Студопедия — Заявление. Однако некоторые клеветники, любители дешевой славы, которые занимались творением из мухи слона и пользуясь жестокостью Сталина беспощадно клеветали на
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Заявление. Однако некоторые клеветники, любители дешевой славы, которые занимались творением из мухи слона и пользуясь жестокостью Сталина беспощадно клеветали на






...Однако некоторые клеветники, любители дешевой славы, которые занимались творением из мухи слона и пользуясь жестокостью Сталина беспощадно клеветали на честных людей и умывались их слезами. Именно такие, как Сайфи Кудашев, Мустай Каримов, Кирей Марган, Бакир Усманов и Ахняф Харисовы в 1946 году 26 августа представили в ЦК КПСС доклад о репертуарном плане драмтеатров. В этом докладе они взяли на замечание мою драму «Идукэй и Мурадым» и в этой связи пытались меня оклеветать и обвинять в чем то. И действительно в 1950 году по их инициативе, по приговору особого совещания я был осужден на 10 лет и был выслан в лагерь. Освободился после смерти Сталина, в 1956 году. По приезде из места заключения в Уфу, где я и жил, обратился с заявлением о реабилитации к прокурору Баш. АССР. Тогда он по телефону обратился к выше упомянутому председателю правления Союза писателей Башкирии Мустаю Каримову. После этого разговора, через три дня прокурор республики мне заявил, что «не нахожу основания реабилитировать Вас». Тогда я был вынужден обратиться к прокурору РСФСР, он также в моей просьбе отказал. Тогда я был вынужден обратиться к Вам, Никита Сергеевич, по Вашему указанию Генеральный прокурор СССР по моему делу сделал протест и по этому протесту Верховный Суд Баш. АССР 30 октября 1959 года меня реабилитировал полностью»... (Тарих, тел һәм әҙәбиәтинститутының ғилми архивы, ф. 25, оп. 1, ед. хр. 58).

 

Халыҡ сәсәне бөйөк Мөхәммәтша Буранғолов яҡты донъянан киткәндән һуң бушанып ҡалған “ҡоторонҡо милләтсе” урынына яңы «һөрһөп бөткән»дәрҙе эҙләп табыу (табылмаһалар, яһау!) һәм баяғы сәйәсәттәге мөҡәддәс көрәшен дауам итеп, бөйөк ҡыҙыл империяның ҙур сәйәсәт үрҙәренә өҙлөкһөҙ күтәрелеү сәме тынғы бирмәй ине, ахырыһы, сәйәсмәнлек нәфсеһе ныҡ ҡуҙғалған һәм ҡыҙышҡан халыҡ шағирына. Шуға күрәлер ҙә ул, Мәскәүҙең һәм урындағы партократияның аҫтыртын милли сәйәсәте хорына ҡушылып бар көсөнә йырлау өсөн, башҡорт халҡының тарихын эстән емертергә тотона — үткәнен юҡҡа сығара, ә юҡҡа сығарып булмаҫтайын тырышып түбәнһетә — Бөйөк Октябрь революцияһынаса башҡорттоң бер нимәһе лә булмаған, ә үҙе ҡырағай булған, тигән «дөйөм йыр»ға ауаздашланып көсәнә:

«По обе стороны от Урала — от Волги до Иртыша (шулай ҙа ҡабул ҡылған бит минең теге билдәләүҙе! — Й.С.) — на протяжении тысячелетия скитались башкирские племена, гонимые всеми ветрами исторической судьбы (Башҡортостан тигән илебеҙ булмаған!.. — Й.С.)... Вплоть до 1919 года... не имели ни своей собственной крыши над головой, ни прочной ограды на рубежах, иными словами, не имели своей государственности». (М. Карим. Тепло родного очага. «Советская Башкирия» гәзитенең 1972 йыл 1 май һаны). Һәм йәнә:

«Беҙ фәҡир булдыҡ... Беҙ артта ҡалғайныҡ... Беҙ... белемле түгел инек... Әлбиттә, ул алыҫ замандарҙа ла, мәҫәлән, Парижға беҙҙең йырсыны йәки ҡурайсыны (бөйөк ҡурайсыбыҙЙомабай Иҫәнбаевты йәғни. – Й.С.) алып барыр булғандар, ләкин бүтәндәрҙе шаҡ-ҡатырған өсөн ҡырағай кеше итеп күрһәтергә саҡырғандар». (Мостай Кәрим. Бөйөк Октябрь революцияһының 70 йыллығы айҡанлы Башҡорт опера һәм балет академия театрында тантаналы ултырышта һөйләгән телмәренән. «Совет Башҡортостаны» гәзитенең 1987 йыл 6 ноябрь һаны).

Париж сәхнәһендә париждарҙы үҙенең юғары сәнғәте, таланты менән ысынлап та шаҡ-ҡатырған башҡорттоң бөйөк ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаевты «ҡырағай кеше» ҡатарына ҡуйып түбәнһеткән «әҙәпле» телмәрсебеҙ башҡаларҙы әҙәпһеҙлектә ғәйепләргә, уларға әҙәплелек һабағы бирергә бик ныҡ ярата... Шул йәһәттән 1988 йылдың 29 авгусында сәғәт 18.40-та зәңгәр экрандан (1-енсе программа) ғибрәтле бер тапшырыу булды:

 

«Время больших перемен». Интервью с народным поэтом Башкирии Мустаем Каримовым.

(Журналист Марсель Ҡотлоғәлләмов менән әңгәмәләшеүенең ҡыҫҡаса мәғәнәүи йөкмәткеһен башҡортсалаштырып һәм йәйәләр эсендә шуға үҙ ҡарашымды өҫтәкләп бирәм. — Й.С.).

1. М. Кәримгә, ул ниндәй генә «бөйөк» булмаһын, уның «эшмәкәрлеген» тәнҡитләп яҙған хаттар килә икән хеҙмәтсәндәрҙән. Шуға күрә ул (М. Кәрим) халыҡ вәкилдәрен «әҙәпһеҙлек»тә ғәйепләй.

(Ә уның үҙенең бөтә милләтте түбәнһетеп мәсхәрәләгән сығыштары әҙәплелек була, күрәһең... Әгәр Мостайҙы маҡтаһалар — әҙәплелек, тәнҡитләһәләр — әҙәпһеҙлек)...

2. Экология мәсьәләһенә ҡағылып, эйе, бөгөн зыянлы тип табылған Иштуған һыу һаҡлағысын төҙөүҙе юллап үҙ ваҡытында РСФСР Верховный Советы ултырышында сығыш яһаным, ти. Ул һыу һаҡлағыс Башҡортостанға кәрәк тип, ҡолағыма туҡып, ышандырып ебәрҙеләр, ти. Ләкин мин белгес түгел, шуға күрә ышандым, тип аҡлана.

(Күренеүенсә, илгә этлек эшләр өсөн был сәйәсмәнгә белгес булыу һис тә мотлаҡ түгел).

3. Башҡорт культураһына, тарихына ҡағылып, «XIII быуатта башҡорттоң әҙәбиәте булған» тигәнгә сая ҡаршылығын, ышанмауын белдерҙе. Белгестәр мине инандырһындар, шунан һуң ышанырмын, ә былай ышанмайым, ти; үҙенең һаман был раҫлауҙарға аяҡ саласағын белдерә;.

(Тимәк, башҡорт халҡының тарихи ҡаҙаныштарын кире ҡағыу, уны кәмһетеү өсөн М. Кәримгә белгес булыу ҙа, белеү ҙә һис мотлаҡ түгел һәм ул белгестәргә ҡаршы сығырға, аяҡ салырға бик хаҡлы һанай үҙен).

Ни эшләп ул әҙәбиәт башҡорттоҡо булһын, ул татарҙыҡы ла, үзбәктеке лә, ҡаҙаҡтыҡы ла, ҡарағалпаҡтыҡы ла — бөтә төркиҙәрҙең уртаҡ әҙәбиәте бит ул, ти.

(Әйткәндәй, беҙ ҙә быны кире ҡаҡмайбыҙ, шул уҡ ваҡытта ул әҙәбиәткә башҡорттар ҙа тос өлөш индереүен таныйбыҙ. Ә татарҙарға ҡарата бит ул бер ваҡытта ла былай «белдекле» тел сарламай, көллө сығыштарының тел төбөндә — бөтә төрки әҙәби мираҫ татарҙыҡы, тигән аҫтыртын раҫлау ята. Башҡорттоҡон кире ҡаға, ә татарҙыҡын раҫлай...

XIII быуатта кәм тигәндә лә (ә ғәмәлдә ул күпкә артығыраҡ!) 14 йыл буйына татар-монгол баҫҡынсыларына ҡаршы тороп һуғыша алған халыҡ әҙәпһеҙ һәм әҙәбиәтһеҙ буламы?!.).

Мостай Кәрим сәйәсәтенең ошо «генераль линия»һын ғүмере буйына эсе бошоп күҙәтеп барған замандашы һәм ҡәләмдәше Назар Нәжми, артабан тел тешләп йөрөүҙе түбәнселек һанаптыр инде, уға ҡарата үҙ фекерен белдерергә тәүәккәлләнгән. Мостай Кәримдең һүҙҙәре менән әйткәндә, «күренекле шағирыбыҙ Назар Нәжми бик туҙынған, бик асыуланған. Бар асыуҙарын «Ҡызыл таң» (27 ғинуар 1989 йыл) биттәренә килтереп түккән. Күп итеп түккән»... («Ҡызыл таң» гәзитенең 1989 йыл 24 февраль һаны). Быға яуап итеп Мостай Кәрим матбуғатта ҡәләмдәш оппонентына үтә мәсхәрәле һүҙҙәр яуҙыра һәм шул йылдың йәйе буйына Башҡортостандың Юғары Суды был ике шағир араһындағы йәмһеҙ ыҙғышты тикшереү, уларҙы үҙ-ара яраштырыу эше менән шөғөлләнә... Ләкин арҙаҡлы аҡһаҡалыбыҙ үҙенең шул «Ҡызыл таң»да ил шаулатып иғлан ҡылған төп сәйәси принцибынан ваз кисмәй: «Назар Нәжми мине төрлө юғары йыйылыштарҙа сығыштар яһауым өсөн шелтәләй. Әйтер һүҙем, тыңлар кешем булғанда, мин съездарҙа ла, цехтарҙа ла сығыш яһайым. Ҡайҙа нәрҫә һөйләргә кәрәклекте берәүҙән дә һорап тормайым. Бынан ары ла шулай итәсәкмен». Ошо һүҙҙәрендә ныҡ тороуын ул республика һәм СССР, РСФСР күләмендәге төрлө юғары трибуналар артына баҫып милләтсе (уның үҙ термины менән әйткәндә, «милли сикләнгән») ҡәләмдәше Йыһат Солтановты (исемен атамай ғына, ләкин яҙғандарын әйтеп!..) ярһып фашлау һәм уҫмаҡлауҙары менән дә шәп дәлилләне. Мәҫәлән, Йыһат Солтановтың тарихи хеҙмәттәрендәге: донъялағы арасалы беренсе тәгәрмәсте беҙҙең башҡорт бабалар яһаған, тип иҫбатлауҙарын ошолай юҡҡа сығарырға маташты:

«Мине һәр саҡта ла күңел төпкөлөнән сыҡҡан ике тойғо етәкләне, — ти ул, — совет интернационализмы һәм милли үҙаң. Бында мин милли үҙаңды милли ирәбелектең һәм милли тыйнаҡлыҡтың юғары сағылышы тип аңланым һәм аңлайым. Ҡайһы саҡта ана шул тыйнаҡлыҡты юғалтыуҙы төҫмөрләһәм, үкенесле булып китә. Был, мәҫәлән, ҡайһы бер әҙәбиәтсе һәм тарихсыларҙың ата-бабаларҙың культура тарихындағы сигенә сыҡҡыһыҙ мәртәбәләрен дәғүәләүҙә, дөйөм төрки, хатта дөйөм кешелек ҡомартҡыларынан бары тик үҙенекен, бары тик «беҙҙең» һыныҡты ғына һындырырға маташыуында сағылыш таба. Ундай юл менән барһаҡ, беҙҙең боронғо зат-ырыуыбыҙ тәгәрмәс майын кешелек тәгәрмәстең үҙен уйлап тапҡанға тиклем үк әҙерләй башлаған, тип анһат ҡына иҫбатларға ла мөмкин»... (Мостай Кәрим. XXXVII Башҡортостан өлкә партия конференцияһында һөйләгән телмәренән. «Совет Башҡортостаны» гәзитенең 1984 йыл 21 ғинуар һаны).

Аңлатма: «Ағиҙел» журналының 1982 һәм 1984 йылдарҙағы дүрт һанында Йыһат Солтановтың «Урал батыр шәжәрәһе» тигән тәүәрихе ташҡа баҫылып, журналдың йыллыҡ бүләгенә лә лайыҡлы булғайны һәм был хеҙмәттә йылҡы малын беренсе башлап ҡулға эйәләштереү, донъялағы беренсе арасалы тәгәрмәсте яһау үҙебеҙҙең Уралда — башҡорт бабалар тарафынан башҡарылыуы комплекслы тикшеренеүҙәргә таянып иҫбатланғайны...

Мостай Кәрим үҙенең Назар Нәжмигә ҡарата яҙған раҫлауындағы трибунасыллығында ныҡ тороп, совет иленең уның өсөн мөмкин булған көллө форумдарында ла бөтәбеҙ исеменән лаф ороп йөрөй, бөтәбеҙ исеменән һауа ярып һөйләй ине. Яратҡан арғымағы — бер килке ҡәләмдәштәренең башҡа бер кемгә лә мәғлүм булмаған, фәҡәт ул ғына зирәк күрә алған яман сирен — башҡорт милләтселеген илгә фашлау; был йәһәттән уның һәр бер раҫлауы беҙҙең тынсыу мөхиттә бер кемгә лә шикләнергә ярамаған директива кеүек ҡабул ҡылыныр ҙа шулай һаналыр ине.

1984 йыл, «Совет Башҡортостаны» гәзитенең 21 июнь һанында:

«РСФСР-ҙың унынсы саҡырылыш Верховный Советының туғыҙынсы сессияһында КПСС Үҙәк Комитетының апрель (1984 йыл) Пленумы, СССР-ҙың ун беренсе саҡырылыш Верховный Советының беренсе сессияһы ҡарарҙары, КПСС Үҙәк Комитетының Генарльный секретаре, СССР Верховный Советы Президиумы Председателе К.У. Черненконың уларҙа яһаған сығыштары нигеҙендә Россия Федерацияһы халыҡ депутаттары Советтарының бурыстары тикшерелә. 20 июндә ул Мәскәүҙә Кремлдең Ҙур һарайында эшен дауам итте.

Депутаттар һәм ҡунаҡтар В.И. Воротников, Г.В. Романов, В.В. Кузнецов, И.В. Капитонов иптәштәрҙе оҙаҡ ҡул сабыуҙар менән ҡаршы алды».

Ҡайһындай ҙа ҙур форум һәм ҡайһындай ҙа мәртәбәле кешеләр! Бөйөк державаның бөйөк мәсьәләләрен уртаға һалып хәл ҡылырлыҡ был оло йыйынға Башҡортостан вәкиле лә республикабыҙҙың, халҡыбыҙҙың ошоғаса хәл ителмәгән ихтыяждарын һәм мохтажлыҡтарын ҡыйыу илтеп һалғандыр ҙа хәл ителеүенә өлгәшкәндер, тигән өмөт уяна. Әммә-ләкин...

Бына шул бөйөк форумда Башҡорт АССР-ы Әлшәй һайлау округынан халыҡ депутаты, РСФСР Верховный Советы Председателенең урынбаҫары М. С. Кәримов (Мостай Кәрим) телмәренең «изюминка»һы:

«Ҡайһы берҙә теге йәки был йән көйҙөргөс факттарҙы осратырға тура килә... Милли республикаларҙан, милли тыйнаҡлыҡ һәм фәнни объективлыҡ тойғоһон юғалтҡан бәғзе бер тарихсылар йәки әҙәбиәтселәр тарихты күпертеп күрһәтеүгә, үткәндәрҙе ал да гөл итеп тасуирларға тотона, боронғо ҡомартҡыларҙан үҙенә өлөш ҡайырырға һәм шунда үҙ мөһөрөн баҫырға тырыша; йәнәһе, улар башҡалар көнләшһен өсөн бик боронғо культураға ҡыҫылышы барлығын иҫбатламаҡсы. Бер милли әҙип [25] нәҡ уның ата-олатайҙарының тәгәрмәсте уйлап табыуын тылҡый. Бындай саҡта инде башҡа берәүгә тәгәрмәс майлау өсөн дегет ҡайнатҡандарын иҫбатларға тотоноу бер ни тормай; имеш, тегеләр тәгәрмәс менән булашҡанда уныҡылар дегетте күпкә элегерәк яһаған. Үткәндәргә ошондай, әгәр әйтергә рөхсәт икән, «киң» ҡараш — беҙҙең социалистик тормошобоҙ нормаларына бер нисек тә тап килмәгән милли сикләнгәнлек [26] билдәһе ул».

Иллә тапҡан даһа Башҡортостан исеменән бөйөк держава форумында хәл ҡылаһы олуғ проблеманы!..

Тап ошондай сығырынан сыҡҡандарға яуап иткәндәй, донъяға танылған әҙип Сыңғыҙ Айытматовтың әсе иронияһы яңғыраны тап шул осорҙа:

«Что же это за национальная культура, которая не имеет своей базы?

Но когда подобные болевые мысли высказываются, то тут же находятся люди, которые начинают рассматривать это как проявление национализма, узости взглядов. К сожалению, этот зуд сверхбдительности, проистекающей в немалой степени от карьеризма,не встречает должного осуждения. Необходимо отметить в связи с этим, что в результате такая тенденция породила на местах особый тип демагога — говоруна-трибунщика,который сделал для себя восхваление русского языка к месту и не к месту и умаление собственного чуть ли не престижной профекссией». («Литературная газета»ның 1986 йыл 13 август һаны).

Ошо бөйөк «демагог — говорун-трибунщик» бейек трибуналарҙан да, түбән һөйрәлеүсе салғый аҫтарынан да саяндай ағыулы телен һуҙып ҡанымды күп ҡайнатҡас, был ғына аҙ, тигәндәй, ул йәнә лә үҙенең кесе ҡәләмдәше Йыһат Солтановты, өс бала атаһын, «Ағиҙел» редакцияһындағы икмәк һыныҡлыҡ эшенән дә ҡыуҙыртып, заманында эшһеҙ интегеп йөрөүсе Рәми Ғарипов хәленә төшөрөргә тырышты (тик мин шул йылда уҡ эштән, һыйҙырмағастары, «үҙ теләгем» менән киттем. Ишле генә ғаилә өсөн матди яҡтан хәтәрлекле был хәл иткес аҙымымды яһауҙа хәләл ефетем Сания Ғиниәтулла ҡыҙының хәлемде яҡшы аңлауы, ихлас теләктәшлеге ифрат ҙур ярҙам итте).

Бына шул бөйөк «трибунщик» әүҙем ҡатнашҡан, Йыһат Солтановтың яҙмышы менән уйнаған “бөйөк” ултырыш протоколы:

 

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 396. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Логические цифровые микросхемы Более сложные элементы цифровой схемотехники (триггеры, мультиплексоры, декодеры и т.д.) не имеют...

Образование соседних чисел Фрагмент: Программная задача: показать образование числа 4 и числа 3 друг из друга...

Шрифт зодчего Шрифт зодчего состоит из прописных (заглавных), строчных букв и цифр...

Краткая психологическая характеристика возрастных периодов.Первый критический период развития ребенка — период новорожденности Психоаналитики говорят, что это первая травма, которую переживает ребенок, и она настолько сильна, что вся последую­щая жизнь проходит под знаком этой травмы...

Законы Генри, Дальтона, Сеченова. Применение этих законов при лечении кессонной болезни, лечении в барокамере и исследовании электролитного состава крови Закон Генри: Количество газа, растворенного при данной температуре в определенном объеме жидкости, при равновесии прямо пропорциональны давлению газа...

Ганглиоблокаторы. Классификация. Механизм действия. Фармакодинамика. Применение.Побочные эфффекты Никотинчувствительные холинорецепторы (н-холинорецепторы) в основном локализованы на постсинаптических мембранах в синапсах скелетной мускулатуры...

Шов первичный, первично отсроченный, вторичный (показания) В зависимости от времени и условий наложения выделяют швы: 1) первичные...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия