Студопедия — Уртаға һалып һөйләшәйек.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Уртаға һалып һөйләшәйек.






Китап авторҙарының кәңәшмәһе тикмәгә саҡырылмағандыр, бында, моғайын, яҙыусының хеҙмәтенең ил алдындағы мөһимлеге, яуаплылығы, шулай уҡ автор һәм китап яҙмышы тураһында емешле фекер алышып, тәғәйен саралар күреү күҙ уңында тотолалыр. Был иһә һәммәбеҙгә ҡағылған, иң ауыртҡан мәсьәлә.

Һуңғы ваҡытта хөрмәтле идара етәкселәребеҙҙең иң ҙур трибуналарҙан тороп роман жанрыбыҙ тураһында «кирбес» тигән ләғнәтләү эпитеты ҡушып һөйләүҙәрен йыш ишетергә тура килгәнлектән, мин дә был урында үҙемде шаҡтай ғәйепле һанап баш эйәм. Сөнки 1962 йылдан биреле мин шул жанрҙа ҡарышып эшләп килдем, 1966 йылда «Ағиҙел»дә, ә 1967, 1969, 1975 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә ҙур-ҙур роман өҙөктәре баҫтырҙым. 1969 йылда «Коммунист», 1974 йылда «Ядкәр» тигән әҫәрҙәрем Яҙыусылар союзының проза секцияһы ултырыштарында тикшерелеп ыңғай баһаланды. Шунан һуң мин был ике әҫәрҙе лә артабан камиллаштырыу, матбуғатҡа әҙерләү өҫтөндә эшләнем.

«Ядкәр» романын 1975 йылдың 27 октябрендә «Ағиҙел» редакцияһына тапшырҙым.

Башҡорт һәм урыҫ халыҡтарының тәрән тарихи туғанлығын, хатта этногенетик ҡәрҙәшлеген дәлилләүҙе үҙәк проблема итеп ҡуйған был политик роман беҙҙең бөгөнгө башҡорт совет интеллигенцияһының изге социалистик Ватан, халыҡ бәхете өсөн фиҙакәр көрәше, беҙҙең сафтарҙағы идеологик таҙалыҡ, быуындарҙың күсәгилешлеге, тормошобоҙҙоң юғары әхләҡ нормаларын йәш быуынға аманат итеп биреп ҡалдырыу кеүек мөһим мәсьәләләргә арналған. Унда яҙыусылар, ғалимдар, рәссамдар, артистар, хужалыҡ һәм партия етәкселәре һәм башҡа төрлө профессия кешеләре ҡаршыһында үҙенең ҡырҡа үткерлеге менән көн үҙәгендә торған, фәнни-техник революция осоронда көсөргәнешле заманабыҙ үҙе ҡуйған мораль-этик проблемалар киң тарихи пландағы ваҡиғалар, синфи көрәш, намыҫ һәм намыҫһыҙлыҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, шәхес һәм йәмғиәт, кеше һәм тәбиғәт кеүек көстәр араһындағы киҫкенләшкән конфликт аша, йәнле картиналар ярҙамында сиселә. Роман формаһы буйынса бер-береһен бәйләп тултырыусы, замандарҙы берләштереүсе өс монологка — граждандар һуғышында ҡатнашҡан ҡарт быуын, бөгөнгө көрәшсе йәш быуын һәм автор монологтарына ҡоролған. Был, беҙҙең әҙәбиәт өсөн күнегелгән булмаһа ла, донъя әҙәбиәтендәге билдәле алым.

Шулай итеп, бөгөнгө көн мәсьәләләрен тарихи һәм ғилми факттар менән беркетеп күтәргән политик роман был.

1975 йылдың ноябрендә баш редактор (Р.Ғ. Низамов) уҡып сығып, автор менән һөйләште. Ул романды ыңғай баһаланы һәм уны 1976 йылдың икенсе яртыһында, йәки 1977 йылдың тәүге яртыһында «Ағиҙел»дең өс һанында баҫып сығарырға вәғәҙә бирҙе.

«Ядкәр» романын редакция 1977 йылда баҫырға әҙерләй тип, «Ағиҙел»дең реклама буклеттарында ла ташҡа баҫып иғлан ителде.

Романда КПСС-тың өлкә комитеты секретаре образы булғанлыҡтан, тәүҙә уны өлкә комитетындағы иптәштәрҙән дә уҡытып алайыҡ, замечаниелары булһа, төҙәтерһең, тинеләр. Мин шатланып ризалаштым һәм «Ядкәр» тейешле иптәшкә тапшырылды. Ләкин, ярты йылдан артыҡ ваҡыт үтһә лә, үкенескә ҡаршы, роман унда ҡуҙғатылмаған булып сыҡты. Кире алып ҡайтып, фәҡәт йыл аҙағында, 1976 йылдың 31 декабрендә генә миңә редколлегия ағзаларының фекерен ишетеү насип булды. Ләкин унда, файҙалы кәңәштәр менән бергә, көтөлмәгән бәлә-ҡазалар килеп сыҡты.

Йәғни:

1. Автор тормоштан алда барырға тырышҡан; ул тормош әле үҙе хәл итмәгән проблемаларҙы (тәбиғәтте бысратыуҙан һаҡлау, тәүтел — праязык, халыҡтарҙың этногенезы) күтәрә һәм хәл итергә маташа. Ә проблемаларҙы тәүҙә тормош үҙе хәл итеп бөтмәй тороп, яҙыусы уға тотонорға тейеш түгел, имеш...

2. Геройҙарҙың артында прообраздарын төҫмөрләп булмай. Романда һүрәтләнгән яҙыусылар, ғалимдар артында беҙҙең ҡайһы конкрет яҙыусы, ғалим торғанын күрмәгәс, образдар тормошсан булмай, имеш...

3. Әҫәр стиленә ҡарата: романтик әҫәрме был, юмористикмы, публицистикмы, гротекскмы, эссемы?.. Әллә бөтәһе ләме?.. Шуларҙы билдәләүе ҡыйын, алымдарҙың барыһы ла ҡулланылған һ.б.ш. туҙға яҙмаған сәбәптәр... Әйтерһең, иң оло тормош материалдарын да үҙенә һыйҙыра алған жанр (роман) художество сараларының байлығын да үҙенә мул ала алмай...

4. Композиция мәсьәләһе. Был романдың композиция теүәллеген оппонентарыбыҙ ошоғаса күнегелгән «ваҡиғалар романы»ның үрнәгенән сығып барлай; бында иһә композиция теүәллегенең умыртҡаһын ваҡиғалар теҙмәһе түгел, ә фекерҙәр ағышы һәм характерҙар полифонияһының тәшкил итеүен күрергә лә, танырға ла теләмәй. Һөҙөмтәлә авторҙың көсөргәнешле ҡыҫым аҫтында ябай күмерҙән хасил иткән алмас кристалын кире күмергә әйләндертергә, заурядный роман эшләтергә тырышалар, тигән йәмһеҙ тойғо тыуа. Ә баш редакторҙың тәүге позицияһынан, көтмәгәндә, 180 градусҡа боролоуы уның йәки үҙ аллы фекергә эйә кеше булмауы, йәки ҡайҙандыр яһалған баҫымға тиҙ үк бөгөлөп төшә торған умыртҡа һөйәкһеҙ булыуы тураһында асыҡ һөйләй...

Автор юғарыла күрһәтелгән пункттарҙың барыһын да хата фекер, кемдәрҙер тарафынан ҡаршы ҡоролған яһалма тотҡарлыҡ;тип иҫәпләй һәм, был осраҡта гәрсә яңғыҙ үҙе булһа ла, тулыһынса үҙ фекерендә ҡала, сөнки Хаҡиҡәт бер ваҡытта ла ябай арифметик күпселек менән билдәләнә алмай. Хатта бер үҙе генә тороп ҡалғанда ла Хаҡиҡәт мәңге Хаҡиҡәт килеш ҡала.

