Студопедия — Йыһатҡа – ҡаным – Рәми. 15-16/VII. Өфө”.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Йыһатҡа – ҡаным – Рәми. 15-16/VII. Өфө”.






 

Рәми Ғарипов. Осоу. Шиғырҙар. Өфө, 1966. Автограф:

Йыһат ҡарт! Шағир, әҙип тик үҙенең ғүмер юлында ҡаны менән бергә ҡушып бөтәһен татығанда ғына, шул ут йотҡандарын ҡағыҙға төрөп бирә белер теле булғандан, шул серҙе аңлар иле булғандан ғына шағир-әҙип икәнен һин беләһең. Шулай булғас, минең һымаҡ күп ҡыуыҡ осормаҫһың, тим, дуҫҡай. Көтәм. Ышанам! Рәми ҡартың. 28/IV – 66”.

 

Рәми Ғарипов. Аманат. Йырҙар, шиғырҙар, ҡобайырҙар. Өфө, 1969. Автограф:

Йыһат ҡорҙашыма – һин йәшәгәнгә мин бәхетле!

Йәшәйек әле, йәшәйек!

Дошмандың эсе китеп ятһын!

Ни ҙә булһа әйтербеҙ!..

Енсе йыл, 9/I – (ҡанлы көн икән...)”.

 

Рәми Ғарипов. Горицвет. Уфа, 1969. Автограф:

Йыһат ҡартҡа – минең “знакум” һаҡалы[29], шулай ҙа сәс-һаҡал аҫтында беҙ икенсе бер донъя йөрөтәбеҙ.

Шул донъя иҫтәлеге!

Йәшәп ҡарайыҡ әле, -- Рәми. 13/II – 70”.

 

Рәми Ғарипов. Аманат. Йырҙар, шиғырҙар, ҡобайырҙар. Өфө, 1969. Был китапты шағир Шакир Ғәлингә бүләк иткән, ә ул иһә, “һаҡла” тиеп, миндә ҡалдырып торғайны, ун йыл үткәс (Рәми үлгәс) кереп алып китте. Шакирға яҙылған автограф:

 

Шакир ҡартҡа, -- һине күрһәм, халҡымдың ҡот осҡос талантын да күрәм, фажиғәһен дә күрәм; бәй, күргәс ни, үҙемсә көн күрәм, тик мин киткәс, юҡҡа-буҡҡа күҙйәш ҡойоп ултырмағыҙ, бура бурағыҙ, итәк тулы бала-саға үҫтерегеҙ!.. Ҡалғаны – Аманат! Рәми. 10/II – 70”.

 

«Интернат-мәктәп» (хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге гимназия) туҡталышында «хрущевка» йортоноң беренсе ҡатындағы ике бүлмәле фатирында бала-сағалары ишәйеп һәм ҙурайып барһа ла, Яҙыусылар берлегенән киңерәк торлаҡ һорап ғариза яҙманы, сөнки быныһы өсөн дә фатир хаҡын айҙыҡын — айға үҙ ваҡытында түләргә хәле етмәй, йорттар идаралығы әленән-әле электр сымын өҙөү йәки йылы һыуҙы ябыу менән янаған хаттар ебәреп йөҙәтә ине. Ана шулай ғаризаһы булмауға ла ҡарамаҫтан, көтмәгәндә, Яҙыусылар берлеге рәйесе Әсғәт Мирзаһитов менән Литфонд директоры Зөлфәр Хисмәтуллин ағайҙар көндәрҙән-бер көндө Рәмиҙе үҙҙәре идараға саҡыртып алып, Рихард Зорге урамындағы туғыҙ ҡатлы яңы йорттоң етенсе ҡатындағы өс бүлмәле фатирға ордер тотторалар. Нигеҙ туйына бер килке яҡын ҡәләмдәштәре үҙ-ара иғәнә һалышып, кейем шкафы һ.б. нәмәләр алып барып ҡотланыҡ...

Бына шул ҡотло төйәгендә 1977 йылдың февралендә, үҙе донъяға килгән айҙа, Рәми яңғыҙы ҡала (тыуған көнөн дә балалары менән генә үткәрә) — ҡатыны Надежда Васильевна эше буйынса аҙна-ун көнгә Мәскәүгә командировка алып, бер ыңғайҙан Мәскәү янындағы Переделкино ҡасабаһына әсәһенең хәлен белергә киткән (шул көндә Рәми командировканан ҡайтып, улар икеһе Өфө аэропортында ҡыҫҡа ғына мәлгә осрашып аймылыша). Шағир тирәһендәге шау-шоулы өйөр (“шәкерттәре”), иркенлектән файҙаланып, һәр береһе шешә ҡыҫтырып, тигәндәй, шағирҙы тыуған көнө менән ҡотларға эркелә, өйҙә ҡоролған көслө тантана аҙна-ун көнгә һуҙыла...

Надежда Васильевнаның шул саҡтағы һөйләүенсә, ул Мәскәүҙән ҡайтып ингәндә мәжлес инде таралған, зал эсе — ҡара һөрөм, өҫтәл өҫтөндә — күбәләй өйөлгән тәмәке төпсөгө һәм рюмкалар, ә кухня иҙәнендә буш шешәләр үтеп кергеһеҙ рәүештә тумарлап ята... Ә минең тоҫмаллауымса, моғайын, был хәлгә бәйле ир менән ҡатын араһында буран да ҡубынғандыр...

Ошо урында Рәмиҙең күптәнге кисерештәрен иҫкә төшөрөү урынлы: «Йөрәк ауырта. Миңә инде был донъянан тайырға ла ваҡыт инде». (Әҫәрҙәр, II том, 493-өнсө бит). «Ниндәй генә нәжестә ҡойонһам да, ниңә һуң мин бер яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, сафлыҡҡа ышанам икән! Бәлки, минең бөтә фажиғәм дә шундалыр... Әллә минең бөтә ғүмерем ҡот осҡос бер хата микән? Ә үҙем: «Хаталар ҙа булыр тормошоңда,/Тик тормошоң хата булмаһын», — тигән булам. Инанам, яҙам. Бала саҡтан биреле ошо ғазаптарҙы кисерәм. Ниңә? Үҙеңдең бишегең тирбәлгән өрлөктәге тырма тешендә йөрәгең туҡтаған кәүҙәң тирбәлеп тороу артығыраҡ түгелме икән был донъяла?.. (Шағирҙың аҫылынып үлеү уйы ла булған, тимәк... — Й.С.). Инде тегендә (эрәүергә) былай ҙа күп ҡалмаған, үҙ ҡулдарым менән һыҡмайынса ла шартлар был йөрәк»... (Әҫәрҙәр, III том, 67-нсе бит). «Осто донъя ситлегенән тарһынып күңелем ҡошо» (Ғ. Туҡай) — минең хәлгенәм ошо...

Онотмайым тыуған көнөмдө (онотмаҫ өсөн үлер көнөңдө). [Тыуған көнөндә үлергә йыйынғандай... — Й.С. ]. Кешенең бөтә ғүмере ҡыҫҡа бер һыҙыҡҡа һыя: 1932 — 1999(?)»... (Шунда уҡ, 71-енсе бит. Ләкин шағир аҙаҡҡы цифрында яңылышҡан – туҡһан туғыҙғаса барып етмәне). «Мин кешеләр өсөн йәшәйем — кешеләр мине аңламаны... Иртәгә миңә — 45. Өфө аэропортында миңә шул тиклем ғәзиз тауыш исемемде атап ҡысҡыра: Надя.

Беҙ инде бөтөнләй ят кешеләр, тиерлек. Ләкин үтелгән ғүмер, ғүмеремдең үткән 21 йылы 21 хәнйәр булып йөрәккә ҡаҙала.

Тағы ла мин киткәндәгесә мәғәнәһеҙ һөйләшеү. Йөрәк өҙгөс әрнеү!..» (Шунда уҡ, 76-нсы бит).

Һәр хәлдә, ҡатыны ҡайтҡандың кисенә үк Рәмиебеҙ йөрәге ауыртып йығылған; Надежда Васильевна, өйҙә телефон юҡлыҡтан, лифттағы микрофондан йорттар идаралығының диспетчерына өндәшеп, «тиҙ ярҙам» саҡырттырған һәм шағирҙы Туҡай урамындағы 1-енсе больницаға илтеп һалғандар. Надежда Васильевнаның әйтеүенсә, Рәми тарафынан бер ниндәй ҙә хәүеф-хәтәр һиҙелмәгән, фәҡәт тәмәке килтереүен генә үтенеп ҡалған... Шағирҙың баяғы үҙе тураһында әйткәне аҡтыҡҡаса тура килеп, дауаханаға ул уның тупһаһы аша атлап инмәгән, ә күтәреп керетеп, күтәреп алып сыҡҡандар...

Әммә-ләкин, әммә-ләкин... күп йылдар буйына тынғы бирмәгән, таныш-белеш араһында быш-быш һөйләшелгән шомло риүәйәтте лә ошо урында мәғлүм итмәйенсә булмай -- Рәмиҙең ғәмәлдә ҡайһылай үлеүе тураһындағы имеш-мимеш был, уны миңә байтаҡ ҡәләмдәштәремдән ишетергә тура килде. Бына иң ышаныслыһы -- Кәтибә апай Кинйәбулатова һөйләгәне: өйҙә ғаилә бураны уйнағанда Рәми туалетҡа инеп киткән дә, оҙаҡ ваҡыт сыҡмағас, ҡатыны Надежда Васильевна ишекте асып ҡараһа, иренең бауҙа муйынынан аҫылынып тороуын күреп, сығып югергән һәм шул уҡ подъездағы Рәмиҙең шешәләшен -- сантехникты алып килеп, мәйетте бау-боғалаҡтан алғандар. Надежда Васильевна Рәмиҙең 1-енсе интернат-мәктәптәге уҡытыусыларының береһенә (Кәтибә апай исемен дә әйткәйне, онотҡанмын) телефондан шылтыратҡан һәм ул югереп килеп еткән...

Һәм бына өҫтәлмә мәғлүмәт: шағир вафатынан һуң егерме ете йыл үткәс яҙып алынғаны:

 

21.03.2004.

Надежда Васильевна Ғарипова менән уның фатирында Рәмиҙең үлеме тураһында һөйләштем (шағир хаҡындағы иҫтәлектәр йыйынтығын баҫмаға әҙерләүем барышында ҡайһы бер материалдарҙы алырға барғайным).

Рәми Урта Азиянан күпкә һуңлап ҡайтҡан, өҫтәүенә, өйөнә тура ҡайтмай, Баймаҡтағы ҡыҙы янында булған... Надя эше буйынса Мәскәүгә командировкаға ебәрелеп, аэропортта самолетҡа ултырырға торғанында, ниндәйҙер бер самолет пассажирҙары аэровокзалға инә башлай ағылып, шулар араһында, туҡталып, портфелен иҙәнгә ҡуйған сағында Рәмиҙе күреп ҡалып: “Рәми!” — тип ҡысҡыра Надя. Рәми, тертләп, салт-әйләнеп ҡарай. Ҡабалан ғына бер-ике ауыҙ һүҙ һөйләшкәс, Надя сәфәрен дауам итергә — самолетҡа ултырырға мәжбүр була...

Надя Мәскәүҙән, ул заманға хас, егерме килограмм ит күтәреп ҡайтып төшә. Аэровокзалдан улы Азаматҡа шылтыратып, февраль һыуығында йоҡа ғына кейенгән улы уны килеп ала (таксиҙа ҡайтып китәләр). Лифт эшләмәй, итте саҡ мендерәләр һөйрәкләп. Рәми өйҙә өҫтәле янында эшләп ултыра. (Иҫерек инеме, тип һораным, юҡ, айныҡ ине, тине). Надяның ошо ҡайтыу көнө нисәнсе числола булғанын һорамағанмын.

Ә үлеүен ошолайыраҡ һөйләне: эшләп ултырған еренән: “Уй-уй, эстән бөтәһе яна (жгет)”, — тигәс, ашҡаҙанылыр, тип уйланым (сөнки һуңғы йылдарында — эсә, ләкин тамағына ашата алмай инем, бөтөнләй ашамай ине). Таблетка йоттортоп, диванға һуҙылып ятты, ауырта, тип, ухылдай башланы. Ауырта, тип ныҡ ҡысҡырғас, телефон юҡ — йүгереп сығып, лифттағы мегафон аша йорттар идаралығы диспетчерынан медицина тиҙ ярҙамы саҡырыуын үтендем. Бер врач (урыҫ кешеһе) килеп етеп, ауырыуҙы ҡараны, укол менән тынысландырҙы. Борсолоп һорауыма: “Ҡурҡыныс юҡ, бер нәмә лә булмаҫ, — тип йыуатты. — Шулай ҙа больницаға илтергә кәрәк — ҡайһы больницаға?” — тигәс, 1-енсе больницаға (түрәләр больницаһына), тинем. “Юҡ, унда булмай, Туҡай урамындағы больницаға илтергә кәрәк”, — тигәс, ризалаштым. Шул саҡ Әнүр Вахитовтың өлкән улы Азамат, атайым һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡыра, тип килеп еткәйне, күрәһең бит бында ниндәй хәлдәр, атайыңа әйт, үҙе килһен, тип ҡайтарып ебәрҙем, Әнүр тиҙҙән килеп етте (яҡын торалар). Рәмиҙе носилкаға һалып сығарҙылар, тиҙ ярҙам машинаһында үҙем һәм ҡыҙым Гөлнара оҙатып алып киттек. Машина юлдың сутырмағына тура килеп бик ҡаты һелкеткәс, врач йәһәт Рәмиҙең беләген услап пүлсен тикшерҙе... Ә больницала бер кемдең дә ауырыуҙа эше юҡ: коридорға һалып ҡуйып, ике регистратор ҡыҙ, һис тә иҫтәре китмәй, үҙ-ара ләстит һата-һата бик оҙаҡ яҙҙылар, түҙемлегем ҡалманы. Ә беҙҙе алып килгән врач (урыҫ кешеһе) ҡайҙалыр китте лә юғалды... Ауырыуҙы, ниһайәт, бүлмәгә индереп, бәләкәй генә буйлы бер мәрйә-врач хәстәрлек күрә башланы. Укол яһарға тип шприц алдыртһа ла, был ярамай, энәһе нәҙек, тип кире бороп ебәрҙе, йыуан энәлене килтергәнсе тағы байтаҡ ваҡыт әрәмгә китте. Ә теге төп кеше, алып килгән врач (урыҫ кешеһе), һаман юҡ та юҡ, киткән еренән һаман әйләнеп килмәй зарыҡтыра... Ошо шомло юғалып тороуы бик оҙаҡҡа һуҙылып, бына саҡ килеп етте. Ҡыҙыңды илтеп ҡуйырбыҙ, үҙең ҡалып тор хәҙергә, тинеләр (Гөлнара ҡайтып китте). Иҫен юйған Рәмиҙең күкрәген “качать” итергә тотондолар, ике ҡулы ҡапыл үргә ҡалҡынды. Икенсе тапҡыр ҡулдары бик һүлпән, түбән генә ҡалҡынғас, шом бөрҙө йөрәгемде...

Шулай ҙа иҫенә килде, миңә ҡайтып китергә кәңәш иттеләр. “Наденька, иртәгә папирос килтер”, — тине Рәми. “Һиңә тартырға ярамай бит”, — тигәйнем: “Мин аҙлап ҡына тартырмын”, — тип ҡалды. Иртәгәһенә барғанымда уға бер нәмә лә кәрәкмәй ине инде...

Шағирҙы больницаға алып килгән һәм уны ашығыс рәүештә ҡотҡарыу сараларын күрергә тейеш булған баяғы врачтың, енәйәтселәрсә һалҡынлыҡ күрһәтеп, оҙаҡ ваҡытҡа юғалып тороуы уның Ахунйәнов, йәки КГБ кешеһе менән кәңәшләшеүенә бәйле түгелме икән? — Надя Ғарипова хәҙер шул фекерҙә.

Һәр хәлдә, Зәйнәб Биишева апайыбыҙ, күпме генә ауырыһа ла, больницаға ятыуҙан ҡырҡа баш тартыр: “Унда “Күҙрәш” яһилдары — беҙҙең кеүек башҡорттарҙың башына етәләр, Жәлил Кейекбаевты ла, Сәләх Кулибайҙы ла шулар үлтерҙе”, — тиер ине...

Ләкин сетерекле һорау: шағирыбыҙ, уның тол ҡатыны әле һөйләгәнсә, Өфөнөң Ғ. Туҡай урамындағы 1-енсе һанлы дауаханала вафат булған икән, ниңә уның мәйетен, шул дауахана моргынан түгел, ә ҡаланың икенсе осондағы Цветочная урамында урынлашҡан ҡала моргынан (криминал тойолғандай!) алып ҡайттыҡ (үҙем ҡатнаштым)?..

Мәҫәлән, Ғәйнан ағай Әмириҙең хәләл ефете Сара еңгәй Тихорецкая урамындағы дауаханала үлгәс, мәйетен шул дауахана моргынан алып сыҡтыҡ бит (үҙем ҡатнаштым)?!.

Мин Р. Зоргелағы фатирға барып кергәнемдә шағирҙың баяғы шешәләш тә, серҙәш тә яҡындары, шау-шоулы өйөр, ерләү кәрәк-яраҡтары артынан таралышҡайны; оло ҡустыһы Рауил да шул ауыр матәмле мәсьәләләрҙе хәл итмәккә киткәйне. Кесе ҡустыһы Урал менән икебеҙ үлек йортонан табутҡа һалынған мәйетте алып ҡайтып, йыйылып өлгөргән халыҡ менән күмәкләшеп залға керетеп һалдыҡ. Һуңғы йылдарҙа даими кейеп йөрөгән, терһәк һәм тубыҡ тәңгәлдәре ҡырылып туҙған һорғолт төҫтәге үтә таныш костюмынан, табандарының ярты яғы асфальткә ашалып бөткән һәм ҡыйыш баҫып йөрөмәле туфлиҙарынан, ниһәйәт, арынып, баяғы дуҫ-иш өйөрө үҙ-ара иғәнә һалышып һатып алып кейҙерткән энәнән-ептән ҡара костюм, ҡара-йылтыр ботинкаларынан ҡәнәғәт һымаҡ һуҙылып ятҡан мәрхүмдең йөҙө тыныс, күкрәгенә ҡаушарып һалынған уң ҡулының өс бармағы, тап ҡәләм ҡыҫып тотҡандай, ҡуша ныҡ бөрөлөп ҡатҡайны. Әсәһе Мәрйәм апай, әленән-әле шул ҡулын һөйөп тә үбеп: «И балаҡайым, һаман ҡәләмен тотоп, шиғыр яҙып ята бит!» — тип һулҡылдай... Мәрхүмдең васыят-шиғыры буйынса, ҡустыһы Урал уны тыуған Салауат районына — Ҡаратау башына алып ҡайтып ерләү теләген белдерһә лә, Мирзаһитов иптәш: «Шағир баш ҡалала ҡалырға тейеш — ҡәҙерле булыр, ҡәберенә сәскә һалырҙар», — тип кире кәңәш күндергән (ә мәрхүм булғасы үҙен, васыятына ярашлы, Туймазы яғына алып китеп күмделәр). Актерҙар йортондағы хушлашыу матәмендә ҡайғымдан язаланып, тәҙрә тупһаһында ҡарт шағир Мөхитдин ағай Тажи янында һыҙлаған йөрәгемде тотоп ултырыуымды ырыуҙашым журналист Азат Байсурин фотоға төшөрөп алған, шул һүрәтте теркәйем...

Ҡаратау булмаһа ла, урыны изге Ҡоба тауҙың “обсерватория” башняһы суҡайтылған иң бейек өлөшөндә, әммә, шағир өсөн ике метр ер ҙә табып булмағандай, ҡәбер сите зираттың сик һыҙығына беркетеп ҡаҙылғайны. Түмәләскә һуңғы тупраҡтарҙы өйгәс, баяғы тынғыһыҙ өйөр (“шәкерттәре”), ығы-зығы килеп, фотоаппарат-тарҙың күҙҙәренә эләгеп ҡалыу өсөн, ҡәбер тирәһенә ябырылды, хатта баш ҡаҙығын ҡосаҡлап тороп фотоға төшөүсе лә булды (һуңынан шулар тарафынан мәрхүм шағирҙың үтә ғәзиз йән дуҫтары булыуҙары тураһында йөҙәрләгән иҫтәлектәр яҙылды).

Надежда Васильевна үҙенең баяғы иҫтәлекнамәһендә Мәскәү яҙыусыһы Эдвард Радзинскийҙың аҡыллы һүҙҙәрен килтерә: «Писателю должны повезти не только с женой, а и с вдовой!» — Тап Надяның үҙе тураһында әйтелгәндәй был! Ысынлап та, беҙҙең ҡатындарыбыҙҙың шундайҙарының тәүгеһе лә, һуңғыһы ла булыр ул, моғайын...

Мәрхүмдең гүр тупрағы һыуынып та бөтмәҫе элек, уның әҫәрҙәрен нәшер итеүҙе юллап, уға дәүләт бүләге һәм хөрмәтле исем биреүҙәрен һорап, хөкүмәт йорттарының ишектәрен ныҡышмалы шаҡырға, тупһаларын шымартырға кереште. Күп тә үтмәй, тәүге ҙур йыйынтығын сығартты һәм шағирҙың гүзәл ижадына бөтә йәмәғәтселекте йәлеп иттертте. Тере сағында Рәмиҙең шиғырына берҙән-бер композиторыбыҙ көй яҙғайны («Йондоҙом», Рафиҡ Сәлмәнов музыкаһы) һәм шағир уны күңеле нескәргән минуттарында барлы-юҡлы тауышы менән мөңгөрләп ултыра торғайны, йыш ҡына шөңгөр тауышлы Надяһы ла ҡушылыр ине. Хәҙер иһә уның элек иғтибарһыҙ ҡалдырылған шиғырҙарына унарлаған композиторҙар көй яҙҙы, ул йырҙар сәхнәләрҙән, зәңгәр экрандарҙан һәм эфир тулҡындарынан халыҡ йөрәгенә үтеп керҙе. Шағирыбыҙға үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге дәүләт бүләге, Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән иң юғары исем бирелде. Был йәһәттән арымай-талмай шағир ижадын пропагандалаусы Надежда Васильевнаның һәм баяғы өйөр-өйөр шағир дуҫтарының тырышлыҡтары ҙур булды. Һәм Надежда Васильевна, үҙе төҙөп, мәрхүмдең өс томлыҡ әҫәрҙәрен донъяға сығарҙы, башҡорт мәҙәниәтендә был тәрән эҙ ҡалдырған баҫмаға әйләнде. Әммә шағир тормошоноң иң мөһим мәғлүмәттәренә эйә булған көндәлек дәфтәрҙәренең бер нисәһенең филолог Ғайса Хөсәйенов ҡулында «һеңеп» ҡалыуы һәм томдарға инмәүе бик аяныс.

Ни өсөн, тиһегеҙме?

Мәҫәлән, шағирҙың бер туған ҡустыһы Рауил иҫтәлегенән өҙөк:

«Бер ваҡыт каникулға ҡайтып төштө Рәми. Ул саҡта беҙҙең ғаилә ферма көтөүен көтә ине. Шулай Йөрүҙән буйында көтөү көтөп йөрөгәндә, беҙгә ярҙамға Рәми ағай килде. Үҙенең ҡуйын дәфтәрҙәрен дә алған (ҡуйын дәфтәре уның һәр ваҡыт үҙе менән булды).

Шул көндә яҙған шиғырҙарын уҡыны. Мин, һоҡланып, маҡтау һүҙе әйткәнмендер инде. Шул саҡ ул, туҡтап, миңә ҡарап торҙо ла: «Бына олораҡ ағайың минең был һүҙ теҙмәһе тураһында нимә яҙа», — тип, бер таныш булмаған почерк менән яҙылған юлдарҙы уҡып бирҙе. Белмәйем, ул дәфтәр юғалғанмылыр, архивында күренмәй. Был Ғайса Хөсәйенов ағайҙың Рәми шиғырҙарына ҡарата әйтелгән беренсе һүҙҙәре ине. Ғайса ағай Рәмиҙең ижады тураһында ла, уҡыу йылдары тураһында ла яҙып тора. Ә бына шул беренсе тапҡыр әйткән тәнҡит һүҙҙәре тураһында бер ҙә яҙғаны юҡ. Бәлки, онотҡандыр ҙа. «Шиғыр өҫтөндә ныҡлы эшләргә кәрәк. Былай яҙғансы, бөтөнләй яҙмағаның артығыраҡ, шиғыр яҙып маташма»,— тигәйне ул». («Шоңҡар» журналы, 2002/1).

Ниңә көндәлектәрҙә был һ.б. күренмәй — баяғы Ғайса ҡулында «һеңгән» дәфтәрҙәргә ишара түгелме?

Хәйер, мәсьәләне асыҡлаусы документ — алдыбыҙҙа. Урыҫ әйтмешләй, что написано пером – не отрубишь топором.

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 454. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Решение Постоянные издержки (FC) не зависят от изменения объёма производства, существуют постоянно...

ТРАНСПОРТНАЯ ИММОБИЛИЗАЦИЯ   Под транспортной иммобилизацией понимают мероприятия, направленные на обеспечение покоя в поврежденном участке тела и близлежащих к нему суставах на период перевозки пострадавшего в лечебное учреждение...

Кишечный шов (Ламбера, Альберта, Шмидена, Матешука) Кишечный шов– это способ соединения кишечной стенки. В основе кишечного шва лежит принцип футлярного строения кишечной стенки...

Вопрос 1. Коллективные средства защиты: вентиляция, освещение, защита от шума и вибрации Коллективные средства защиты: вентиляция, освещение, защита от шума и вибрации К коллективным средствам защиты относятся: вентиляция, отопление, освещение, защита от шума и вибрации...

Задержки и неисправности пистолета Макарова 1.Что может произойти при стрельбе из пистолета, если загрязнятся пазы на рамке...

Вопрос. Отличие деятельности человека от поведения животных главные отличия деятельности человека от активности животных сводятся к следующему: 1...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.011 сек.) русская версия | украинская версия