Студопедия — Романдың төп фекере
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Романдың төп фекере






Ҡитғаның төп халыҡтары — славяндар (беренсе сиратта урыҫтар), төркиҙәр (беренсе сиратта башҡорттар), уғырҙар борон-борон замандарҙан уҡ бер туған һәм ошо ҡитғаның төп хужалары булғандар. Башҡорт халҡы үҙенең эпосында урыҫ тоҡомон «башҡорттоң һигеҙенсе ырыуы» тип юҡҡа ғына атамай һәм ул тарихи факттар менән раҫлана. Шулай уҡ төрлө фән ҡаҙаныштарын (тарих, археология, этнография, палеография, лингвистика, топонимия, ономастика һ.б.) комплекслы өйрәнеү ҙә шул хаҡиҡәтте дәлилләй. Тимәк, башҡорт халҡы 1557 йылда үҙ теләге менән Урыҫ дәүләтенә ҡушылыу кеүек тарихи актҡа ерле юҡтан ғына түгел, ә сал быуаттарҙан килгән туғанлыҡ, ҡан ҡәрҙәшлек тойғоһона һәм бабаларҙың тарихи хәтеренә таянып барған. Ана шул тойғо, берҙәмлек тойғоһо, ошо көнгәсә башҡорт аңында һәм ҡанында һүрелмәй һаҡланып килә, быға данлы үткәндәребеҙ, бөгөнгөбөҙ ҙә дәлил. Ватансылыҡ, халыҡтар дуҫлығы, совет патриотизмы тойғоһо ана шул сал быуаттарға тоташҡан тәрән тамырҙарҙан һут ала — тимәк, ул еңелгеһеҙ, үлемһеҙ.

Иҫкәртмә;.Башҡорттоң иң яҡын ҡан ҡәрҙәш туғаны — урыҫ, тигән үҙәк фекер романды уҡығанда теңкәләренә тейә, буғай, Рамазанов, Мирзаһитов, Рафиҡов, Гәрәйев кеүектәрҙең (һәм был хаҡта яҡшынан-ямандан һис һүҙ ҡуҙғатмауҙарында ла ғиллә бар!). Сөнки улар ауыҙ асҡан һайын «башҡорттоң иң яҡын ҡан ҡәрҙәше, игеҙәк туғаны — татар» тип вәғәздәр тыңлап күнеккән һәм тап шулай һөйләргә, яҙырға ҡулайлашҡан. Уларҙа был фекер инерцияһына әйләнгән. Ә мин, тарихи һәм башҡа факттарға таянып, мәсьәләгә башҡасараҡ ҡарайым. Мәҫәлән, был яҡтарға «татар» тигән тоҡом аяҡ баҫмаҫы борон уҡ әле башҡорттар һәм урыҫтар бергә аралашып (мәҫәлән, Кейәү — Киев ҡалаһы тарафында), үҙ-ара ҡыҙ бирешеп һәм килен алышып көн иткән, татар-монгол яуына ла улар бер яҡ булып ҡаршы торған, үлемесле һуғышҡан. Тимәк, был мәсьәләгә ҡарата роман авторының да үҙ фекерен үткәрергә хаҡы бар — рамазановтарға ғына үҙенекен тамаҡ ярып ҡысҡырырға, ә башҡаларға телде тешләргә тимәгән.

Йәнә килеп, «башҡорт меҫкен булған, ҡырағай булған, телһеҙ булған; уның бер нәмәһе лә — ҡалалары ла, культураһы ла булмаған, дала буйлап ҡамғаҡ кеүек тәгәрләп кенә йөрөгән» (М. Кәрим) кеүек үтә бер яҡлы һәм примитив, тарихи нигеҙһеҙ концепция бына нисәмә йылдар буйына инде үткәрелеп килә әҙәбиәтебеҙҙә, ләкин ошонда ултырғандарҙың һәм башҡаларҙың береһе генә булһа ла шуға ҡаршы сыҡҡаны бармы? Юҡ, әлбиттә. Ә минең романда башҡорттоң да үҙ цивилизацияһы булғанлығын, шуның менән ғорурланырға, бөгөн дә социализм төҙөлөшөндә шуға таянып эш итә белергә кәрәклеген дәлилләүсе фекер үткәрелгәйне, атлығып ҡаршы сыҡтығыҙ. Берәүҙәрҙән генә лаф орҙортоп, икенселәрҙең өнөн тығылдырыу түгелме был?! Ике яҡлы элемтә булғанда ғына һаҡлана демократия. Уға китһә, ике фекер ҙә бер-береһен тулыландырып йәшәһен, кешеләрҙе уйланырға, эҙләнергә мәжбүр итһен.

Май сүлмәге тышынан уҡ билдәле, тигәндәй, миңә ҡаршы намыҫһыҙ уйын ойошторолоуы үтәнән-үтә күренеп тора. «Ағиҙел»дең 1987 йыл 1-енсе һанында наборға төшөп китергә торған ҡулъяҙманы көтмәгәндә Мирзаһитов тырышлығы менән балтанан саптыртырға Рамазановҡа тоттороп ҡуйыуҙарынан башлана был.

2 октябрҙә (1986 й.) Гәрәйев мине киҫәтте: 3 октябрҙә иртән Ғ. Рамазанов романыңды уҡып бөтөп бында килә, ултырып һөйләшербеҙ, урыныңда бул, тине.

3 октябрҙә иртүк Гәрәйев, Рамазанов, Рафиҡовтар эйәртенешеп обкомға киткәндәр, яңы ғына оҙайлы командировканан ҡайтып төшкән һәм был хаҡта хәбәрҙар булмаған Әхнәф Мөҙәрисович Дилмөхәмәтов иптәшкә барып, романды 1-енсе һанға бирҙертмәү — алдыртып ташлатыу сараһын күргәндәр.

3 октябрҙә кис Гәрәйев романды редакция хеҙмәткәре Р. Мифтахов аша Ғ. Хөсәйеновҡа уҡырға бирҙертте. Унан һуң Р. Байымов уҡырға тейеш, тине. Былар бөтәһе — комедия уйнау ғына ине, әлбиттә. Йәғни Рамазанов тарафынан романға ҡарата сығарттырылған яза приговорын тағы ла ике «присяжный»ҙан раҫлатып, рәсмиләштереп ҡуйырға — «роман барырлыҡ түгел» тигән алдан әҙерләнгән мәкерле ҡарарҙарын ҡанун хәленә килтерергә. Мирзаһитов, Рамазанов һәм уларҙың эйәрсене Б. Рафиҡов кеүектәр, башҡорттоң рухи донъяһына, тарихи хәтеренә балта сабып, башҡорттан манҡурт тәрбиәләргә тырыша һымаҡ.

Һөҙөмтәһе күҙ алдыбыҙҙа: үҙенең рухи культураһы, ата-бабаларҙың ҡаҙаныштары менән ғорурланыу мөмкинлегенән мәхрүм ҡылынған йәш быуын үҙенең әсә теленә лә, культураһына ла, атайсалына ла төкөрөп ҡарай.

Дәлил: перепистән-перепискә башҡорт телен әсә теле тип таныусы башҡорттар һаны кәмей. Һөҙөмтәлә йылдың-йылына «Ағиҙел» журналының тиражы, башҡорт китаптарының һатып алыусылары кәмей.

Икенсе миҫал: башҡорт үҙенең тыуған еренә, эскән һыуына ла төкөрөп ҡарай башланы. Мәҫәлән, башҡорттоң изге Һаҡмар һыуын башҡорттоң үҙ ҡулы менән бысратып — ағыулап үлтереүе. («Ленинец» гәзитенең 1986 йыл 9 октябрь һанындағы С. Ғафурова мәҡәләһе. Ул йәш журналист, бик хаҡлы рәүештә, ошо аяныслы күренеште башҡорттоң «манҡуртлығы» һөҙөмтәһе тип атай).

Яҙыусыларҙың дөйөм йыйылыштарында, партия йыйылыштарында нисәмә мәртәбә башҡорт теленең ҡороп бөтөп барыуы, яңынан 10-15 йылдан башҡорт әҙәбиәтен уҡыусылар ҙа ҡалмаясағы хаҡында һүҙ күтәрелде! (Мәҫәлән, 1986 йылдың сентябрь айында М. Кәримдең ижади хисабын тыңлаған йыйылышта).

Күҙ алдында башҡорттоң рухи донъяһының емерелә барыуына шаһит булған яҙыусының яралы йөрәк ауазы (крик души) был роман: «Яҡшы бабаларҙың балалары бит һеҙ. Аяҡ аҫтығыҙҙа ҡайһындай оло культура мираҫы! Сал быуаттар төпкөлөнән күкрәп килгән телегеҙ, тарихығыҙ! Нисек һеҙ бөгөн шуларға һуҡыр ҡалдығыҙ, вайымһыҙ ҡарайһығыҙ?! Совет халҡын тәшкил иткән күмәк халыҡтар ҡоронда башҡорт та үҙенең телен, йөҙөн һаҡлап йәшәргә хаҡлы. Хаҡлы ғына түгел, бурыслы! Әгәр шулай итмәһә, беҙҙең быуын бөтә Тыуған ил, кешелек донъяһы алдында гөнаһ ҡылған булып сығасаҡ!..»

Рамазанов ана шул ғәҙел оранлы йөрәккә балта саба — романдың йәнен алырға, үлтерергә тырыша. Ләкин кемгә кәрәк бындай эшмәкәрлек — башҡорт халҡын, үҙенең меңәрләгән йыллыҡ тарихы, культура хазиналары өҫтөндә ултырып, бер нимәһен дә белмәгән, хәтерләмәгән манҡурт итеп ҡалдырырға тырышыу? Урыҫҡа кәрәкме лә үзбәккәме? Берәүгә лә кәрәкмәй! Теләгән бер халыҡты манҡурт ҡылыу — дөйөм совет патриотизмына балта сабыу ул. Сөнки халыҡ үҙ телен һәм үҙ тарихын онотһа, үҙенең тыуған еренә лә төкөрә. Үҙенең тыуған еренән тамыр өҙһә, оло Ватандың да уға кәрәге ҡалмай башлай. Бына нәмә менән янай халыҡтың рухи донъяһының тутығып ыуалыуы!

Был — заман ҡуйған проблема!

Роман тиклем романды маҡтап һүҙ әйтер өсөн дә тәүҙә уны уҡып сығыу мотлаҡтыр. Ә инде әҫәрҙе үлтерә һуғырға яҫҡанһаң, иң кәмендә ике тапҡыр уҡып сығыу хәйерле. Бында һүҙ Булат Рафиҡов хаҡында бара. Ул, ҡасандыр бынан ун дүрт йыл элек романдың тәүге вариантына арылы-биреле генә күҙ йүгерткән әҙәм, хәҙер һүҙ барған иң һуңғы вариантын хатта ҡулына ла тотоп ҡарамаған килеш, орсоҡтай ғына кәүҙәһенә тауҙай ҡара мәкер туплап, үҙ буйынан да олораҡ күҫәк күтәреп, Рамазанов, Гәрәйев менән берлектә партия өлкә комитетына йүгереп барып еткән, тексын үҙе уҡып та ҡарамаған ошо әҫәрҙе, авторын хатта саҡыртып та тормаҫтан, юҡ итешеүҙә айбарланып ҡатнашҡан. Ниндәй әхләҡи ҡалыпҡа, этикаға һыя был?! Яҙыусылар етәксеһе шулай булырға тейешме?!

Шуныһы ла ғибрәтле: Яҙыусылар союзы идараһы, партбюроһы етәкселәре быға тиклем обкомға һәм башҡа юғары урындарға яҙыусының әҫәрен яҡлашып, уны донъяға сығартыуҙы юллап бара торғайнылар, ә был көндәрҙә беҙҙең етәксе чиновниктар шуның киреһен ҡыла. Йыһат Солтановтың романын партия өлкә комитеты, халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәм башҡалар яҡлаған, ул роман «Ағиҙел» редколлегия ултырышында журналдың 1987 й. беренсе һанына индерелгәндән һуң да етәкселәребеҙ Мирзаһитов, Гәрәйев, Рафиҡовтар һәм уларҙың ҡойроҡтары, романға нахаҡ-ялалар яғып обкомға йүгереп бара, уны журналдан алып ташлауҙы ойоштора. Үҙҙәренең чиновник мундирҙарының бәҫен һаҡлап ҡалыуҙы был меҫкенйәндәр бөтәһенән өҫтөн ҡуя. Ниңә улар шул тиклем ҡоторона? Коммунист яҙыусы нисәмә йылдар йөрәк ҡанын һалып, нервыларын яндырып яҙған был әҫәрҙе гүргә күмеү өсөн хас та антисоветизмға ҡаршы, контрреволюцияға ҡаршы көрәшкәндәй яҫҡана?! Яҙыусыға уның ижадында игелекле ярҙам күрһәтеү, булышлыҡ итеү өсөн ҡуйылған түрәләребеҙ боронғо башҡорт тархандарылай ҡылана, юғары креслоларын үҙҙәренә ғүмерлеккә бирелгән итеп һанай, уларға олтораҡ булмаусыларҙан үс алыу өсөн файҙалана.

Етәкселәрҙе биҙәй торған күренеш түгел был, иптәштәр.

 

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 424. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Шрифт зодчего Шрифт зодчего состоит из прописных (заглавных), строчных букв и цифр...

Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...

Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Интуитивное мышление Мышление — это пси­хический процесс, обеспечивающий познание сущности предме­тов и явлений и самого субъекта...

Объект, субъект, предмет, цели и задачи управления персоналом Социальная система организации делится на две основные подсистемы: управляющую и управляемую...

Законы Генри, Дальтона, Сеченова. Применение этих законов при лечении кессонной болезни, лечении в барокамере и исследовании электролитного состава крови Закон Генри: Количество газа, растворенного при данной температуре в определенном объеме жидкости, при равновесии прямо пропорциональны давлению газа...

Мотивационная сфера личности, ее структура. Потребности и мотивы. Потребности и мотивы, их роль в организации деятельности...

Классификация ИС по признаку структурированности задач Так как основное назначение ИС – автоматизировать информационные процессы для решения определенных задач, то одна из основных классификаций – это классификация ИС по степени структурированности задач...

Внешняя политика России 1894- 1917 гг. Внешнюю политику Николая II и первый период его царствования определяли, по меньшей мере три важных фактора...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.01 сек.) русская версия | украинская версия