Оппоненттарҙың береһе (Р.Б. Байымов) әҫәрҙә обком секретаренең талантлы йәш шағирҙы ижади һәләкәттән ҡотҡарыу өсөн критик моментта уның өйөнә хәлен белергә инеп сығыуын бюрократтарса нарыҡлап: «Обком секретаре ниңә шағирға үҙе хәл белә барһын? Аппараттағы берәй кесерәк хеҙмәткәрҙе ебәрә лә ҡуя ул...» ти. КПСС Үҙәк Комитетының Генеральный секретаре Л.И. Брежнев иптәштең: «Талант — это национальное достояние, его надо беречь», — тигән бик хаҡ һүҙҙәренән һуң был оппоненттың иҫбатлауы бик тә сәйер тойола.

Оппоненттарҙың икенсеһенең (Ғ.Й. Рамазанов) романда проблема итеп ҡуйылған тәүтел (праязык) мәсьәләһенең беҙгә нимәгә кәрәге бар, ул беҙҙә проблема түгел, тип үҙенең ғилми һәм политик һуҡырлығын авторға тағырға маташыуы, шуны әҫәргә кәртә итеп ҡуйыуы ла ғәжәп иткес аңлайышһыҙ һәм аяныслы яңғырай.

Ошоға бәйләп, заманында ауыҙыбыҙҙы ныҡ бешергән, терһәкте тешләргә мәжбүр ҡылған рухи һуҡырлыҡтың бер нисә классик өлгөләрен иҫләйек.

1. Күп йылдар буйы генетиканы, генетика атаһы Менделдең бөйөк асышын «антинаучный фәстереү», реакцион тәғлимәт, тип һәләк итеп йөрөнөк. Аҙаҡтан, уның бөйөк асыш икәнлеген тамам төшөнөп, генетика фәнен илдә ҡабат тергеҙеү өсөн күпме көс түктек һәм түгәбеҙ!..

2. Кибернетика фәнен — «буржуаз шарлатанлыҡ», уның атаһы Винерҙы «шарлатан» тип көлөп йөрөнөк. Аҙаҡтан, XX быуаттың был фәнни-техник революцияһы өлкәһендә йоҡлап ҡалғанлығыбыҙҙы төшөнөп, илай-илай тигәндәй, уны ҡыуып етергә мәжбүр булдыҡ...

Беҙ һүҙ алып барған тәүтел — праязык та донъялағы халыҡтарҙың этногенезын билдәләүҙәге үҙенең әһәмиәте яғынан генетика һәм кибернетика менән бер кимәлдә тора, уның киләсәге ҙур.

Тәүтел — праязык аша беҙ, был ғилми ҡорал донъяның ҡайһы лагеры ҡулында хеҙмәт итеүгә бәйле рәүештә, донъя халыҡтарын бер-береһенә яҡынайта, туғанлаштыра, йәки уларҙы бер-береһенән айыра, дошманлаштыра аласаҡбыҙ. Әгәр был идеологик ҡорал беҙҙең социалистик лагерҙа тиҙерәк үҙләштерелһә, ул баштан уҡ тулыһынса беҙгә, коммунизм идеалдарына тоғро хеҙмәт итәсәк. Ә киреһенсә булһа, ул беҙгә һөҙөмтәләрен әлегә күҙ алдына ла килтерә алмаҫлыҡ зыянлыҡ менән янай. Был — стратегик ҡорал. Бөгөнгө империализм аполегеттары тарафынан «кеше азатлыҡтары» маркаһы аҫтында глобаль кимәлдә алып барылған идеологик көрәш иртәгә тағы ла нескәрәк һәм тәьҫирлерәк хөлләгә — халыҡтарҙың «ырыу-ҡәрҙәшлеге», тел һәм тарих, этногенетик территория һ.б. мөнәсәбәтлегенә төрөнәсәк. Хәҙерге маоизм идеяларына ағыуланған Ҡытайҙың беҙҙән «үҙ территорияларын» дәғүәләүе быға бер асыҡ миҫал.

Империалистик илдәрҙең идеология штабтары шуны алдан һиҙенеп, кешелек донъяһындағы йәш фән — тәүтел (праязык) өлкәһендә интенсив эш алып бара.

Был фән беҙҙең илдә әлегә кәрәк булғанға ҡарағанда аҙыраҡ өйрәнелә, ә Башҡортостанда ул бөтөнләй юҡ: беҙҙә бер вузда ла, ғилми институтта ла уның менән планлы рәүештә берәү ҙә шөғөлләнмәй.

Тәүтел (праязык) менән беҙҙең республикала, моғайын, айырым энтузиастар ғына үҙ алдына эшләйҙер. Шундайҙарҙың араһында был фәнгә иң тәрән итеп инеүсе, иң бай фактик материал туплап, эшкәртеп, әһәмиәтле асыштарға ирешеүсеһе — (тыйнаҡһыҙлығымды кисерегеҙ!) мин фәҡирегеҙ буламдыр. Ғәфү итегеҙ: был хаҡта хәбәр итерлек мәғлүмәтле кеше булмағас, фән хаҡына үҙемде үҙем әйтергә тура килә. Тимәк, романда мин, уның художество-нәфис ҡиммәттәренән тыш, бөтә кешелек донъяһы өсөн актуаль булған һәм киләсәктә лә актуаль ҡаласаҡ ғилми проблема ла ҡуям. Шул ыңғайҙа уҡ проблеманың хәл ителешен дә бирәм. Әгәр киң полотнолы «Ядкәр» әҫәре автор тарафынан уйланылған күләмдә һәм кимәлдә донъя күрһә[27], ул бынан һуң йөҙ йыл үткәс тә кешеләргә үткер ҡорал булып хеҙмәт итәсәк.

Әйтәйек, нефтселәр тураһындағы «производство» әҫәре, беҙҙең әҙәбиәттә авторҙары тере саҡта уҡ проблемаһы иҫкереүгә дусар булған «кукуруза проблематикалы» йәки нефтселәрҙең «турбобур» проблематикалы әҫәрҙәребеҙ кеүек үк, 40 — 50 йыл эсендә үҙ әһәмиәтен юғалтасаҡ, сөнки улар бөгөнгө көн өсөн күпмелер кәрәк булған, ләкин тактика әһәмиәтендәге генә әҫәр. Ғалимдарҙың иҫәпләп сығарыуынса, 50 йылдан һуң Ер шарында бөтөнләй нефть ҡалмаясаҡ һәм нефть сығарыу проблемаһы ла булмаясаҡ. Ә «Ядкәр» үҙенең проблематикаһы буйынса, үткән замандан бөгөнгө аша киләсәккә күпер һалыусы стратегия әһәмиәтенә эйә ул. Бындай романдарға ла юл ябылмаҫҡа, уларҙың алыҫҡа ата торған стратегик ҡорал икәнен онотмаҫҡа, улар ҙа тиҙерәк донъя күрергә тейешлелер.

Ләкин, үкенескә ҡаршы, беҙҙә әҫәрҙең яҙмышын хәл ҡылғанда шәхси симпатиялар һәм антипатиялар хөкөм һөрә, буғай. Һәр хәлдә, минең үҙемдең әсе ижади яҙмыш дәлилләй шуны.

Бына алдымда документ, уның төп нөсхәһе, моғайын, Яҙыусылар союзының папкаһына тегелгән:

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 481. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...

Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Этапы трансляции и их характеристика Трансляция (от лат. translatio — перевод) — процесс синтеза белка из аминокислот на матрице информационной (матричной) РНК (иРНК...

Условия, необходимые для появления жизни История жизни и история Земли неотделимы друг от друга, так как именно в процессах развития нашей планеты как космического тела закладывались определенные физические и химические условия, необходимые для появления и развития жизни...

Метод архитекторов Этот метод является наиболее часто используемым и может применяться в трех модификациях: способ с двумя точками схода, способ с одной точкой схода, способ вертикальной плоскости и опущенного плана...

Деятельность сестер милосердия общин Красного Креста ярко проявилась в период Тритоны – интервалы, в которых содержится три тона. К тритонам относятся увеличенная кварта (ув.4) и уменьшенная квинта (ум.5). Их можно построить на ступенях натурального и гармонического мажора и минора.  ...

Понятие о синдроме нарушения бронхиальной проходимости и его клинические проявления Синдром нарушения бронхиальной проходимости (бронхообструктивный синдром) – это патологическое состояние...

Опухоли яичников в детском и подростковом возрасте Опухоли яичников занимают первое место в структуре опухолей половой системы у девочек и встречаются в возрасте 10 – 16 лет и в период полового созревания...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия