Студопедия — Яңы түгел инде, минеңсә.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Яңы түгел инде, минеңсә.






Шағир Й. Солтанов бик дөрөҫ – партиялы, интернациональ позицияла тора.

Был яҡтан “Ҡурай” шиғыры ла бик әһәмиәтле:

И ҡурайым, йөрәк ҡағышым,

Салт тояһың заман ағышын.

Ленин моңо менән ҡауышһың –

Һине тотмаҫ үлем биҙгәге.

Икенсе бер шиғырында Й. Солтанов үҙенең гражданлыҡ позицияһын ошолай билдәләй:

Ҡурай тартып,

Ҡумыҙ сиртеп кенә;

Йәшәү бөттө йырсы, шағирға.

Заман шундай:

Барабандар тауышын да һорай

Яуға барырға!

Й. Солтановтың поэзияһында патриотизм темаһы үҙәк урындарҙың береһен алып тора. Һәм ул интернационализм темаһы менән органик үрелеп бара:

Терһәктәргә терһәк терәп бпаҫтыҡ;,

Яурындарға яурын ялғап баҫтыҡ;

Нисә йыһан,

Нисә мәмләкәт –

Баррикада ташына.

Күпме устар ҡыҫып тотҡан тыуҙа

Күпме милләт ҡаны уттай ҡыҙа,

Күпме халыҡ хисе ташыла

Капиталдың ҡара башына!

Был юлдар Солтановтың күп шиғырҙары өсөн – лейтмотив.

Йыйынтыҡ ҙур. 5-6 табаҡ тәшкил итәлер, моғайын. Унда бик яҡшы, уртасараҡ һәм йомшағыраҡ әҫәрҙәр ҙә бар.

Хәҙер китапҡа тупланған әҫәрҙәр хаҡында конкрет фекерҙәр.

Арала мәғәнәләре аңлашылмаған шиғырҙар осрай. Мин уларҙы “ребус-шиғырҙар” тип атар инем. Ундайҙарға түбәндәгеләр инә: “Революция”, “Осорт, атым”, “Галлей кометаһы”, “Һаҡмар-һыу”, “Мин үҙемде беләм”, “Үле тимер”. Был шиғырҙарҙы китапҡа бөтөнләй индермәү хәйерле булыр, тип иҫәпләйем.

Й. Солтановтың ҡайһы бер шиғырҙары өсөн үтә, саманан тыш оҙонлоҡ характерлы. Бындайҙарҙы ҡыҫа, йыйнаҡлай төшөргә ине...

“Күңел ҡитғалары” тигән бүлектә бик яҡшы лирик парсалар бар. Әммә уларҙың күбеһенең эсеү тураһында булыуы (эсеүҙе данлау) күңелде бераҙ ҡытыҡлай. Эсеүгә ҡаршы бик актив көрәш барған бер мәлдә нисегерәк яңғырар икән улар?..

“Өндәшәм” тигән бүлек китапта тәүге булып тора. Унда 50-гә яҡын шиғыр тупланған. Улар темалары менән бик төрлөләр. Был хәл бүлекте бик сыбар, тарҡау яһай. Бәлки, уларҙы тағы ла бүлексәләргә айырырға кәрәктер?

Башҡа әҫәрҙәргә ҡарата минең бер төрлө лә замечанием юҡ. Бындай гүзәл, яҡшы әҫәрҙәр китапта күпселек тәшкил итә. Айырыуса “Шәжәрә” поэмаһы китаптың күрке буласаҡ. “Портреттар” тигән бүлексәгә ингән әҫәрҙәр ҙә бик ыңғай тәьҫир ҡалдыра. “Ленька – Лүңке”, “Кәримәкәй һылыу”, “Эт йәнле”, “Өҫтөнбикә” тигән әҫәрҙәр үҙҙәре бер кескәй поэмалар булып торалар, бик колоритлылар.

Й. Солтановтың теле яҡшы. Ғөмүмән, ул юғары тел культурпаһына эйә булған шағир, әҙип. (Шулай ҙа, йәйәләр эсендә генә әйтеп китергә кәрәктер: шағир ҡайһы саҡта диалектизмдар менән кәрәгенән артыҡ мауыҡмаймы икән? Хәйер, был өлкәлә мин үҙемде специалист һанамайым, шулай булғас – хөкөм сығарыусы ла була алмайым. Был мәсьәләне нәшриәт редакторҙары ҡарамағына ҡалдырам).

Китапҡа ҡарата минең бүтән бер төрлө лә күрһәтмәләрем юҡ. Әйтелгән етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алып, ҡулъяҙма өҫтөндә бер тын эшләгәндән һуң, китапты мотлаҡ баҫып сығарырға кәрәк. Бөгөнгө башҡорт поэзияһына ул яңы бер ҡаҙаныш булып өҫтәләсәк.

Ғәйнан Әмири. 07.08.1973.

 

Ни тиһәң дә, Хоҙай Бабай бар бит ул: бирәһе килгән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына! Әҙәбиәтебеҙ “генерал”ы Мостай Кәрим һәм уның эйәрсендәре мине төрлө мөнбәрҙәрҙән “милли яҡтан сикләнгән” (“национально ограниченный”) тип тамғалап, төпкә батырырға, ижадымды тонсоҡтороп ҡалдырырға ҡәһетләнгәндә, нисәмә йылдар донъяға сыға алмай ҡаҡланып ятҡан китабыма ҡарата Ғәйнан Әмириҙең китап нәшриәтенә биргән ошо рәсми рецензияһы, әйтерһең дә, минең өҫкә өйөлгән баяғы ҡара яланы алып ташлау өсөн махсус яҙылғайны! Һөҙөмтәлә, урыҫтар әйтмешләй, “лед тронулся” – шул китабым 1974 йылда “Минең шәжәрәм” тигән исем менән донъяға сыҡты...

 

Назар Нәжми менән Мостай Кәримдең ҡапма-ҡаршылығы, үҙ-ара «борсаҡтары бешмәүе»нең ҡара шауҡымы Мостай Кәримде «как с гуся вода» сылатмайынса үтһә лә, бер Назар Нәжмиҙе генә түгел, ә бөтә әҙәбиәтебеҙҙе киңгәтә — гөнаһһыҙйән башҡаларға ла һөрөмө һылана ине. Хәтерҙә: 1976 йылда «Ағиҙел» журналының редколлегия ағзалары һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында Назар Нәжмиҙең «Урал» исемле өр-яңы поэмаһын авторҙың үҙе уҡыуында тыңлап тикшереү ойошторолдо, ул сараның йәшерен бар маҡсаты — әҫәрҙе журналға үткәртмәү икәнлеге ап-асыҡ ине. Был йәһәттән авторҙың төп оппоненты — Ғайса Хөсәйенов икәнлеге алдан уҡ билдәле ине миңә. Мостай (ул үҙе юҡ ине) нөгәрҙәре, автор позицияһынан милләтселек еҫе аңҡый, тип, яҡшы һунар эттәреләй тырышып еҫкәнделәр. Ғайса Батыргәрәй улы үҙенә бойоролған бурысты ышаныслы үтәне — аңлашылып торған нәмәләрҙе лә аңлашылмай тип, әҫәрҙең идея үҙәге ныҡ аҡһай тип, яуаплы төп мәсьәләләрҙә гелән ҡаршы һөйләне. «Бының менән нимә әйтергә теләүегеҙ аңлашылмай!» — тип поэма авторының сабырлығын тамам ҡаҡшата башлағас, үҙем тороп яуапламайынса түҙмәнем: «Әгәр тыуған Уралыңды, тыуған Башҡортостаныңды, туған милләтеңде йәнең-тәнең менән бирелеп һөйһәң, аңлашыла ул, хөрмәтле Ғайса ағай!» — «Бының менән нимә әйтергә теләйһең?» — тип күҙлегенең быялаларын тап уҫал Берияныҡылай һалҡын ялтыратып киршәлгәс: — «Бының менән мин шуны әйтергә теләйем: белеүемсә, Мәскәүҙән уҡып ҡайтҡас һеҙҙе «буласаҡ Белинскийыбыҙ» тип йөрөткәндәр. Әммә һеҙ, үкенескә ҡаршы, Виссарион Белинский ҙа, Ғайса Хөсәйенов та була алманығыҙ!..» — тинем. Күҙҙәрен бер аҡырайтып ҡараны ла өндәшмәне, ә Назар Нәжми, үҙенең йор ғәҙәтенсә, бөтә залды яңғыратып шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Гүзәл поэмаһын ул, «Ағиҙел»гә үткәртә алмаған ҡарауы, күпмелер ваҡыттан һуң «Совет Башҡортостаны»нда ташҡа баҫтырҙы; ә минең өлөшкә ғүмере буйына ҡуйынында таш йөрөтәсәк йәнә бер яһилйән өҫтәлде...

Әммә “бөйөк Мостафа Сафич”ҡа яуҙырылған мәҙехселәр хорын боҙоп, хаҡлыҡты күҙенә тура ҡарап бәреүселәр ҙә бөтмәгәйне, был хаҡта уның баяғы көндәлектәр битенә лә теркәлгән:

“25.10.91....Өфөләге минең “коллега”лар бер нисә тапҡыр шундай ғәйеп таҡты, туранан-тура: “Халыҡ өсөн һин нимә эшләнең?” – тигән һорау ҡуйҙы”. Бындайҙарҙың иң сағыуы Зәйнәб апай Биишева ине, әлбиттә. Хәйер, Мостай Кәримдең үҙенә һүҙ бирәйек:

“5.02. 79. Малеевкаға ғинуарҙың 18-ендә килгәйнем. Төп корпустың икенсе ҡатына урынлаштырҙылар. Ишек асып, коридорға сығыуым булды, ҡаршы яҡтан да ишек асылды. Бүлмәнән Зәйнәб Биишева килеп сыҡты.

-- Һаумыһығыҙ? Һеҙ ҙә бында икәнһегеҙ, -- тинем.

Сәләмемә шундай яуап алдым:

-- Һеҙҙең ни хаҡығыҙ бар минең менән иҫәнләшергә? Нимәгеҙ бар һеҙҙең, бахыр. Минең халҡым бар. Мине халҡым ярата.

-- Ярай улайһа, мин һеҙҙе күрмәнем дә, белмәнем дә;.

“Фекер алышыуҙар” ошоноң менән бөттө. Мин яңы корпусҡа күстем. Ул бүлмә генә түгел, бер бүлмәле квартира булып сыҡты. Иркен, яҡшы. Тыныслыҡта һәм яңғыҙлыҡта рәхәт сигәм...

Биишева менән ашханала ғына осрашабыҙ. Урамда мине күреп ҡалһа, әллә ҡайҙан кире боролоп китә. Ни зыяным тейҙе икән минең уға? Бирҙе миңә Хоҙай бер “дошманды”. Уның менән дошманлаша ла алмайым. Дошман булғас, ул үҙеңдән ҡайтыш булмаһын. Шулай ҙа был кеше миңә нисәмә йыл бәйләнә инде”.

Ил инәһе булырҙай апаның “бәйләнеүе” юҡҡа ғына түгелдер! Көндәлектәрҙең авторы үҙе үк шуны әйтеп биргән дәбаһа:

 

“30.04.90....Үҙемә үҙем эпитафия сығарҙым:

“Был ҡәберҙә Мостай Кәрим үҙе ята,

Үлеүе хаҡ, тик тыуыуы булған хата”.

 

Афарин!

Партия өлкә комитетының «башҡорт милләтселеге»нә ҡаршы көрәшеүсе идеология фронтында төп күҙ-ҡолағы һәм уҫмаҡсыһы — трибуналарҙан трибуналарға йөрөп тамаҡ ярыусы һәм әҙәбиәтебеҙҙәге алмаштырғыһыҙ трибун-шағир Мостафа Сафа улы Кәримов (Мостай Кәрим) ине шул. Милләт, тел мәсьәләләрендә оҙон ғүмере буйына әсә телен яҡлап бер генә шиғри юл да, хатта һүҙ ҙә яҙмаған, бер кемдең дә бер ниндәй ҙә яҡлауына мохтаж түгел «бөйөк урыҫ телен» кемдәрҙәндер үҙенең күҙ ҡараһындай ҡурсалап, рәсми трибуналарҙан гел шапырынып ғауға һалған, ә башҡорт теле файҙаһына үҙ ғүмерендә тик бер тапҡыр юл ыңғайында ғына, ғәйбәткә юл ҡуймаҫ өсөн генә өлөш сығарған (мәҫәлән, берҙән-бер “тәжрибә”һе — 1954 йылда партконференцияла “гәпергән” телмәре) йылғыр сәйәсмән, партия һәм совет тотанағы, органдарҙың рупоры һәм күҙәтсеһе Мостай Кәрим быға тиклемге үҙенең шанлы алыштарында «һөрһөп бөткән башҡорт милләтсеһе Мөхәммәтша Буранғолов»ҡа ҡаршы уңышлы көрәштә туплағайны сәйәси капиталын. Ҡоро ҡалаҡ ауыҙ йырта, тигәндәй, ҡоро һүҙ генә булмаһын өсөн, бына шуны күрһәткес бер документтан аяныс ғибрәтле өҙөк:

 

Первому секретарю ЦК КПСС, Председателю Совета Министров СССР т. Хрущеву Н.С. —

от писателя, народного сасяня Башкирской АССР Бурангулова Мухамедши Абдрахмановича, г. Уфа, ул. Мингажева, 125, кв. 45







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 514. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Признаки классификации безопасности Можно выделить следующие признаки классификации безопасности. 1. По признаку масштабности принято различать следующие относительно самостоятельные геополитические уровни и виды безопасности. 1.1. Международная безопасность (глобальная и...

Прием и регистрация больных Пути госпитализации больных в стационар могут быть различны. В цен­тральное приемное отделение больные могут быть доставлены: 1) машиной скорой медицинской помощи в случае возникновения остро­го или обострения хронического заболевания...

ПУНКЦИЯ И КАТЕТЕРИЗАЦИЯ ПОДКЛЮЧИЧНОЙ ВЕНЫ   Пункцию и катетеризацию подключичной вены обычно производит хирург или анестезиолог, иногда — специально обученный терапевт...

Искусство подбора персонала. Как оценить человека за час Искусство подбора персонала. Как оценить человека за час...

Этапы творческого процесса в изобразительной деятельности По мнению многих авторов, возникновение творческого начала в детской художественной практике носит такой же поэтапный характер, как и процесс творчества у мастеров искусства...

Тема 5. Анализ количественного и качественного состава персонала Персонал является одним из важнейших факторов в организации. Его состояние и эффективное использование прямо влияет на конечные результаты хозяйственной деятельности организации.

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.009 сек.) русская версия | украинская версия