Студопедия — Орҙаш менән хатлашыу
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Орҙаш менән хатлашыу






 

Иҫәнмеһең, Рафаэль ҡорҙаш!

Һағыныслы сәләмдәр ебәреп, Йыһат.

Өфөнән ҡайтып киткәндән биреле (йәғни Яңы йылдан һуң) мин һиңә, бына, дүртенсе тапҡыр шиғырҙар ебәрәм инде. Ләкин һинән бер ҙә яуап ала алғаным юҡ, ҡорҙаш. Хаттарҙы заказлап һалғайным — барып етергә тейештәр инде, үҙемсә. Ниңә яуап яҙмайһың, әллә ваҡытың юҡмы? Нәмәләрем тураһында редакция фекерен белгем килә. Бер хәбәр ҙә килмәгәс, бушҡа эшләп ятмайыммы икән, тигән уй килә күңелгә.

Повесемде лә аҡрынлап эшләйем. Ваҡыт етеңкерәмәй. Башҡорт дәүләт университетына йәйге йыйылышҡа барыуыма эшләп өлгөртә алһам, яҡшы булыр ине, тим.

«Йәш көстәр»гә шиғырҙарым индеме, «Ағиҙел»дең 3-өнсө һанында әлеге нәмәләр баҫыламы? Мин ул һанды, күҙем ҡарайып, көтөп торған булам инде. Ләкин: «Баҫылмағандыр, берәй сәбәп сыҡҡандыр», — тигән шикле уй борсой. Сөнки минең өлөшкә ундай «сәбәп»тәр бик йыш тейеп тора ул. Яҙмыш шулайыраҡ...

Үҙең ни хәлдә, ҡорҙаш? Яҡшы ғына ял итеп ҡайттыңмы? Нимәләр өҫтөндә эшләйһең? Ижад пландарың ниндәй?

Мин колхозда эшләйем, грузчик һ.б. булып. Ҡыш буйы һалам ташыныҡ. Яҙғы сәсеүҙә орлоҡ ташыясаҡмын (машинала, тейәүсе булып). Шулай хәлдәр. Ситтән тороп уҡығас, ваҡыт бик аҙ.

Эшеңдә уңыштарға ирешеүеңде теләп, Йыһат. 13.04.1964.

 

Рафаэль ҡорҙаш!

Ике шиғыр ебәрәм, ваҡыт тапһағыҙ, ҡарап сығығыҙ әле.

Мин былтыр йәш яҙыусылар өсөн үткәрелгән семинарҙан һуң Өфөнән ҡайтҡас, әлеге һөйләшеп ҡуйыу буйынса, үҙемсә яҡшы тип һаналған 24 шиғырымды ебәргәйнем. Ни өсөндөр һеҙҙән яуап булманы. Алдығыҙмы уларҙы? Унан алда ебәрелгән шиғырҙарҙы ла баҫтырманығыҙ (хәтерегеҙҙәме, һеҙ улар эсенән дүртәүен «С.Б.» газетаһына бирергә булғайнығыҙ?).

Мөмкин булһа, зинһар, шиғырҙарымдың яҙмышын хәл итегеҙ әле. Үтенәм. Йыһат Солтанов. 16.04.1963.

 

Һәм бына һис көтмәгәндә Өфөнән шаңҡытҡыс сәләм:

 

Йыһат ҡорҙаш!

Иң тәүҙә һинең алдыңда ғәфү үтенәм. (Һүрәттә уңдан һулға Р. Сафин, Й. Солтанов “Ағиҙел” редакцияһында 1970 йыл). Шиғыр-ҙарыңды оҙаҡ ятҡырып ташлағанмын. Ҡул теймәне, буғай. Уларҙы бит бик кәйеф барҙа ғына бик ҙур иғтибар менән уҡырға ине иҫәп. Бына бөгөн, ниһәйәт, уҡып сыҡтым. Һәм минең нисек шатланғанымды күҙ алдыңа килтерә алырһыңмы, юҡмы! Теге ваҡытта мин һиңә һаҡһыҙыраҡ: «Һин, шағир булыуҙан бигерәк, прозаик», — тигән фекерҙе әйтә биреп ҡуйғайным шикелле. Яңылышҡанмын. Һин — шағир ҙа, Йыһат. Бына тигән шиғырҙарыңды уҡыным әле. Һин шиғри бальзамды, беҙҙең шикелле, крандан ағыҙып түгел, ә шишмәнең үҙенән ҡуш услап алып эсәһең. Һинең донъяға ижади ҡарашың бар. Һинең шиғырҙарҙа, бөтәһенән элек, тормош тәжрибәһенән килгән фекерҙәр ярылып ята. Шуларҙы һин, ҡытыршыраҡ формала булһа ла, үҙеңсә әйтеп бирә беләһең. Әлбиттә, яҙыу алымЫң ысынлап та бер аҙ ҡытыршыраҡ. Ләкин шөҡәтһеҙ түгел. Ошо ҡытыршылыҡтың үҙенең яҡшы яғы ла, насар яғы ла бар. Яҡшы яғы шунда: шиғырҙарың бик тәбиғи ағалар. Ышандыралар. Ә был — ҙур нәмә. Насар яғы инде шунда: уларҙың ритмдары күп осраҡта тигеҙһеҙ булыуы ҡолаҡты яра биреп ҡуя. Һикәлтәле юлға оҡшап китәләр. Мин хәҙергә һинең шул етешһеҙлегеңә генә иғтибар итеүеңде һорайым. Сөнки был бик мөһим етешһеҙлек. Һөйләү манераңдың ҡырыҫыраҡ булыуын етешһеҙлек тип иҫәпләмәйем. Ул — хатта яҡшы ла. Ә бына шиғыр техникаһының ҡайһы бер зпакондарына буйһонорға кәрәк тип уйлайым.

Бер строфаны ғына тикшереп ҡарайыҡ.

 

Көрәш ятты һәр саҡ алдымда,

Хисләнергә ваҡыт булманы.

Һәм мөхәббәт миңә алыҫтан

Ғына тартынып ҡул болғаны.

 

Тәүге ике юлы шыма. Дүртенсе юлы инде абындыра. Беренсенән, «ғына» киҫәксәһен «алыҫтан» һүҙенән айырып, икенсе юлға күсереп яҙыу шиғырҙы бик боҙа. Икенсенән, дүртенсе юлдағы һүҙҙәрҙең килеше бөтөнләй урынлы түгел. Сағыштырыу өсөн ошо уҡ юлды үҙгәртеп әйтеп ҡарайыҡ:

 

Һәм тартынып ҡына алыҫтан

Ҡул болғаны миңә мөхәббәт.

 

Ритм бөтөнләй икенсе бит. Һин быны белмәйһең түгел, беләһең. Ә бары тик шиғырҙы шымартып ултырырға ғәҙәтләнмәгәнһең генә. Ә бит ул кәрәк. Һынлы сәнғәт оҫталары бит бер ниндәй формаһыҙ таштан да ниндәй гүзәл һын барлыҡҡа килтерәләр. Материалың бит һинең бай. Әйҙә, ҡорҙаш, ошо булған материалды эшкәртергә иренмәйек. Үҙ эшебеҙҙең оҫтаһы булырға ирешергә тырышайыҡ.

Бына шул минең һиңә ҡарата төп кәңәшем. Кәңәш кенә түгел, үтенесем дә. Сөнки, һиҙәм, һиндә һәр кем дә эшләй алмай торған нәмәләрҙе эшләргә мөмкинлек бар. Бер мәлде мин йәшлек тәүәккәллеге менән шундай юлдарҙы ла яҙып ташлағайным:

 

Минең ҡулдан килер шундай эштәр:

Эшләй алмаҫ уны һәр кем дә.

 

Был, әлбиттә, бик тыйнаҡ әйтелмәгән. Ләкин үҙ-үҙеңә ҡарата шундай ышаныс һәм ныҡышмалылыҡ менән эшләү насар түгелдер.

Шулай итеп, әйҙә, Йыһат ҡорҙаш, шиғыр өҫтөндә скульпторҙар ныҡышмалылығы менән эшләйек. Фекере, образдары булһа, ҡалған яғы былай ҙа үтә ул, тип ҡарамайыҡ.

Редакциялағы был шиғырҙарыңды һайлап, бер аҙын йәштәр һанына индерергә тырышырбыҙ. Ул турала һөйләшеп тә ҡуйҙыҡ. Ә ҡалған яғын уйла әле.

Унан һуң журналдың үҙенә генә ҡағылышлы бер һүҙем бар. Һин бит инде хәҙер беҙҙең ғаилә ағзаһы булып киттең. Хәҙер киләһе йылға ҡарата журналға яҙылыу бара. Уны үҙегеҙҙең тирәлә (үҙегеҙҙең ауылда булһа ла) таратыуҙа һин дә булышһаң ине. Бына шул.

Сәләм менән, эшеңдә уңыштар теләп, журналдың поэзия бүлеге мөдире Рафаэль Сафин. 8.10.1963.

 

«Яҡшы һүҙ — йән аҙығы», — тигән мәҡәлдең ҡөҙрәтен тойҙом шунда; табандарым әрһеҙ ерҙән ҡубынып, ҡулдарым ҡанатҡа әүерелеп, осоп барғандай инем. Йөрәгемде усыма һалып, тигәндәй, яҙҙым хатты:

 

Рафаэль ҡорҙаш!

Бөгөн һинең 8.10.1963. яҙған хатыңды алып, уҡыным һәм, шатлығымдан, ни эшләргә лә белмәнем. Көтмәгәндә булды был хәл!

Мин һиңә шиғырҙарымды бик ҡыймай ғына ебәргәйнем һәм уларға бындай йылы ҡараш күрһәтелер тип өмөт тә итмәй инем. Шулай ҙа шиғырҙарымдың гелән кәбәктән генә тормауына күңелем ышана ине минең; йөрәгем, бошоноп, унда тос йәҙрә орлоҡтарҙың да төрөнөп ятыуын, ләкин уларҙы ни өсөндөр бүтәндәр күҙгә элмәүен, иҫәпкә алырға теләмәүен һиҙенеп һыҙлай ине...

Ошо көнгә тиклем мин үҙемде, шиғыр яҙыу минең ҡулдан килмәй, мин — шағир булырлыҡ кеше түгелмен, тип ышандырырға тырыштым һәм эстән генә, һиҙҙертмәй, көйөнөп йөрөнөм. Бына ни өсөн шулай булды был.

Бер заман мин 40-50-ләп шиғырымды (уларҙың байтағы быйыл мин һиңә ебәргән шиғырҙар араһына ингән) Өфөгә ебәреп ҡарағайным. Бер ни тиклем көткәс, яуап хаты килде. Хикәйәләре менән бөтә халыҡҡа танылған прозаик иптәш тарафынан яҙылғайны был рецензия. Был ағай, шиғырҙарымдағы рифма, ритм сатаҡлыҡтарын бик дөрөҫ күрһәтеү менән бер рәттән (мин быны үҙем дә белә инем һәм ҡайһы бер өлкән быуын шағирҙары ижадында ла шундай уҡ күренештәрҙе осратҡанлыҡтан, был шулай китә бирә икән, тип уйлай торғайным), ундағы шиғыр юлдарына ишелеп ятҡан моңдо ул рух төшөнкөлөгө, пессимизм тип атаны, һәм ижади киләсәгемә кресть тартып ҡуйҙы. Һуңғыһы менән мин риза булманым. Моң эсенә төрөнөп ятҡан ялҡынды күрергә теләмәүҙәре рәнйетте мине...

Шул йылды миңә Өфөгә барырға, редакцияға инергә тура килде. Был юлы мин үҙемдең шиғыр яҙыу тәжрибәмә ҡарата, рәсми рәүештә, тағы ла үлтергесерәк баһа, һөҙөмтә ишеттем. Редакцияның яуаплы секретаре М. Тажи ағай миңә, туранан-тура: «Беҙ һиңә күптән әйткәйнек бит инде, шиғыр яҙма, ә проза менән генә шөғөллән, тип. Һинән шағир сыҡмай!» — тине. Ошо ваҡиғанан һуң мин шиғыр яҙыуҙы бөтөнләй ташларға ҡарар иттем. Шиғыр китаптарын уҡымаҫҡа, шиғырға ҡарата үҙемдә нәфрәт тойғоһо тәрбиәләргә тырыштым. Йылдан артыҡ шулай яҙмай йөрөнөм. Ләкин был килеш йәшәү мөмкин түгел ине. Мин үҙем өсөн генә яҙа башланым. Уларҙы камиллаштырып, шымартып ултырыуҙы кәрәкмәгән эш тип һананым. Ниңә юҡ өсөн ваҡыт уҙғарырға, улар барыбер донъя күрмәйәсәктәр бит! Йөрәгемдә ҡайнаған тойғоларҙы һурып алып, мине бер аҙ бушатһалар — булды!

Ләкин тора-бара, мине тағы өмөт сатҡылары биләй башланы. Шиғырҙарымды тағы ла бер тапҡыр ебәреп ҡарау теләге уянды. Һәм бына, көтмәгәндә, һеҙҙән шундай дәртләндергес хат алдым!

Мин, әлбиттә, ниндәйҙер гений булғанмын да, мине баһаламағандар, тигән фекер үткәрергә теләмәйем, о юҡ, ҡорҙаш! Әгәр шулай аңлаһаң, бик ҙур яңылышлыҡ булыр ине. Мин бында һис тә үҙем хаҡында түгел, ә поэзияның бер биҙәге булған моң хаҡында һүҙ алып барғым килә. Сөнки минең йөрәгем моңға бәйләнгән, шиғырҙарым, яҙған саҡта, моңға уралып сыға (һәр хәлдә, үҙемә шулай тойола). Һәм шул моң арҡаһында улар «рух төшөнкөлөгө», «пессимизм» тип аталдылар ҙа инде.

Әлбиттә, беҙҙең хәҙерге тормош өсөн төшөнкөлөк хас түгел; беҙгә дәртле йырҙар, шиғар-лозунгылары шартлап торған утлы шиғырҙар кәрәк. Ләкин был ғына моңдо шиғыр донъяһынан һыҙып ташларға нигеҙ бирмәй әле. Сөнки моң — кеше күңеленә хас тәбиғи тойғо ул. Дәртһеҙ кеше булмаған кеүек, моңһоҙ йән дә булмай. Моң кисереү (быны аһ-зар менән бутарға ярамай) — кеше күңеленең иң нескә, иң гөманлыҡлы тойғоларының береһе ул. Йөрәген моң тирбәтмәгән әҙәм илгә, кешеләргә булған һөйөүҙең, яҙғы бөрө еле булып йөрәк аша күкрәп үтеүсе саф мөхәббәттең лығын белә алмай. Моңдо халыҡ тыуҙырған һәм уны хисапһыҙ күп нескә һыҙаттар менән байытҡан. Әгәр беҙҙә революция еңгән икән, социализм төҙөлөп бөтөп, бөйөк коммунизм осорона китеп барабыҙ икән — моңдоң да көнө бөткән, дәрт кенә тороп ҡалған, тигән һүҙ түгелдер. Былай уйлаусыларҙы мин, етәкләп, халыҡ күңеле дәрьяһына килтерер инем һәм: «Ана, ҡарағыҙ, унда сайпылған тулҡындарҙың тауышына ҡолаҡ һалығыҙ!» — тир инем. Улар унда шатлыҡтарҙың да, дәртлектәрҙең дә, моңдарҙың да, халҡымдың мең-мең төрлө бүтән яҡты тойғолары менән ҡуша аралашып, иҫәпһеҙ күп тулҡын булып тәгәрләгәнен күрерҙәр ине...

Халҡым миңә иң ҙур судъя ла, уҡытыусы ла. Халыҡ күңелен тыңлай белгән кеше ундағы иң нескә хистәрҙе лә тотоп ала ала. Мин шуны аңланым: халҡым моңдарҙы дәрт менән бергә, бер хоҡуҡта ҡулланып йөрөтә. Космик ракеталар осоронда ла кешегә моң кәрәк икән. Иғтибар итегеҙ: хәҙерге көндә лә кешеләр боронғо моңло оҙон көйҙәрҙе яратып тыңлай бит. Мәжлестәрҙә ултырғанда берәү оҙон көйҙө һыҙҙырып ебәрһә, бөтөн табын шым ҡалып уны тыңлай һәм, аҙаҡтан, иҫәпһеҙ күп алҡыштар менән тәбрикләй. Өфө радиоһы тапшырған моңло йырҙарҙы, башҡорттар ғына түгел, татарҙар ҙа һөйөп һәм йотлоғоп ҡабул итәләр. Күрәһегеҙ, йырҙарҙы тыуҙырған социаль ерлек емерелгән, ләкин йырҙар яңы ерлектә лә шанлы ғүмерҙәрен дауам итәләр. Сөнки халыҡ күңелендә уларҙың зыңғырлап һуғылыу ҡылы өҙөлмәгән...

Моң — күп ҡырлы кеше тойғоһоноң бер гүзәл һыры ул. Әгәр беҙ уны поэзия ерлегенән һыҙып ташлаһаҡ, уҡыусыны иң гүзәл тойғоларҙың береһен кисереүҙән мәхрүм иткән һәм шиғырҙы ярлыландырған булыр инек. Халыҡ, әлбиттә, шағирҙар моңдо танымай икән, тип, үҙенең моңға булған ҡарашын үҙгәртмәҫ инде. Шатлыҡ, дәрт тойғолары менән бер рәттән, ул һаман моң эҙләүен, моң кисереүен дә дауам итер. Шағирҙарҙың китабында тапмаһа, ул уны үҙе сығарыр. Ләкин ул уны ҡайһы ваҡыт дөрөҫ, ә ҡайһы ваҡыт Яңылыш идея менән һуғарыр. Әҙәбиәт арҡылы халыҡ аңына тәьҫир итә торған мөһим рычагтарҙың береһе беҙҙең ҡулдан ысҡынған булыр... Бына шуларҙы иғтибарға алып, ошондай фекер әйтке килә: әгәр ул яҡшы идея күтәреп, шул идеяны халыҡ күңеленә нескәлеклерәк юл менән алып барып еткереү өсөн килһә, моңға ҡаршы күҫәк күтәрмәйек әле беҙ! Моң йәшәргә тейеш, ләкин ул, шағирҙар ҡәләме аҫтында, уҡыусыға һағыш-хәсрәт, аһ-зар килтереү өсөн түгел, ә уның законлы кешелек тойғоһон ҡәнәғәтләндереп, шул уҡ ваҡытта уны киләсәккә ышаныс, Ватанға, халыҡҡа, партияға оло мөхәббәт, эшләнеп ятҡан бөйөк эштәрҙең ҡәҙерен белеү тойғоһо менән байытырға тейеш. Әгәр ошо күрһәтелгән вазифаларҙы уңышлы йөкмәп килә алһа, шағир йөрәгенән һарҡылып шиғырға төшкән уйсан моң һис тә «пессимизм емеше» тип аталырға тейеш түгелдер, минеңсә.

Ошо юлдарҙы уҡығас, был мырҙа моңло шиғырҙар ғына ижад итеп йәшәргә йыйына икән, тип уйлай күрмә тағы. Һис тә улай түгел. Кеше өсөн хас тойғоларҙың бөтәһе лә етерлек миндә. Әгәр шул күп төрлө тойғоларҙың тик береһен генә бөтә шиғырҙарыма һалып ҡуллана торған булһам, мин бик ярлы һәм бәхетһеҙ булыр инем. Шағир ижадында хистәр, тойғолар бриллианты бөтә ҡырҙары менән балҡып тоҡанырға тейеш.

Кескәй тәжрибәмдәге төп һыҙаттарҙың һинең тарафтан ыңғай баһаланышы, ысынлап та, ҡанатландырҙы мине, ҡорҙаш! Һин шиғырҙарымдың тышҡы ҡабығы үтәләй ысын үҙәкте күрә алғанһың. Шиғыр техникаһы яғынан ебәргән етешһеҙлектәрем тураһындағы һүҙҙәреңде тулыһынса ҡабул итәм һәм дөрөҫ тип иҫәпләйем. Һинең хатты уҡыу һөҙөмтәһендә шиғырҙарыма ҡабат күҙ йөрөтөп сыҡҡас, бына ошондай нәтижәгә килдем. Ысынлап та мин, һин әйтмешләй: «Фекере, образы булһа, ҡалған яғы былай ҙа үтә ул», — тиеберәк уйлағанмын икән шул. Ә инде: «Шиғырҙарҙы скульпторҙар ныҡышмалылығы менән эшләйек», — тигән саҡырыуың һәм бер ниндәй формаһыҙ таштан да гүзәл һын барлыҡҡа килтереүсе скульпторҙар ижады тураһындағы образлы миҫалың мине үҙ ҡәләмемә бөтөнләй икенсе күҙлек аша ҡарарға рухландырҙы. Эйе, ҡорҙаш, эйе, тормош тәжрибәләрен һәм халҡым күңелендә ятҡан гәүһәр тойғоларҙы, бихисап рухи байлыҡтарҙы камил формаға ла һала белергә кәрәк! Ә инде яҙыу манерамдың бер аҙ ҡытыршыраҡ булыуын йәғни шиғыр юлдарының һөйрәлеберәк килеүен йөкмәтке тарафынан талап ителгән сара, тип аңлатҡым килә, шулай ҙа. Ағастары япраҡҡа төрөнөп ултырған елһеҙ йәй айында ҙур йылғаларҙың талығып ҡына ағышын күргәнең барҙыр бит һинең? Мәҫәлән, Һаҡмар һыуының. Шаулап-ажғырып аҡҡан һай кисеүҙе үтеп, түбәнерәк барһаң, сикһеҙ тәрән уйға һәм моңға сумып, бер нисә саҡырым буйына талығып, тыныс һәм яй ғына ағып ятҡан тәрән йәшел ятыуҙы күрәһең. Ул уйлы, моңло булғаны өсөн шулай талығып яй ғына аға, һөйрәлеп аға кеүек...

Тағы ла өҫтәп, шуны әйтке килә: халҡы араһында, ҡарурмандағы ағастарҙай, тығыҙ һөйкәлеп йәшәгән кеше — төрлө төҫтәге буяуҙар араһына ташланған киптергес ҡағыҙҙы — промокашканы хәтерләтә. Промокашка бит яҙыу ҡараларының ҡараһын да, ҡыҙылын да, зәңгәрен дә, һайлап тормаҫтан, бөтәһен бер дәрәжәлә һеңдермәйенсә булдыра алмаған кеүек, әҙәм балаһы ла халыҡ тойғоларының төрлө биҙәктәрен: дәртен дә, моңон да һәм бүтәндәрен дә, айырмайынса, үҙенә ҡабул ҡыла. Ул биҙәктәрҙең иң яҡшыларын шиғыр аша халыҡҡа кире ҡайтарғанда, уларҙың бер генә тимгелен дә һүрелтмәй, юғалтмай, киреһенсә, шағир күңелендә яралған яңы тимгелдәр һәм идеялар менән тулыландырып, байытып бирергә кәрәк.

Ҡәҙерле ҡорҙаш! Быға саҡлым мин үҙемде ҡанаты һындырылған ҡош итеп һиҙә инем. Ләкин һинең ысын дуҫлыҡ хисе менән, минең көсөмә ышаныс белдереп яҙған илһамландырғыс һүҙҙәрең миңә Яңынан ҡанат ҡуйҙы. Түбәм өҫтөндә тәрән бейеклек күрҙем һәм шул бейеклекте яулау мөмкинлеге барлыҡҡа ышандым.Иң мөһиме ошо!

Ҡанатҡа эйә йән — осорға, күккә күтәрелергә тейеш. Ләкин шағир поэзия күгенә үҙен бөтә донъяға күрһәтеү өсөн түгел, ә бөтә донъяға күктән һүнмәҫ ут йолоп алып биреү өсөн күтәрелә.

Мин шулай аңлайым.

Бына һеҙгә тағы ла бер нисә шиғырымды ебәрәм. Үҙегеҙ нисек ҡарарһығыҙ...

Иҫән бул, ҡорҙаш, ижадыңда уңыштарға иреш.

Йыһат Солтанов. 14.10.1963.

 

Йыл буйына айный алмай йөрөнөм был илереп-тилереүҙән, ә Рафаэль ҡорҙашымды донъялағы иң ҡәҙерле дуҫтарымдың береһе итеп күрҙем. 32-нсе йыл тыуғандарҙың утыҙ ике йәше тулған 1964 йылдың 3 декабрендә (үҙемдең тыуған көнөм) илһамланып ошо шиғырҙы яҙҙым:

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 454. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Психолого-педагогическая характеристика студенческой группы   Характеристика группы составляется по 407 группе очного отделения зооинженерного факультета, бакалавриата по направлению «Биология» РГАУ-МСХА имени К...

Общая и профессиональная культура педагога: сущность, специфика, взаимосвязь Педагогическая культура- часть общечеловеческих культуры, в которой запечатлил духовные и материальные ценности образования и воспитания, осуществляя образовательно-воспитательный процесс...

Устройство рабочих органов мясорубки Независимо от марки мясорубки и её технических характеристик, все они имеют принципиально одинаковые устройства...

Принципы, критерии и методы оценки и аттестации персонала   Аттестация персонала является одной их важнейших функций управления персоналом...

Пункты решения командира взвода на организацию боя. уяснение полученной задачи; оценка обстановки; принятие решения; проведение рекогносцировки; отдача боевого приказа; организация взаимодействия...

Что такое пропорции? Это соотношение частей целого между собой. Что может являться частями в образе или в луке...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.009 сек.) русская версия | украинская версия