмесен ташлап ҡабығын сәйнәмәйбеҙме, йәки уң ҡулың ни эшләгәнен һулы беләме икән» тигән фекергә килтерә. Мәҫәлән, биш йыллыҡ, ҡыҙыл армеец, ҡыҙыл (аҡ) гвардеец, ғайәт, ғашиҡтәр, ниһайәт, хаҡиҡәт, фиҙакәр һ.б. шуның ише һүҙҙәрҙең һәм ғәрәптән инмеш исем, фамилияларҙың ике төрлө яҙылып йөрөүе, әҫәрҙәрҙә екһеҙ ергә «яңы» һүҙ ҡыҫтырып уйнатыу һәм шуның менән башҡа урында ысынлап та нәжәғәйләнеп балҡырҙай һүҙҙәрҙең дә бәҫен ебәреү, күҙ ҙә йоммай “самауыр” ҙан «үҙҡайнатҡыс» уйлап сығарыу кеүек ҡыңғырлыҡтарҙың ҡырҡ көндә бер булһа ла тыуғылап тороуы шул хаҡта һөйләй түгелме?..

Ләкин быныһы әле ҡазаның башы ғына. Уның мыҡты кәүҙәһе, тояҡтары — баяғы сың ороусылар яғында. Һуңғы ваҡытта редакторҙар ҙа әлеге наҡыҫ аршын сирткән фәҡир таҡмаҡҡа баҫып: «Әҫәреңдең персонаждарын, миңә тимәгәйе, эт телендә һөйләт. Әммә-ләкин автор телмәренә диалектизмдарҙы ҡыҫтырма!» — тип әйтеүсән булып китте. Шуның арҡаһында беҙҙең әҫәрҙәрҙә геройҙар һәм персонаждар — нормаль башҡорт әҙәби телендә, ә автор үҙе эсперанто телендә һөйләшәләр. Ләкин етешһеҙлектәрҙе бер яҡҡа ғына әүештереү ҙә дөрөҫ булмаҫ: бында ғәйеп атта ла, тәртәлә лә бар. Ҡайһы бер повестәрҙә, романдарҙа баштан алып ахырғаса авторҙың тел байлығы, фекер ҡеүәһе һайығып, персонаж һәм геройҙарҙы бер яҡҡа әүештереп «байыҡтырыу», уларҙы ҡыуаҡан, Дим буйы йәки башҡа яҡ һөйләштәренсә һаҡаулатып һөйләштереү «йола»һы юл алды. Һаҡау «аҡсарҙаҡ»тан илле алла, мең мулла менән саҡ ҡотолоп, ауыҙ тултырып «аҡсарлаҡ» тип әҙәм рәүешле яҙа ғына башлағайныҡ, ҡуңғылдап торған ҡуңғыҙ урынына, Хоҙай биргән «ғ» өнөн эскә йотоп, «ҡуңыҙ» осорорға керештек. Ошо ҡалып менән барһаҡ, оҙаҡламай бөтә Сыңғыҙҙар ҙа — «Сыңыҙ», дуңғыҙҙар ҙа «дуңыҙ» булып китәсәк һәм үҙебеҙ ҙә, яңғыҙ ҡалаһы урында, «яңыҙ» тороп ҡаласаҡбыҙ. Ундай сая миҫалдарҙы йөкләп-йөкләп килтерергә була, тик уны һис тә нормаль хәл тип кенә атап булмайҙыр. Бындай үҙэшмәкәрлек, әлбиттә, башҡорттоң әҙәби тел байлығына бармаҡ башындай ҡырсынташ та өҫтәмәй, тик өҫтәйҙер әҫәргә аҙ-маҙ «колорит». Ләкин бындай колоритты душа никтер не варит... Эштең ошолай «кәкес» тороуы ҡуҙғата ла инде бөгөнгө һөйләшеүҙе.

Дөрөҫ, һөйләшеү кәрәк, бәхәсләшеү кәрәк, сөнки алдыбыҙҙа торған мәсьәлә ифрат та ҡатмарлы бит. Уның сутырмаҡлы юлдарында, докладсыбыҙ әйткәнсә, йәштәр генә түгел, ә ил ағаһы булып йышылған аҡһаҡалдарыбыҙ ҙа ҡай саҡ һөрлөгөп ҡуя икән ул. Эштең ни тиклем ҡатмарлылығы шунан күренә. «Совет Башҡортостаны» гәзитенең 1970 йылғы 25 февраль һанында филология фәндәре докторы Ғәли ағай Сәйетбатталовтың «Арыш башағы» романының теле тураһында» тигән бик шәп мәҡәләһе баҫылып сыға. Фәрит Иҫәнғолов (бөгөнгө докладсыбыҙ) әҫәрендәге «яңы» һүҙҙәргә иғтибар бирә автор. «Был һүҙҙәрҙе ҡулланып, яҙыусы уларҙы башҡорт әҙәби теленә индереп ебәрҙе, тимәк, киләсәктә улар һүҙлектәрҙә лә урын аласаҡ, — ти ул. Артабан ошолай дауам итә: — Дөрөҫ, ҡайһы бер осраҡтарҙа бик һирәк кенә булһа ла Фәрит Иҫәнғолов һөйләмдә һүҙҙе урынһыҙ ҡуллана. Мәҫәлән, йоғошло ауырыуҙар палатаһына тыҡшынып йөрөүсе булманы. Күренеүенсә, бында «ныҡышып» урынына «тыҡшынып» һүҙе ҡулланылған, — ти Ғәли Сәйетбатталов. — Шуны ла әйтергә кәрәк, — тип дауам итә, — был һүҙҙе яҙыусының «Аҡҡошом минең» повесендә лә осратабыҙ. Унда ла был хәл ҡылым урынһыҙ бирелгән. «Ә һин, Сәрүәров, үҙ хәлеңде белмәй, оҙатырға тыҡшынып (ныҡышып. — Ғ.С.) торған булаһың». Бындай лексик хата киләсәктә Ф. Иҫәнғоловтың әҫәрҙәрендә булмаҫ тип ышанырға кәрәк, юғиһә ул аҡ нәмәгә төшкән ҡара тап һымаҡ, әҫәрҙе йәмһеҙләп тора», — тип йомғаҡлай мәҡәләнең авторы.

Хәтерләйем, шул мәҡәлә баҫылып сыҡҡандың иртәгәһенә «Ағиҙел» журналы редакцияһына пенсия йәштәрендәге бер дәү ағай килеп инде лә мәҡәлә авторына ҡарата ихлас үпкәһен белдерҙе. «Татар лөғәтенән ҡараным, — тине ул, — татарҙа «тыҡшынып» тигән һүҙ бар, ул тап Фәрит Иҫәнғолов ҡулланған мәғәнәлә. Туғандаш телдең һүҙ байлығын файҙаланып яҙыусы дөрөҫ эшләгән, ә Сәйетбатталов уҙаман шуны «ныҡышып» һүҙе менән алмаштырырға итә», — тине ул.

Минең дә зитҡа тейгәйне был мәҡәлә, шуға күрә мин дәү ағайға ошолай яуапланым: «Тыҡшынып һүҙе, бәлки, татарҙа барҙыр һәм ул, һеҙ әйткәндәй, тап Фәрит Иҫәнғолов ҡулланған мәғәнәлә йөрөйҙөр — уныһы миңә ҡараңғы. Ләкин мин шуны беләм: башҡортса «тыҡшынып», «тыҡлығып», «тыҡлығышып» тигән айырым өс һүҙ бар, ныҡ ҡына таралған улар. «Тыҡшынып» тигәне — «кеше юҡта йәки форсаты тейгәндә туйғансы, ғарыҡ булғансы ашанып» тигәнде аңлатһа, «тыҡлығып», «тыҡлығышып» тигәне — тәүгеһе берлек, икенсеһе күплек формаһында тап һеҙ, мин, Фәрит Иҫәнғолов, Ғәли Сәйетбатталов — дүртебеҙ ҙә — дөрөҫ уйлаған, ләкин әлегәсә беребеҙ ҙә үҙ әҫәрендә дөрөҫ итеп үҙ урынына ҡуйып яҙа ғына алмаған мәғәнәлә йөрөй. Тимәк, беҙ дүртебеҙ ҙә хаҡ та, нахаҡ та бер юлы, шуға күрә бер-беребеҙгә үпкә лә юҡ».

Күренеүенсә, «тыҡшынып» һүҙен Ф. Иҫәнғолов урынһыҙ ҡуллана, Ғ. Сәйетбатталов уны урынһыҙ «ныҡышып» һүҙе менән төҙәтә һәм, һүҙҙе яңылыш урынға ҡуйыу — әҫәрҙең йән үҙәген өҙөү икәнде күҙ уңында тотоп, киләсәктә был хата ҡабатланмаҫ, тип юрай. Шуға күрәлерме, Фәрит Иҫәнғолов ағайыбыҙ ҙа шул уҡ «тыҡшынып»ты шул уҡ тейешһеҙ мәғәнәһендә, хәтерем буталмаһа, тағы ла өсөнсөгә — «Ир-егеткәй менән ат башы» романына ла тыҡшып керетә...

Аҡһаҡалдар һөрлөккән ерҙә беҙгә тәкмәс атырға ла ярай икән, тигән нәтижә яһарға йыйынмайым. Бер генә һығымта сығарырға була бынан: беҙ, яҙыусылар, ғалимдар, халҡыбыҙҙың тел байлығын, ресурстарын белеп еткермәйбеҙ икән; был өлкәлә, ҡырыҫ ҡына әйткәндә, ҡара наҙанбыҙ икән. Шуның арҡаһында әҙәби телдең байлығына тарлыҡ килә. Ошо факт бөгөн беҙҙең алда торған бурыстарҙың бер ултырып ҡына бер самауыр сәй эсеү түгеллеген иҫбатлай. Тел мәсьәләһе яҙыусыларға ла, тәнҡитселәргә лә, ғалимдарға ла, хатта китап уҡыусыларға ла ғәҙәттән тыш түҙемле, сабыр, һаҡ булыуҙы һорай. «Диалектизм» ярлығы аҫтында типкеләнеп, йәки ҡаш яһайым тип күҙ сығарылып, әҙәбиәттең кәртә артында хужаһыҙ малдай ҡаңғыртылып йөрөтөлгән өйөр-өйөр һүҙҙәребеҙ араһында халыҡтың тиңһеҙ хазиналары, аҫыл гәүһәр-яҡуттары ята бит. Донъя яратылғандан биреле халыҡ уны майҙай тансҡалап йыйған, ишәйткән, мәрйен һымаҡ бөртөкләп теҙгән, ә беҙ бер һуғыуҙа уны сәсрәтергә, елгә осорорға әҙер, сөнки беҙҙә ысын диалектизмды — йөрәге өлпөрәп тибеп торған тере һүҙҙән, кәбәкте бойҙайҙан айырыу һәләте етеңкерәмәй. Ете үлсәп ҡарамай тороп, ҡырҡа сабып өҙөү өсөн ҡылыс күтәрәбеҙ, танау особоҙҙа ут сәсрәтәбеҙ, ә ул ҡылыс тигәнебеҙ ике башлы наҡыҫ ҡына аршын таяғы булып сыға. Йола буйынса таяҡтың бер башы уны күтәреүсеһенең үҙ башына төшөргә тейеш ине лә бит, әммә улай түгел шул әҙәбиәттә: икеһе лә төшә әҙәбиәткә, ә таяҡ күтәреп һелтәнгән йылғырйән имен уртала ҡала. Ахырызаманғаса шулай тымыҡ күлдә йәшәрмен тигән мут уй уға яңынан-яңы киҙәнеш өсөн дәрт бирә. Тик был уның үҙ-үҙенә һалған ау ғына. Мурҙа йәлдәүенә ингән сағында шамбы ла бит күл уртаһында кинәнеп йөҙөп барам, тип уйлай. Ләкин уны, күпме генә шыйғалаҡ булһа ла, айғолағынан һөйрәп ярға ырғыталар. Әҙәбиәттә лә, моғайын, шулай булыр, Каспий диңгеҙен ҡосаҡлап алдым тип тынсыу күләүек менән үҙ-үҙен алдап, мөрәхәтһенеп донъя көтөүселәр күҙҙәрен ҙурыраҡ асып, халыҡ теленең икһеҙ-сикһеҙ океан киңлегенә лә ҡараш ташлар, уның мәңгел тылсымлы шауына ҡолаҡ һалыр. Сөнки ошо залда ултырып беҙ тыңлаған, беҙ күтәргән, беҙ бәхәсләшкән мәсьәләләр фәҡәт беҙҙең һәр беребеҙгә генә, хатта башҡорт әҙәбиәтенә генә лә ҡайтып ҡалмай, ә бөтә совет әҙәбиәтенә лә ҡағыла, бөтәбеҙ өсөн уртаҡ улар. Беҙ беләбеҙ: яҙыусы ҡулланған һәр «яңы» һүҙ әҙәбиәттең ҡырҡ иләгенән иләнеп, ҡырҡ һелкеүесенән һелкелеп, үҙенең яйын, урынын, баһаһын табасаҡ, кәбәктәре елгә осасаҡ. Игендең иләккә ишелеп инеүе ҡаза түгел — инмәй ҡалыуы ҡаза. Былтырҙан биреле «Литературная газета»ла «Язык и время» рубрикаһы аҫтында бөйөк урыҫ теленең океанын һайыҡтырыусыларҙан ҡурсалап алып барылған ҡыҙыу дискуссия үҙе шуға ҙур дәлил. Евгений Винокуровтың шул гәзиттә быйыл 16 февралдә баҫылып сыҡҡан «Со словом шутки плохи» тигән мәҡәләһендәге ҡайбер борсоулы һүҙҙәре, моғайын, беҙгә лә ҡағыла.

«Я боюсь, — тип яҙа ул, — как бы после нашей дискуссии о языке редакторы не взялись с новой силой выправлять стихи начинающих, не начали бы с еще большим рвением обстругивать молодых. Есть редакторы, которые до того «добросовестны», что не оставляют в стихах ни одного живого слова.

Лев Толстой писал о придирающихся критиках: «Они хотят, чтобы я стругал, а стружки не было».

Если все одухотворено большой мыслью, «стружка» не страшна».

Эйе, хаҡ һүҙҙәр: ҡоласы киң моряктарға ҡурҡыныс түгел океан! Улар барыбер күбектәрҙе ярып алға барасаҡ, төбәлгән ярға сығасаҡ. Тик бының өсөн һәр беребеҙ үҙенең заман яҙыусыһы булараҡ туған тел алдында йөкмәгән ауыр вазифаһын һуңғы сиккәсә еткереп аңларға, күңелендә ойоп ятҡан ғәмһеҙлеккә, наҙанлыҡҡа ҡаршы үлемесле яуға сығырға бурыслы. КПСС-тың XXIV съезындағы докладында Леонид Ильич Брежнев әйткәнсә, илдә бөгөн партия тарафынан ижади эш, емешле талпыныш өсөн нигеҙ була алырлыҡ эшлекле, тыныс политик климат тыуҙырыла; был климат, минеңсә, үҙе үк тел, әҙәбиәт мәсьәләһендә лә таяҡтың ике башына көс төшөрөүҙе юҡ итә, бөтәбеҙ өсөн өмөтлө тырыш хеҙмәт, дәрт, илһам сығанағы булып тора.







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 587. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Влияние первой русской революции 1905-1907 гг. на Казахстан. Революция в России (1905-1907 гг.), дала первый толчок политическому пробуждению трудящихся Казахстана, развитию национально-освободительного рабочего движения против гнета. В Казахстане, находившемся далеко от политических центров Российской империи...

Виды сухожильных швов После выделения культи сухожилия и эвакуации гематомы приступают к восстановлению целостности сухожилия...

КОНСТРУКЦИЯ КОЛЕСНОЙ ПАРЫ ВАГОНА Тип колёсной пары определяется типом оси и диаметром колес. Согласно ГОСТ 4835-2006* устанавливаются типы колесных пар для грузовых вагонов с осями РУ1Ш и РВ2Ш и колесами диаметром по кругу катания 957 мм. Номинальный диаметр колеса – 950 мм...

Репродуктивное здоровье, как составляющая часть здоровья человека и общества   Репродуктивное здоровье – это состояние полного физического, умственного и социального благополучия при отсутствии заболеваний репродуктивной системы на всех этапах жизни человека...

Случайной величины Плотностью распределения вероятностей непрерывной случайной величины Х называют функцию f(x) – первую производную от функции распределения F(x): Понятие плотность распределения вероятностей случайной величины Х для дискретной величины неприменима...

Схема рефлекторной дуги условного слюноотделительного рефлекса При неоднократном сочетании действия предупреждающего сигнала и безусловного пищевого раздражителя формируются...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия