Студопедия — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының Культура бүлеге мөдире ип. Ә.М. Дилмөхәмәтовҡа.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының Культура бүлеге мөдире ип. Ә.М. Дилмөхәмәтовҡа.






«Ағиҙел» журналы редакцияһында ошо йылдың 28 ғинуарында яҙыусы Йыһат Солтановтың 1986 йылдың 14 ғинуарында КПСС өлкә комитетына яҙған билдәле хатын тикшереү буйынса төҙөлгән комиссияның (председателе Б. Рафиҡов, ағзалары Р. Солтангәрәйев, Р. Байымов) ултырышы булды. Унда БАССР Яҙыусылар союзы идараһы председателе Ә. Мирзаһитов, «Ағиҙел» журналының баш редакторы Ә. Гәрәйев, яуаплы секретаре Ә. Әминов, редколлегия ағзаһы Муса Ғәли, шулай уҡ Йыһат Солтанов менән Динис Бүләков ҡатнашты.

Йыһат Солтановтың юғарыла телгә алынған хатында уның әлегә баҫылып сыҡмаған «Ядкәр» исемле романының сюжет линиялары, элементтары, ваҡиғалары Динис Бүләковтың «Ағиҙел»дең 1986 йылғы 3-өнсө һанында сығып барған «Шәфәҡ миҙгелендә» тигән повесендә үҙләштерелгәнлеге тураһында һүҙ бара. Комиссия ике әҫәрҙе лә сағыштырып ҡарағандан һуң, Динис Бүләковтың повесендә Солтанов әйткән унан үҙләштереү (присвоение) тигән нәмәнең юҡлығын, ә шулай ҙа ысынлап та оҡшаш ваҡиғаларҙың, элементтарҙың барлығын билдәләне. Ултырышта сығыш яһаған Динис Бүләков был хәлде таныны һәм, үҙ әҫәрендәге ундай оҡшашлыҡтарҙың осраҡлы рәүештә килеп сыҡҡанлығын һөйләп аңлатып, повесен Солтанов ҡулъяҙмаһындағы оҡшаш элементтарҙан, ваҡиғаларҙан таҙартырға вәғәҙә бирҙе. Шулай итеп, әҫәрҙе яңынан эшләп сыҡҡандан һуң ҡабаттан редакцияға тапшырырға булды. Ә Солтанов, ултырышта сығыш яһап, ошоноң менән ҡәнәғәт булыуын һәм әгәр ҙә Динис Бүләков әҫәрен оҡшаш элементтарҙан таҙартыу хаҡында биргән һүҙендә торһа, Д. Бүләковҡа башҡаса бер ниндәй ҙә дәғүәһе булмаясағын белдерҙе.

«Ағиҙел» журналы редакцияһына комиссия Динис Бүләковтың повесен 3-өнсө һандан төшөрөп ҡалдырып торорға тәҡдим итте. Уның ҡулъяҙмаһы, ултырышта бер тауыштан килешелгәнсә, оҡшаш элементтарҙан арындырыу һәм яңыртып эшләү өсөн киренән ҡайтарып бирелде.

Комиссия председателе: Б. Рафиҡов,

ағзалары: Р. Солтангәрәйев, Р. Байымов.

29.01.1986.

 

Комиссия ағзалары электән үк мине суҡып ҡан ялаусы ҡоҙғон өйөрҙән булып, был ваҡиға уларҙың мине күрә алмаусанлығына яңынан аҙыҡ бирҙе, «Ядкәр»ем өҫтөндәге күптәнге ҡара болот уғата ҡуйыра төштө. Плагиатсы Д. Бүләков иһә ғүмере буйына минең башҡа ҡундырыу өсөн ҡуйынында таш йөрөттө һәм һуңғы йылдарында, Яҙыусылар берлегенең рәйесе булып алғас, үсен етерлек алды. Бигерәк тә ишле ғаиләм менән ҡыҫынҡы торлаҡ шарттарында интегеп йәшәүсе мин фәҡиргә фатир бирҙертмәү йәһәтенән уңышлы эшләне ул. Бер-нисә тапҡыр шул мәсьәлә буйынса ингәнемдә бөтә һүҙен “фатирҙы яҡшыртыу үҙемә лә кәрәк”, “балаларымдың да фатиры юҡ”ҡа бороп ебәрер булғас, башҡаса йөрөмәнем, ҡул һелтәнем. Ул үҙенең һөйәркәләренә тиклем бер-бер артлы, идара аппаратына эшкә алып, яҙыусыларға тейешле фатирҙарҙан шуларына өлөш сығара килде. Бер күркәм ҡиәфәтле ханымын үҙем күреп беләм. Машинистка булып йыл ярым ғына ултырҙы ла, фатир алып, ҡапыл ғына юҡҡа сыҡты.

Түрәнең Йыһат Солтановты күрә алмауы хатта ваҡ-төйәк көнкүреш кимәленәсә шауҡымланды. Мәҫәлән, яҙыусыларҙың “Аҡманай” баҡсасылыҡ кооперативында баҡсамдағы һыу үткәргес торбанан һыу алғыс ике генә һемәгем (кран) бар ине. Шылангылар икенсе башҡа барып етмәгәнлектән, торбаның шул яҡ һуҙымында йәнә бер һемәк ҡуйҙыртҡас, ошо Д. Бүләков үҙенә тотанаҡҡа ҡәләмдәштәре Зиннур Нурғәлин, Роберт Байымов, Риф Мифтахов, Борис Павлов ҡатнашлығындағы “комиссия” төҙөп, үҙем юҡ саҡта килгәндәр ҙә иретеп йәбештереү аппараты менән баяғы һемәкте ҡырҡтыртып ташлап, урынын бөтәштертеп киткәндәр. Ә һуңынан баяғы шанлы “комиссия” ағзалары баҡсаларында З. Нурғәлиндең – биш, Р. Байымовтың – һигеҙ, Р. Мифтаховтың ете һыу алғысы барлығы асыҡланды, ә мин һаман шул икәүе менән көн күрҙем.

Был түрәнең үҙенә хас бер ғәҙәте бар ине: төндәрен ҡалып үҙенең эш кабинетында бер өйөр шешәләштәре, һөйәркәләре менән асы хәмер томанында “типтерергә” ярата. Шундай оргияларҙың береһендә милиция килеп баҫа ла ғауға ҡуба. Кабинет эйәһе, юғары вазифалы дуҫ-иштәренә өндәшеп кенә, бәләнән саҡ ҡотолоп ҡала. Әммә хәтәр ғәҙәт һаман өҙөлмәй һәм төҙәтелмәҫлек фажиғаға килтерә: бикләнеп ятып хәмерләнгән шундай төндәрҙең береһендә түрәбеҙҙең эсеү самаһы саманан ашып китеп (медэкспертиза билдәләүенсә, ике литр араҡы), тамам аяҡтан йыҡҡан. Ялағай ярандпары, мөшкөл хәлде күрһәләр ҙә, “сүпте өйҙән сығарыуҙан” ҡурсаланып, бахырҙы йәһәт фатирына илткәндәр ҙә, таң атҡансы айныр тип, бисәһенә лә бер ҡайҙа ла хәбәр ҡылмаҫҡа ҡушҡандар. Ҡатыны таң атҡас ҡына медицина тиҙ ярҙамы саҡыртһа ла, һуң булған, хатта яҡташ дуҫы профессор В. Сәхәүитдинов та ҡотҡара алмаған, тиҙәр (бөйөрҙәре эшләүҙән туҡтаған)...

Унан һуңғы түрәләребеҙ ҙә “хрен не слаще редьки” тигәнсә ине. Ләкин ауырлыҡтарҙан (ниндәйҙәре генә булһа ла!) бөгөлөп төшөү, яһил алдында баш эйеү — холҡомда юҡ шул минең.

Ә.М. Мирзаһитов түрә саҡ ине әле. 1986 йылдың 28 мартында Актерҙар йортонда саҡырылған, көн тәртибенә: «XXVII съезд КПСС и задачи писателей Башкирии» (докладсы Б.З. Рафиҡов) тигән мөһим мәсьәләле партия йыйылышына башымды юғары күтәргән килеш барҙым, «әҙәбиәт фронты»ндағы үҙем белгән етешһеҙлектәрҙе ғәйеплеләрҙең күҙҙәренә тура ҡарап әйтеүҙе тейешле һананым:

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 414. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...

Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Понятие о синдроме нарушения бронхиальной проходимости и его клинические проявления Синдром нарушения бронхиальной проходимости (бронхообструктивный синдром) – это патологическое состояние...

Опухоли яичников в детском и подростковом возрасте Опухоли яичников занимают первое место в структуре опухолей половой системы у девочек и встречаются в возрасте 10 – 16 лет и в период полового созревания...

Способы тактических действий при проведении специальных операций Специальные операции проводятся с применением следующих основных тактических способов действий: охрана...

СИНТАКСИЧЕСКАЯ РАБОТА В СИСТЕМЕ РАЗВИТИЯ РЕЧИ УЧАЩИХСЯ В языке различаются уровни — уровень слова (лексический), уровень словосочетания и предложения (синтаксический) и уровень Словосочетание в этом смысле может рассматриваться как переходное звено от лексического уровня к синтаксическому...

Плейотропное действие генов. Примеры. Плейотропное действие генов - это зависимость нескольких признаков от одного гена, то есть множественное действие одного гена...

Методика обучения письму и письменной речи на иностранном языке в средней школе. Различают письмо и письменную речь. Письмо – объект овладения графической и орфографической системами иностранного языка для фиксации языкового и речевого материала...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.007 сек.) русская версия | украинская версия