Студопедия — Ип. В. Исхаҡовҡа.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Ип. В. Исхаҡовҡа.






Һеҙҙең миңә 8.01.1973 йыл ебәргән хатығыҙға яуап итәм:

Башҡортостан китап нәшриәтендә «Ерем, һиңә өндәшәм» исемле шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығым 1974 йыл планында сығыуҙы көтөп ята; унан тыш:

«Аҡ ҡайындар араһында» — повесть һәм хикәйәләр китабын (күләме 20 табаҡ) — 1975;

«Йәшел йылан көрмәге» — сатирик повесть һәм хикәйәләр йыйынтығын (күләме 10 табаҡ) — 1976;

«Һаҡмар-һыу» [28] романын (күләме 20 табаҡ) — 1977;

«Коммунист» романын (күләме 20 табаҡ) — 1978;

«Кипаристар сәскә атҡан саҡта» романын (күләме 15 табаҡ) — 1974 — 1979 йылдарҙағы нәшриәт планына индереүегеҙҙе ныҡлап һорайым.

Иҫкәртмә. Күрһәтелгән әҫәрҙәрҙең бөтәһенең дә аҡ йәки ҡаралама ҡулъяҙмаһы әҙер, улар тик һуңғы эш стадияһын — нәшриәткә әҙерләп биреүҙе көтә;.

Яҙылаһы әҫәрҙәр — пландарым хаҡында әлегә әйтмәй торам.

Ихтирам итеп, Й. Солтанов. 12.01.1973.

 

Беҙҙә күп эшләгән кешене яратмайҙар, тиҙ эшләгәнде бигерәк тә. Ләкин мин, документтан күрәһегеҙ, күп эшләһәм дә, тиҙ эшләүселәр, бигерәк тә әҫәрҙәрен тиҙ ташҡа баҫтырыусылар категорияһына ҡарамайым. Сөнки 1973 йылдың ғинуарында уҡ ҡулъяҙмалары әҙер булған (ә мин романдарымды 1962 йылда яҙа башланым һәм бер туҡтауһыҙ ошо көнгәсә һаман яҙам) күрһәтелгән китаптарымдың әле береһе лә ташҡа баҫылып донъяға сыҡҡаны юҡ.

Башҡорт АССР-ының 50 йыллығына арнап яҙылған, «Ағиҙел»дең 1969 шул оло юбилей йылғы байрам һанында баҫылып сығып, йәмәғәтселек тарафынан яҡшы баһаланған «Минең шәжәрәм» поэмаһы, күҙҙәрҙе ҡарайтып, ни бары биш йыл үткәс кенә китап булып сыға алды. Ә минеке менән бер йылда уҡ баҫылған башҡа өс иптәштең поэмаһы икенсе йылында уҡ китап нәшриәтендә донъя күрҙе.

Егерме йыл буйына яҙып, ваҡытлы матбуғатта һынау үткән хикәйәләр һәм повестәремде әле булһа китап итеп сығара алғаным юҡ.

Сатирик повесть һәм хикәйәләр йыйынтығым да, бая аталған «Коммунист», «Кипаристар сәскә атҡан саҡта» тигәндәрем дә ята һаман.

Ләкин мин араҡы эсеп урамда эт һуғарып йөрөмәнем, «яҙыусы яҙырға тейеш» тигән девиз буйынса һаман баш ҡалҡытмай эшләнем һәм эшләйем.

Һөҙөмтәлә «Ядкәр»ҙең хәле үҙегеҙгә билдәле.

Шулай ҙа һаман эсеп-иҫереп, эт һуғарып йөрөмәйем. Эшләгәнде яратмаһалар ҙа эшләйем.

Һәм, әлеге документта планлаштырылғанса, бына быйыл, «Һаҡмар-һыу» тигән яңы романымды бөттөм, иптәштәргә уҡырға тапшырам.

Шул уҡ план буйынса «Коммунист» романының ҡулъяҙмаһын камилләү эштәре бара.

Тимәк, мин яҙыусылар союзы идараһының һорауы буйынса мәғлүм иткән планымды үтәп киләм. Ләкин союз менән нәшриәт кенә миңә шәфҡәтлелек күрһәткәне юҡ — әҫәрҙәрем ҡулъяҙма хәлендә һаман. Әгәр игенсенең сәскән игенен урып алдыртмай ятҡырып ҡалдырһалар, йәки уны малдан тапатып мәсхәрәләһәләр, игенсе түҙер инеме?.. Ә яҙыусы түҙә... Ғәҙелһеҙлек был.

Шулай ҙа үҙ әҫәрҙәреңде уның төп хужаһына — уҡыусыларға еткерә алмай яфа сигеү, этлек күреү, материаль мохтажлыҡта интегеү — күтәреп булмаҫлыҡ йәбер.

Башҡортостан Яҙыусылар союзынан, китап нәшриәтенән «Ядкәр» романын нәшриәт планына индереп, килешеү төҙөшөп, миңә ҡулъяҙманы тағы ла нығыраҡ камиллаштырыу өсөн бер йыл иркенләп ултырып эшләрлек материаль мөмкинлек биреүҙәрен һорайым. Шундай гуманлы шарттар Ғәли ағай Ибраһимовҡа (иншалла!) «Кинйә» романының ҡулъяҙмаһы әҙер булмаҫы борон уҡ тыуҙырылды лаһа. Ә минең ҡулъяҙма әҙер, уның ҡайһы бер етешһеҙлектәрен бөтөрәһе генә бар.

Ҡояш бөтә кешегә лә бер тигеҙ яҡтырта бит. Шул ҡояш аҫтында уңып бешкән башаҡтарҙы төбөндә ятҡырып серетеү — аяныс хужаһыҙлыҡ был.

Йыһат Солтанов. Апрель, 1977.

 

1977 йыл миңә, ғөмүмән, башынан уҡ йөрәк өҙгөс шәхси ҡайғылар килтерҙе. Февраль айында мәктәпкә киткән Сабит улым урамда шағир Тимер Йосоповты осратып, ҡорҙашым һәм дуҫым Рәми Ғариповтың һис көтмәгәндә ҡапыл вафат булыуы хәбәрен алып ҡайтҡас, тетрәнеп, өйҙән сығып йүгерҙем...

Үлеренән ике йыл элек кенә тап килешкәндә, алдыма ҡуйған рюмкаһын кире этәреп, өҙә ҡырҡып әйткәйнем: «Эсеүҙе ташлайыҡ, ҡорҙаш. Һаман былай барһаҡ, түҙә алмаясаҡбыҙ — үләсәкбеҙ бит. Мин үҙем ташланым, һиңә лә бөгөндән ташларға кәңәш итәм». — «Юҡ инде, — тип ҡырт өҙҙө дуҫым, — эсеүем — эсеү, мин уны ташламаясаҡмын!» (Әйткәндәй, яҙыусы Б.З. Рафиҡов та «хәмер командировкаһынан» тамам төҙәлеп, «Ағиҙел»дә мин, Абдулхаҡ ағай Игебаев ултырған бүлмәлә өсөнсө иптәш сифатында әүҙем эшләй башлағас, ошоға оҡшаш кәңәште ысын күңелдән уға ла биргәйнем. Эш шунда: иртәнсаҡ һуңлабыраҡ килһәм, яңы хеҙмәттәшебеҙ яңғыҙы (Абдулхаҡ ағайҙың өйҙә ижад көнө ине) хозурланып, түшәмде күтәртерлек итеп тәмәке боролдатып ултыра, төтөнө балта аҫырлыҡ ҡуйырған.

Һөйләшеү ҡыҫҡа булды: «Абау, ниндәй зәхмәт ояһы был?!. Үләһең бит былайһа — ташла тәмәкене!» — «Ю-у-уҡ инде, — тине һуҙып, — ташламайым! Донъялағы берҙән-бер ҡыуанысым бит ул минең!» (Һәм шул «ҡыуаныс»ы әҙәмде ваҡытынан элек фани донъянан алып китте)...

Ә Рәми менән булған баяғы һөйләшеүҙә, уның ҡырҡа яуабынан күңелем бик ныҡ ҡайтып: «Улайһа мин бынан һуң һинең яныңа килмәйәсәкмен, сөнки, нисә генә ҡарама, яныңда — “шәкерттәрең” тигән эскесе өйөр, алдыңда хәмерле шешә!..» — тип асыуланып сығып киттем дә, ысынлап та, уға барып йөрөүемде туҡтаттым; осраҡлы тап килешеүҙәр ҙә ҡыҫҡа ғына һөйләшеүҙәр булғылай ине. Эшенән һуңғы тапҡыр ҡыуылыуына тиклем бер арала ул йәнә «Башҡортостан ҡыҙы» журналында баш редактор Рәҡиә Рөстәмова ҡулы аҫтында хеҙмәткәрләнеп алды. Редакцияларыбыҙ матбуғат йортоноң бер үк ҡатында ине. Эш сәғәттәре аҙағынан бер кисәлә, яңы яҙған шиғырымды тотоп, эргәһенә кереп ултырҙым, бөтә халыҡ таралышҡан — икәүҙән-икәү генә оҙаҡ гәпләштек. Ул, бар ихласлығын һалып, киләсәктә кәрәк булырын алдан күреп, буғай, зәңгәр копировка аша (копияһын үҙендә ҡалдырырға) йәш шағирәләргә шиғриәт серҙәре буйынса йылы эстәлекле хаттар яҙып мауыға — бер нисәһен уҡып та ишеттерҙе. «Кәтибә апайҙан һуң был редактор менән эшләү ҡайһылайыраҡ?» — тип белешкәс, илар хәлгә етеп: «Их, әйтмә лә инде, ҡарт! Булыр ҙа булыр кеше, әммә бындай ҙа яуыз, ҡара йөрәкле булмаҫ! — тине лә, үткәндәрен иҫләп, буғай, бер килке тын ултырғас: — Кәтибә апай менән бергә эшләү осоро, бының менән сағыштырғанда, үҙе бер ожмах булған икән ул!» — тип өҫтәне...

Рәми Ғарипов төптән үҫкән имән кеүек таҙа кәүҙәле, бер сиргә лә бирешмәүсән зат булып, «үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа поликлиника тупһаһын аша атлап кергәнем юҡ», — тиер ине. Тик аҙаҡҡы йылдарында ғына ваҡыт-ваҡыт йөрәгенең тибеүҙән туҡтап тороуын (аритмиялыр?) һәм яңынан эшләп китеүен йылмайып ҡына әйткеләп ҡуйһа ла, табиптарға күренгәне булманы. Тажикстанға һуңғы оҙайлы сәфәрендә йөрөп ҡайтҡас, вагонда йоҡлап килгәнендә төшөндә кемдер йөрәгенә хәнйәр ҡаҙауҙан ҡаты һыҙланып уяныуын (моғайын, микроинфаркт кисергән) һөйләп тә шомландырҙы, әммә быға тейешенсә иғтибар итмәгәнлектән, төшө — төш кенә булып ҡалды ла онотолдо...

Рәми ҡорҙашым менән мин, бер үк йылда тыуған йәштәштәр генә түгел, ә фекерҙәштәр ҙә булыуыбыҙҙы артыҡ сурытып тормайым. Был хаҡта уның үҙ ваҡытында миңә бүләк итә барған китаптарындағы (уларҙы аҙаҡ шағирҙың ауылындағы йорт-музейына тапшырҙым) автографтары ла тәрән мәғәнәле һөйләй:

 

Рәми Ғарипов. Таш сәскә. Лирика. Өфө, 1958. (Китаптың корректураһы, коленкор менән тышлап төпләнгән). Титул битендәге автограф:







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 410. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

Уравнение волны. Уравнение плоской гармонической волны. Волновое уравнение. Уравнение сферической волны Уравнением упругой волны называют функцию , которая определяет смещение любой частицы среды с координатами относительно своего положения равновесия в произвольный момент времени t...

Медицинская документация родильного дома Учетные формы родильного дома № 111/у Индивидуальная карта беременной и родильницы № 113/у Обменная карта родильного дома...

Основные разделы работы участкового врача-педиатра Ведущей фигурой в организации внебольничной помощи детям является участковый врач-педиатр детской городской поликлиники...

Гидравлический расчёт трубопроводов Пример 3.4. Вентиляционная труба d=0,1м (100 мм) имеет длину l=100 м. Определить давление, которое должен развивать вентилятор, если расход воздуха, подаваемый по трубе, . Давление на выходе . Местных сопротивлений по пути не имеется. Температура...

Огоньки» в основной период В основной период смены могут проводиться три вида «огоньков»: «огонек-анализ», тематический «огонек» и «конфликтный» огонек...

Упражнение Джеффа. Это список вопросов или утверждений, отвечая на которые участник может раскрыть свой внутренний мир перед другими участниками и узнать о других участниках больше...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия